+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Петко бабай менән Пена әбей

(Болгар әкиәте)Бер ауылда ҡарт менән ҡарсыҡ – Петко бабай менән Пена әбей йәшәгән, ти. Улар тәмле итеп ашарға, ҡыш йылыла йоҡларға, йәй һыуыҡта серем итергә яратҡан. Бер нәмәне генә – эшләргә яратмағандар.– Эштең миңә кәрәге юҡ, – тигән Петко бабай.

Петко бабай менән Пена әбей
Петко бабай менән Пена әбей

Нисектер бер ваҡыт Пена әбей сүлмәктә ноҡот борсағынан аш бешер­гән. Ҡарттар өҫтәл артына ултырып ашты ашап бөтөргән, тамаҡтары туйған. Пена әбей:
– Мин аш бешерҙем, ә һин еңдәреңде һыҙғанып сүлмәкте йыуып ҡуй, – тигән. – Ул миңә иртән кәрәк буласаҡ – һыйыр һауасаҡмын.
– Йыумайым, – тигән Петко бабай. – Был ҡатын-ҡыҙҙар эше. Үҙең йыу!
– Мин йыумайым!
– Улайһа, йыуылмаған килеш торһон.
Төн еткән. Ҡарттар йоҡларға ятҡан, ә сүлмәк йыуылмаған килеш ҡалған.
– Ҡарале, – тигән Петко бабай ҡаты­нына, – һин иртәгә иртәрәк тороп һөт ҡайнат әле. Һөт тюряһы* ашағас, яланға барам.
– Мин һөттө нәмәгә һауырға тейеш? Сүлмәк йыуылмаған бит. Йыуһаң – һауырмын.
– Мин уны йыумаясаҡмын, – Петко бабай ҡарышҡан. – Әйҙә бәхәс­лә­шәбеҙ. Кем отола, шул йыуа.
– Әйҙә, – тигән Пена әбей. – Ә нисек?
– Икебеҙ ҙә һөйләшмәйбеҙ. Кем беренсе булып һүҙ ҡата, шул сүлмәкте йыуа.
Ҡарттар йоҡоға талған. Төн үтеп, ҡояш сыҡҡан. Крәҫтиәндәр эшкә киткән. Көтөүсе көтөүҙе туплап, яланға ҡыуған. Ҡарттарҙың ишек алдында һыйыр мөңрәгән – уны һауып, көтөүгә ҡыуыусы юҡ.
Ә ҡарттар һөйләшмәйенсә ултырған. Күршеләр ҙә борсола башлаған, ситән аша ҡарарға тотонғандар. Петка бабайҙарҙа ни булғанын аңламағандар – һыйыр бәйле торған, ишек алдында бер кем дә юҡ.
Күршеләр өйгә инеп һораған:
– Пена әбей, һеҙгә ни булды? Ниңә һыйырыңды һаумайһың?
Пена әбей өндәшмәгән.
– Петко бабай, һис юғы, һин бер һүҙ әйт! Пена әбей ни өсөн һөйләшмәй?
Ләкин Петко бабай ҙа бер һүҙ ҙә әйтмәгән. Ат һымаҡ, башын ғына сайҡаған.
– Бына һиңә кәрәк булһа, – тигән күршеләрҙең береһе. – Ҡарттар телдән яҙған шикелле. Игнатка, табип артынан йүгер, тиҙерәк бул! Йүгер, улым, табипты саҡыр.
Игнатка табип артынан йүгергән. Ә уныһы ауылдың икенсе осонда йәшәй икән. Малай йүгергән арала күршеләр таралыша башлаған: береһе – баҫыуға, икенсеһе баҙарға ашыҡҡан, өсөнсөһөн өйҙә эш көткән. “Телдән яҙған” ҡарттар янында ике кеше – ҡарсыҡ менән поп тороп ҡалған.
Поп та сығырға йыйынған.
– Һин – диндар ҡарсыҡ, табип килгәнсе бында ҡал. Ҡарттарға күҙ-ҡолаҡ бул. Йә берәй нәмә булып ҡуйыр.
– Ҡалмайым, атаҡай.
– Ниңә?
– Хәҙер бер кем дә бушҡа эшләмәй. Аҡса түлә – ҡалам.
– Нисек? Һинеңсә, мин һиңә түләргә тейешме? Минме? Поптарҙың аҡса түләгәнен ҡайҙа күргәнең бар?
Поп тирә-яғына ҡаранған – стенала йыртыҡ кацавейка** эленеп торған. Ул кацавейканы алырға ынтылған, шунда Пена әбей ҡысҡырып ебәргән:
– Һин нимә? Минең кацавейканы ошо ялҡауға бирергә әйтәһеңме? Үҙем ни кейеп йөрөрмөн?
Петко бабай ҡарсығының ҡысҡыр­ғанын ишеткәс, урынынан торған:
– Әбей, һин беренсе булып өндәштең – бәхәстә отолдоң. Бар, сүлмәкте йыу!
Поп менән ҡарсыҡ Петко бабай менән Пена әбейҙең ниңә телдән яҙғанын аңлаған. Баштарын сайҡағандар ҙа сығып киткәндәр.

------

*Тюря – һөткә ваҡланған икмәк һалып әҙерләнгән ашамлыҡ.
**Кацавейка – тире менән ҡаймаланған төймәһеҙ ҡыҫҡа кофта.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: