

– Ҙурыраҡ түгелме һуң был? – тип ҡуя Әхмәт ағай.
– Булһа ни, – тип ҡуя Усман ағай, тыныс ҡына.
– Һалҡыныраҡ булмаҫмы, тим?
– Бына нәмә, Әхмәт ағай, ошо йәшкә етеп, мунсала өшөп үлгән кеше тураһында ишеткәнем булманы, – тип яуаплаған Усман ағай.
Авиация заводы
Азамат ағай малайы Рамазанға өй һалғанда пилорамала таҡта ярҙырып ала. Бер нисә таҡтаһы ҡалтайып та өлгөргән. Колхоз рәйесе быны күрә лә, таҡта ярыусыға барып, һәр ваҡыттағыса ҡыҙыу-ҡыҙыу ғына:
– Азамат ағайың вертолёт та, самолёт та төҙөмәй, буғай. Шулай булғас, уларға пропеллер кәрәк түгел. Уларға верандаға таҡта кәрәк! – ти.
Ебәрергә кәрәк
Һөтсөлөк фермаһында һауыу аппараттарын көйләү, рәтләү, төҙәтеү буйынса ауылда унлаған бригада бар. Район буйынса таралып, машина менән төрлө яҡтарға йөрөп эшләйҙәр. Ошондай бригаданың береһендә өсәү: Заһит ағай, Вәхит ағай һәм Заур ағай. Бер заман былар ҡайһылыр ауылдан офисҡа шылтырата.
– Машинаның моторы шаҡылданы, алып ҡайтыу өсөн трактор ебәрегеҙ!
Баш механик рәйес янына инә. Рәйес бер аҙ уйланып тора ла:
– Өсөһө лә ҡолаҡҡа ҡатыраҡ, уларға ла ишетелгәс, шаҡылдағандыр инде. Трактор ебәрергә кәрәк булыр, – ти.
Йыртыҡтан тишек көлә
– Нәмә, эт таланымы әллә? – ти Шалин ағай Хәйҙәргә, тегенең йыртыҡ көпөһөнә төртөп.
– Эт талар инде ул, ана һине кисә һөйрәтеп тә ҡайтҡандар, тип ишеткәйнем, – ти Хәйҙәр, Шалин ағайҙың бысраҡ фуфайкаһына күрһәтеп.
Прапорщик
– Беләһеңме, прапорщик Закиров нимә эшләгән?
– Ни эшләгән?
– «Көнө буйына бер минут та ултырып торманым», – тип зарланған ҡатынын ике йөҙ тапҡыр ултыртырға һәм торорға мәжбүр иткән.
Нурулла МИҺРАНОВ.