-18 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Йондоҙҙар атыла

Беҙ егет саҡта хаттарыбыҙҙы:– Ай янында яҡты йондоҙ,Минең йондоҙом ғына.Ай булмаһа, ул да байый,Ҡалам яңғыҙым ғына, –тип тамамлай торғайныҡ.Был йондоҙға халыҡтың ихтирамы шул тиклем көслө булды, хатта йәштәр ғаилә ҡорғанда ололар: “Ай менән йондоҙ кеүек мәңге бергә булығыҙ!” – тип теләр ине.

Йондоҙҙар атыла
Йондоҙҙар атыла

Әле тормоштоң үҙгәреүенә күҙ һалам да аптырап ҡуям. Ерҙә йон­доҙҙар шул тиклем күбәйҙе, улар күк көмбәҙендәгеләрҙе ҡаплап бара түгелме?
Бер көн афишаға күҙ һалдым. “Сәхнәлә йондоҙҙар сығыш яһай”, – тиелгән унда. Ҡайттым да ҡатынға: “Әйҙә мәҙәниәт һарайына йондоҙҙар ҡарарға барайыҡ, тик ҡара күҙлегеңде ке­йергә онотма, күҙҙәрең сағы­лыр”, – тинем.
Концерт башланғас, конферансье: “Һеҙҙең алда беҙҙең йондоҙ сығыш яһай, алҡышлап ҡаршы алығыҙ!” – тип ҡулдарын сәпәкәйләне. Йондоҙ атылып сыҡты ла сәхнә уртаһына тарбайып баҫты. Артынан ярым ялан­ғас йондоҙсоҡтары ла пәйҙә булды. Йондоҙ телгә килде:
– Әллә илап алаһы,
Әллә көлөп алаһы.
Әллә ятып алаһы,
Әллә тартып алаһы...
Йондоҙсоҡтары ла тик тормай, йыр ыңғайына әле бөгөләләр, әле һығылалар.
Сәхнәлә икенсе йондоҙ бал­ҡы­ны. Нимә тураһында йырла­ғанын аңларлыҡ түгел, сөнки даңғыр-доңғор килгән музыка ҡолаҡтар­ҙы ярып бара. Ирен­дәренең асылып ябылыуына, ҡулының күкрәк тирәһендә уралыуына ҡарағанда, йыр йөрәккә бәйле булырға тейеш кеүек. Был йондоҙҙоң йон­доҙсоғо берәү генә. Ул матур һәм килешле хәрәкәттәр яһай. Һом­ғол буйлы, ыҫпай кейенгән йон­доҙ­соҡ та­машасыларҙың иғти­барын үҙенә йәлеп итә. Бәлки шуғалыр ҙа гөләмәләрҙе йондоҙ­ға бирмәй, йондоҙсоҡҡа бүләк иттеләр.
Заман бөтөнләй үҙгәрҙе. Йон­доҙ ауырыуы ҡағылмағандар бик һирәктер хәҙер.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең йыйылышында ҡатнашырға тура килде. Етәксенең сығышынан:
– Хоҙай биргән тауыш менән сәхнәгә сығып аҡыралар ҙа, беҙ йондоҙ тип маҡтаналар. Ысын йондоҙҙар беҙҙең өлкәлә ул. Ана Иштимер һепергән майҙансыҡты ҡарағыҙ. Бер сүп күрмәҫһең. Ә Шәмсиәнең йыуған иҙәненә күҙ һалығыҙ әле, ялтырап, күңелде йәлеп итеп тора. Шул иҙәндә аунап-тулап йоҡлағы килә. Бына ҡайҙа ул йондоҙҙар! Уларға тиңләшеп ҡараһындар әле!
Ерҙә йондоҙҙар шул тиклем күбәйҙе, колорадо ҡуңыҙы ла шулай үрсемәҫ.
Сәхнә йондоҙҙары тураһында уйлайым да, Мәғәфүр Хисмә­тул­лин, Фәриҙә Ҡудашева, Сөләй­мән Абдуллин, Заһир Исмәғилев, Ғата Сөләймәнов, Арыҫлан Мө­бәрәков, Рамазан Йәнбәков, Гү­зәл Сөләймәнова, Майя Таһиро­ва һәм башҡа халыҡ ихтирамын яулаған шәхестәрҙе кем тип атарға һуң? Уларҙы йондоҙ тип йөрөтмәнеләр, әммә таратҡан нурҙарын, сәскән ижад яҡты­лығын Башҡортостандар ғына түгел, бар донъя халҡы тойоп йәшәне.

Сәлимйән ҒҮМӘРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в