

– Һаман да балыҡҡа йөрөйһөңмө? – тигән булам.
– Эйе.
– Эләгәме?
– Буш ҡайтҡан юҡ, барған һайын – бер биҙрә.
– О-оһо! Афарин!.. Берәй мине лә эйәртер инең?
–Ҡармаҡ-фәләнең бармы? Әйҙә иртәгә үк, ял даһа...
Балыҡсылауға үтә әүәҫ булмаһам да, Ғәбделсафа, барған һайын – бер биҙрә, тигәс, сәм тигән нәмәкәй уянып китте, ҡәһәрең. Нүжәле, мин әйтәм, берәй кило балыҡ ҡаптыра алмаҫмын?
...Ярты сәғәт тирәһе уҙыуға, автобус бәләкәс ауыл туҡталышына етте. Дуҫым “төшәбеҙ” тигән мәғәнәне ишаралап ымланы...
– Анау таллыҡта бер семәкәй бар. Кисә шунда ултырҙым.
Апаруҡ ваҡыт үткәс, Ғәбделсафаға өндәштем:
– Тауыш-тының юҡ, ҡабамы, дуҫ?
– Балыҡ тауышҡа һиҙгер ул, һин бик шаулама әле. Былай ҡапҡылай, – тине был. Йәнә шымдым. Оҫта иҫкәрткәс, тыңламай булмай.
Төшкө тамаҡ ялғау мәлендә дуҫым артыҡ асылманы. Тағы ике сәғәт ултырырға иҫәбе барын ғына иҫкәртте...
– Мәслихәт! Бәхеттән көн матур. Буш ҡул менән ҡайтмайбыҙ, – тип, ризалығымды еткерҙем Ғәбделсафаға.
Бар иғтибарҙы ҡалҡыуысҡа төбәп, мауығып ултырыуҙан ваҡыт уҙыуын һиҙмәй ҙә ҡалғанмын.
– Йыйындыҡ! Юғиһә автобусҡа һуңлайбыҙ, – тигән тауышҡа ҡапыл-ҡара һиҫкәнә төштөм. Әйберҙәрҙе йыя һалып, Ғәбделсафа янына килдем. Балыҡты күпме ҡаптырыуы менән ҡыҙыҡһындым.
–Балыҡты теттең генәме, дуҫ?
– Бер биҙрә тоттом. Үҙең һуң?
– Һәүәҫкәр балыҡсыға ярарлыҡ. Ике кило тирәһе.
– Бер сама икән.
– Бәй, бер биҙрә, тигәйнең дәһә.
– Шулай булғас, нимә тип әйтәйем. Ышанмаһаң, ҡара – ана ултыра.
Ҡараһам, ярты кило һыйырлыҡ пластмасса биҙрә, имеш.
...Ауылға ҡайтҡайным күптән түгел. Тиң-тоштар менән һөйләшеп торҙом.
– “Бер биҙрә”не күргәнең юҡмы? – тип һорап ҡуйҙы минән әңгәмәселәрҙең береһе.
– Ә?
– Ғәбделсафаны әйтәм инде. Ҡушаматы үҙгәргән, ти. Батрак түгел, Бер биҙрә, имеш, тиҙәр икән хәҙер. Бер ҡалала йәшәгәс, беләһеңдер тарихын.
Аяҡ аҫтымда ер уйылдымы ни, күҙ алдыма бөтәһенә лә шым ғына ярҙам итеп йөрөгән Ғәбделсафаның йәш сағы килеп баҫа. Ә беҙ...
Оят ине миңә был мәлдә. Ауылға хәбәр кем аша килеп еткәндер, әммә ҡушамат сәпәү ғәйебе туранан-тура миңә ҡағыла ине бит...