-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Тәскирә, Тайфур, Тәнзилә

Төртмә телле Тәскирә, тыр­нал­ған танауын тотоп, тиктәҫкә тилереп, тефтели тығынған Тайфурға тайфундай ташланды.

Тәскирә, Тайфур, Тәнзилә
Тәскирә, Тайфур, Тәнзилә

Тәскирәнең тауышына түҙ­мәйенсә, Тайфур, та­ма­ғына ты­ғыныуын ташлап, тегене тың­лап торҙо-тороуын, тик теге тел­­лә­шеүҙән туҡтамағас, тың­лауҙан туҡ­тап, тыпырсыныусы Тәскирәне тәүҙә төрткөләне, та­ғы тетмәһен тетеп, типкеләп туҡмарға тотондо. Торғаны – трагикомедия. Тайфур туҡмап туҡ­тағас, Тәскирә телен тыйып, таҫ­рай­ҙы, телләшергә теләмә­йенсә, тапанып торҙо, теге тағы туҡмарға то­тонмаһын тип, туҡ­тауһыҙ туҡма­лыу­ҙан туйып, тор­­мошоноң төҫһөҙ­ләнеүенә, то­ноҡланыуына төкөрөп, туҡ­тауһыҙ тымауҙан тыңҡыш­лан­ған танаулы торгаш Тахау тарафына түҙемһеҙләнеп тайҙы. Тайфур: ”Тай, тай тыңҡышыңа! Теңкәмә тейҙең! Тәнзиләнең тырнағына тормайһың, темеҫ­кенеп торма“, – тип, тиҫкәре Тәс­кирәнең тыҡылдауынан ты­ныс­ланырға теләп, тағы тәкәб­берлә­неү­ҙән толҡа тапмайынса, “Тормо­шо­боҙ – тормош түгел, торғаны – тамуҡ”, – тип, төкө­рөнөп, туп-тура Тән­зилә тарафына тупылданы. Торғаны – тра­гикомедия .
Тәнзилә туҡмас турауҙан туҡ­­тап: “Тайфурҡайым!”– тип тәтелдәне, тултырма тураны, Тай­фурҙы туйған­сы туҡландыр­ҙы. Тайфур тамаҡла­нып туйғас, тәмәке тоҡандырҙы, тө­төнөн тү­бәгә тиклем түңәрәклә­теп, ты­ныс­­ланғансы тартты, тағы то­ҡандырып тартты. Тәскирәнән тәҡәт­һеҙләнеүен, түбәнһе­те­леүен Тәнзи­ләгә төшөндөрөп тор­маны Тайфур. Тәнзиләһе тә­рилкә тотоп, таҫма тел­ләнеп тор­ғас, Тәскирәнең терһә­ген теш­ләтәйем, тип, теләктәшенән таяныс табырға теләне.
Теләктәшенән таяныс та, тү­шәк тә тапҡан, тартыуын таш­ла­ған, тиҙәр Тайфур тураһында. Тауыш-тартыш­тағы тормош та­муҡҡа тиң тигәнде тыңлағыҙ: туҡмап, туҡмалып түҙеп торор­ға тырышмағыҙ, туғандар.
Тартай теленән таба тигән­дәр.

Тыйнаҡ ТАШБУЛАТОВ тәтелдәгәнде
Кәрим БУЛАТ яҙҙы.

 

Фото: baamboozle.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в