

Ун биш суткыға ултыртып сығарғанда ла ҡамасауламаҫ. Бүтәндәргә һабаҡ булыр. Әтү, һалдаттан ҡайттым тигәс тә, ҡарт кешене әскәрбит итергә тимәгән. Ҡыҙымдың да башын деңгелдәтеп бөттө ул йүнһеҙ малай. Меҫкенкәйем, ҡыҙым, хәҙер ни эшләргә лә белмәй. Миңләхмәт һалдаттан ҡайтҡансы, ҡалаға китергә йыйынып бөткәйне. Урынын да тапҡайныҡ. Ғүмәр ҡайнаға, машинисткалар курсына урынлаштырам, тигәйне. Бына ошо Миңләхмәттең һалдаттан ҡайтыуы булды, китте эштәр кирегә. Зәхмәт малай минең ҡыҙға әйтә икән: «Китмә бер ниндәй курсҡа ла, әйҙә үҙемдең эргәмә – һөтсөлөк комплексына эшкә», – ти икән. Мин ҡушһам, бармаҫ ине әле, шул малакасус әйткәс, китте бит ҡыҙым комплексҡа. Асыу килде. Үҙ балаңа үҙең хужа була алма инде, мәйтәм. Ҡыҙған сағыма тура килгәйне, бер көн шулай урамда туҡтатып әйттем ул малайҙың үҙенә: «Һин, – тинем, – минең ҡыҙ менән булашма, – тинем, – асыуымды килтерәһең, ҡара уны, үҙеңдән бау ишеп, сатлы бағанаға бәйләп китермен», – тинем.
Ауыҙын йыра, эт. «Ҡайһы берәүҙәргә оҡшамай, тип, яратҡан эшемде ташлайыммы инде, бабай?» – ти.
Бирермен мин уға «ҡайһы берәүҙәрҙе, ташбаш, таптырырмын мин унан «бабай»ҙы. Ҡара һин, ә, нисек кенә һөйләшә ҙурҙар менән. Үҙенсә, һанға һуҡмауы, йәнәһе. Һуғырһың, һуҡтырырбыҙ. Көрәп аҡса алам тип кенә осоноп китергә ярамай ул улай. Закун бөтәһе өсөн дә бер. Гөлмәһиә малайы өсөн генә айырым яҙылмаған закун.
Ҡәҙерле силсәүит, мин үтенәм һеҙҙән, минең, йәғни, мәҫәлән, Аллабирҙе Ҡыҙғанбаевтың ғаилә тыныслығын һаҡлауҙы. Күпмегә ҡәҙәр ул Гөлмәһиәнең һалдаттан ҡайтҡан Миңләхмәте, флотский кейем кейгән булып, бөтә ауыл ҡыҙҙарын ауыҙына ҡаратып йөрөтөр? Күпмегә ҡәҙәр мин, төндә йоҡламайынса, ҡыҙымдың ҡайтҡанын һаҡлап ултырырға тейеш?
Шуның өсөн мин, элекке красноармиес булараҡ, әйтәм: ниңә тип, Гөлмәһиә малайы менән минең ҡыҙҙы, ике айҙан һуң килерһегеҙ, тип бороп сығарҙығыҙ? Мин үҙем, мәҫәлән, ундай закунды ишеткәнем юҡ. Шуға күрә Миңләхмәт менән минең ҡыҙҙың загыслашыу срогын киләһе йомаға – мин һарыҡ һуйған көнгә тура килерлек итеп ҡыҫҡартыуығыҙҙы һорайым. Юҡһа, уның өсөн тағы бер һарыҡ һуясағым юҡ минең!»
Рөстәм ЗАМАНОВ.