+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хакадама

Мар.СӘЛИМ (Элеккене иҫкә төшөрөп) Беҙҙе бай булырға, бәхетле йәшәргә өйрәтеүселәр күп хәҙер. Әле ана шундай­ҙарҙың тағы береһе килгән тип ишеттем. Беләһегеҙме, кем? Теге... элекке Дума депутаты... япон ҡыҙы... Хамакада... Хатамака... Эйе, Хакадама! Бына шул дама филармонияла, арыу ғына хаҡҡа лекция уҡып, Өфө кешеләрен нисек бай һәм түрә булырға өйрәтә, ти. Оҙаҡ уйлап торманым, саптым шунда.  

Хакадама
Хакадама

Мин килгәндә, филармония алдында Кәтүк йөрөп ята ине. Ул сәхнәлә һауынсы булып уйна­­ған­дағы ҡатын-ҡыҙ күлдәген кейеп алған.
– Авария! – тине Һауынсы-Кәтүк ағай, ойоғон ыштан ба­ла­ғына ҡыҫтырып. – Быйыл бында мин түгел, Хака... мака әҙәм көл­дөрә. Шуны күрергә килгәй­нем, индермәйҙәр. “Әбейҙәргә ничу делать”, – тиҙәр.
Әлдә, Кәтүк кеүек, яҡынса тү­ңә­рәкләп алғанда, туҡһан туғыҙ йәштә түгелмен, тип ҡыуанып филармония ишеген асҡайным, юлыма арҡыры төштөләр.
– Ирҙәргә инергә ярамай! Мас­тер-класс фәҡәт бизнес-леди­ҙар өсөн генә, – тинеләр.
– Ә минең билетым бар!
– Ҡатыныңа бир. Уның өсөн бик файҙалы лекция: “Драйв, кайф һәм карьера”.
Кайфауайт итмәй торһон әле бисәкәй! Кәтүк ағайҙың яулығын һалдырып алдым да башыма бөр­­­кәнем. Билет тикшереүсе аң­ғармай ҙа ҡалды, мин –“ялт” тамаша залына!
Сәхнә алдында Хакадама үҙе баҫып тора. Ул миңә, яғымлы йылмайып:
– Алға үтегеҙ, хөрмәтле ханым! – тине. – Яулығығыҙҙы һалып ҡу­йырға ла ярай.
– Ярамай! Мин мосолман ҡа­тыны.
– О леди-мусульманка! Я вас обожаю! – Хакадама мине үбеп алырға иткәйне, ирененә мыйы­ғым ҡаҙалды ла, ҡысҡырып ебәр­ҙе: – Боже мой! Ир кеше ин­де әллә?
– Юҡ, юҡ! Мин ысын... саф... дивушка! Ксения Собчак кеүек. Түлке мин мужикообразный... Элек ир инем, хәҙер – ҡатын-ҡыҙ.
Теге миңә ғәжәпләнеп ҡараны ла:
– Нимә, пол поменяли, што ли?– тине.
Үәт, күрәҙә! Күҙен дә йоммай, “пол” тип әйтә. Ҡайҙан белгән ул минең иҙән алыштырғанды? Ҡатын бик теңкәгә тейгәс, кисә ыспальныйҙың иҙәнен ҡутарып ташлағайным шул.
– Төнө буйы шиғыр яҙып, иҙән шығырлатып ултыраһың, – тип баш ҡатырҙы бит бисә. – Күр­шеләрҙең, карауат шығырла­талар, тип уйлауы бар. Белмәҫ­тәр һинең төндә шиғыр шығыр­латып ултырғаныңды!
Бисәнең бер ҡатлылығына иҫем китмәй. Мине Хакадаманың зирәклеге таң ҡалдырҙы. Супер-лидер! Юҡҡа уны президент итеп һайламағанбыҙ. Үҙе эшлекле, үҙе кешелекле:
– Азат мусульманка булараҡ, һеҙгә драйв, кайф хаҡында етди уйларға кәрәк. Һеҙ иҫ киткес карьера яһарға хаҡлыһығыҙ. Һеҙ мотлаҡ етәксе булырға, бай йә­шәр­гә тейешһегеҙ!
– Бик ризамын... Тик нисек?
– Мин психолог та, менеджер ҙа түгелмен. Әммә карьера һәм бизнеста уңышҡа ирешеүҙең тура юлын күрһәтә алам. – Хакадама, трибунаға менеп, аяҡтарын бөкләп ултырҙы ла экстра­сен­с­тар­ға хас тылсымлы тауыш менән һөйләй башланы: – Мин ҡатын-ҡыҙ, сүплектә тыуманым, мин – супер! Мин булдырам, ҡулымдан бөтә эш тә килә. Мин һеҙҙе, хөрмәтле ледиҙар, бәхет­ле итер­гә теләйем. Шуға һеҙгә уңыш анатомияһын, тормош даоһын өйрәтәм. Ҡатын-ҡыҙ сибәрлеге менән түгел, энергия­һы менән үҙенә ҡара­тырға тейеш. Ир-атты башы-тояғы менән яулап алығыҙ! Беҙгә ирҙәр шатлыҡ өсөн кәрәк. Драйв, кайф... кәйеф күтәрергә! Һеҙ минең “Sex в большой политике” тигән китабымды уҡы­ғанһы­ғыҙ­ҙыр. – Хакадама ҡара­шын ми­ңә төбәне. – Оҡшанымы?
Ундай китаптың доньяла бар­лығын белмәһәм дә:
– Оҡшаны, – тинем. – Политиканан бигерәк сексы нығыраҡ оҡшаны.
Хакадама ҡәнәғәт йылмайҙы ла лекцияһын дауам итте:
– Ишетеүемсә, һеҙҙең ҡалала ирҙәр, мосолман ҡанундарына таянып, кәм тигәндә дүрт ҡатын менән йәшәй. Минеңсә, бөгөнгө модернизация заманында бизнес-вумендарҙың минимум дүрт ире булырға тейеш.
Залда ултырған ҡатын-ҡыҙ шаулаша башланы:
– Дүртәүҙе түгел, берәүҙе лә аҫрап булмай әле!
– Һеҙ мине дөрөҫ аңла­ма­нығыҙ, ледиҙар. Һеҙ түгел, улар һеҙҙе ҡарарға бурыслы. Шуға күрә бер ирегеҙ – начальник, икенсеһе биз­несмен булырға тейеш, өсөн­сөһө өйҙә хеҙмәтсе ролен баш­ҡар­һа, дүртенсеһе ял иткәндә яҡшы кайф өсөн кәрәк. Ирҙәр бит ул кәзә тәкәһе кеүек. Тәүге биш йылда бөтә “тәкә” лә принц булып күренә. Шуға уларҙы биш йыл һайын алыштырып торорға кәрәк. Драйв, кайф!.. Ҡатын-ҡыҙҙар дәүере килә!
Бынағайыш... Матриархат кире ҡайта, тимәк. Былай булғас, артабан ир булып йәшәүҙең мәғә­нәһе юҡ. “Пол” тип, миңә ыспальный иҙәнен түгел, үҙемдең енесте алыштырырға кәрәк.
– Ҡатын-ҡыҙҙар дәүерендә кайфта йәшәгем килә-ә-ә!
Яулығымды һалдым да пеләш башымды өҫтәлдә аяғын бөкләп ултырған Хакадаманың яланғас табанына илтеп терәнем...

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: