+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һәнәк дауаханаһы

Ҡиммәт– Һеҙгә операция яһаны­лармы әле?– Эйе.– Нисек?– Өс мең һум.– Мин һеҙҙә ни булғанын күҙ уңында тотам.

Һәнәк дауаханаһы
Һәнәк дауаханаһы

– Тик бер мең генә.
– Һеҙ мине тағы ла аңла­манығыҙ. Нимәгә зарлана­һы­ғыҙ тип һорайым.
– Түләү ныҡ ҡиммәт.

Осоноу

Урынлы-урынһыҙ осонған кешеләр ғүмер юлымда күп осраны.
Элекке эштәге танышым да урынһыҙ осондо. Ул мине үҙен травмпунктҡа алып барыуҙы үтенде – аяғындағы гипсты һалдырырға кәрәк ине. Барҙыҡ, коридорҙа уның сыҡҡанын көтөп ултырам. Бына ул ҡояштай бал­ҡып кабинеттан килеп сыҡты. Ниһайәт, әҙәмсә йө­рөй аласаҡ! Ике ай буйы гипс һөйрәп йөрөнө. Шатлығынан һикерҙе, һауала үксәләрен бер-береһенә һуғып алды. Төшкәндә кафелгә тайып йығылып ҡулын һындырҙы...
Кабинетҡа сиратһыҙ үт­кәр­ҙеләр.

Быймалар

Балалар стоматологияһы клиникаһы янындағы туҡта­лышта торам. Клиниканан дүрт йәшлек ҡыҙын күтәргән ир сыҡты. Ҡыҙ аҡырып илай, атаһынының тынысланды­рырға теләүенә иғтибар ҙа итмәй.
– Бөттө, бөттө, ҡәҙерлем. Башҡаса докторға бармай­быҙ, тештәрең ауыртмай. Ниңә юҡҡа илайһың?
Шунда ҡыҙ ҙа, илауынан туҡтап, телгә килде:
– Бы-ы-ймаларҙы онотто-о-оҡ!
Туҡталыштағы халыҡ йы­ғы­лып ятып көлдө.

Т. ДӘМИНДӘРОВ.

Ҡайһы ерең ауырта
Табип – пациентҡа:
– Хәмерҙе ауыҙығыҙға ла алмағыҙ, саф һауала күберәк йөрөгөҙ, иртән зарядка яһа­ғыҙ, көнөнә бер генә сигарет тартығыҙ.
Бер айҙан һуң пациент та­бипҡа күренергә килә. Табип:
– Мин әйткәндәрҙе үтәне­геҙме?
– Береһенән башҡа бөтә­һен дә. Минең йәштә тар­тыр­ға өйрәнеү ҡыйын.
***
География уҡытыусыһы табипҡа килә.
– Ҡайһы ерең ауырта? – тип һорай тегеһе.
– Аяғым.
– Ҡайһы ерҙән?
– Балтырҙан төньяҡ-көнсығышҡа табан.

Фото: www.youtube.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: