

Мин. Ни булды?
Әбей. Йәнәһе, һыу үткәргес, сүп үткәргес, канализация, йылылыҡ үҙәге...
Мин. Тәк, быларҙың барыһы ла бик һәйбәт бит!
Әбей. Кемгә һәйбәт? Архитекторҙарға, бәлки, һәйбәттер. Улар бының өсөн премия ала, ә һин интек.
Мин. Нимә, насар төҙөгәндәрме ни?
Әбей. Кем насар, ти әле? Бик һәйбәт төҙөгәндәр. Бына бая Иван Трофимыч аш-һыу бүлмәһендә утын ярған, балтаһын һелтәгәндә тотош фатир дер һелкенгән, иҙәндәге ике плитканы ғына ҡырҡа алған. Юҡ-бар һөйләргә яратмайым. Ныҡ төҙөгәндәр.
Мин. Туҡтағыҙ әле, Полина Петровна, утын һеҙгә нимәгә кәрәк булды, өй йылы бит?
Әбей. Ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләмәҫкәме ни?
Мин. Өйөгөҙгә ҡайнар һыу тәүлек әйләнәһенә килмәйме ни?
Әбей. Килә.
Мин. Улайһа, утын нимәгә?
Әбей. Әгәр иртәгә берәй ҡаҙанлыҡ ҡапыл шартлаһа, һыуһыҙ ултырабыҙмы? Ана, Анна Филипповна һөйләне, өсөнсө йортта шундай хәл булған...
Мин. Туҡтағыҙ әле, Полина Петровна, өйөгөҙҙә бынан тыш газ да бар бит. Һис юғы, һыуҙы плитала йылытырға була.
Әбей. Газ, дөрөҫ, бар. Әгәр берәй торба шартлаһа? Ана, күрше һөйләне, етенсе йортта шундай хәл булған...
Мин. Туҡтағыҙ әле, Полина Петровна, фатирығыҙҙа мейес булмағас, утын һеҙгә нимәгә?
Әбей. Бына шул турала тылҡыйым да инде, үҙҙәренең ни төҙөгәндәрен дә белмәйҙәр. Премия алалар, ә ябай ғына мейес ҡуйырға баштары етмәй. Аллаға шөкөр, Иван Трофимыч алтын ҡуллы. Үҙе мейес сығарасаҡ. Кирбестәр килтергән дә инде, цемент менән торба ғына тороп ҡалған.
Мин. Әйтегеҙ әле, Полина Петровна, ул торбаны ҡайҙа һуҙасаҡ?
Әбей. Сүп үткәргескә.
Мин. Нимә һеҙ! Улай яраймы ни?
Әбей. Хатта бик һәйбәт. Ун ҡат. Мейес яҡшы тартасаҡ.
Мин. Ой, Полина Петровна, үтенеп һорайым, быны эшләмәгеҙ. Сүп үткәргес бының өсөн тәғәйенләнмәгән.
Әбей. Улайһа, ул нимәгә тәғәйенләнгән?
Мин. Сүп-сар өсөн. Унда төрлө ҡалдыҡ-боҫтоҡтарҙы ташлағыҙ.
Әбей. Юҡты һөйләмәгеҙ! Ташлап ҡараныҡ. Өсөнсө көн тоҙланған ҡыярҙан бушаған өс литрлы банканы тығып ҡараным, тегеләй ҙә, былай ҙа китмәй. Ашығыс техник ярҙам килде, аҫҡа ла төшөрә алманылар, өҫкә лә күтәрә алманылар.
Мин. Ошондай ҙур банканы сүп үткәргескә тығырға яраймы ни?
Әбей. Бәҙрәфтә ул бөтөнләй һыймай. Үткән аҙнала өсөнсө йорттан Анна Филипповна тығып ҡараған, хәҙер тотош ғаиләләре менән күршеләргә йүгерәләр...
Мин. Полина Петровна! Полина Петровна! Былай яраймы ни? Ҙур банкаларҙы биҙрәгә йыйып, сүп-сар йәшнигенә сығарып ташларға кәрәк...
Әбей. Нимә? Сүп-сар йәшнигенә? Һеҙ халыҡты үткәндәргә кире ҡайтырға саҡыраһығыҙмы? Етте! Хәҙер беҙ яңы йортта йәшәйбеҙ. Әҙәмсә!