+7 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл

Күгәргән бесән

Ни күҙе менән күрһен, Әхмәт­г­әрәй ҡарттың бер кәбән бесәнен урлап алып киткәндәр!Ваҡытында ташып ҡуя алманы шул. Ҡапыл ауырып китте. Бер айлап дауаханала ятырға ту­ра килде уға. Бына шунан ҡай­тыш­лай, кәбәнемә күҙ һалайым, тип, болондағы бесәнлеккә һу­ғылғай­ны.

Күгәргән бесәнКүгәргән бесән
Күгәргән бесән

Әхмәтгәрәй ҡарт, ке­йәүе бүләк иткән кеҫә телефонын алып, шунда уҡ тейешле урынға хәбәр итте.
... Бер сәғәттән, быҙау ҙурлыҡ эт етәкләп, ике полиция хеҙмәт­кәре ауыл осонан килеп тә инде. Улар артынан эйәргән Әхмәтгә­рәй ҡарт, эткә еҫкәтергә тип, бер ус күгәргән бесән тотҡан. Урлан­ған кәбән төбөндә шул ғына тороп ҡалғайны.
Бына бер заман эт ауыл осонда йәшәүсе сәрхүш Сәләхиҙең ҡап­ҡаһына табан башын борҙо.
“Әһә! Ҡаптыңмы, сәрхүш?! – тип уйланы Әхмәтгәрәй ҡарт. – Минең бесәнде һатып, баш тө­ҙәт­теңме? Айнымаҫ башыңды төрмәлә серетәм мин һинең былай булғас!”
Тик эт, Сәләхиҙе ҡыҙғанған­дай, ферма ҡарауылсыһы Ҡор­манай­ҙарға табан ынтылды.
“Әһә! Эләктеңме, ҡараҡ?! – тип ҡыуанды Әхмәтгәрәй. – Ғүмер буйы ферма фуражын мал­­дарыңа ташының. Инде ми­нең бесәнгә лә күҙең төштөмө? Хә­ҙер бына үҙеңде ҡарауыллап аҫрая­саҡ­тар! Төрмәлә серейәсәк башың!..”
Әммә эт Ҡорманайҙарҙы ла урап уҙҙы. Унан полиция хеҙмәт­кәрҙәрен фермер Фәнәүиҙәргә та­бан һөйрәне.
“Әһә! Колхоздың ярты ба­ҫыуын баҫып алыу ғына етмәгән, инде шәхси хужалыҡтарға ла ҡул һуҙа башланыңмы, ҡомһоҙ?! Бына хәҙер ҡыҫҡартам мин һинең ҡулдарыңды!”
Ләкин эт Фәнәүиҙең күршеһе­нә табан тартылды.
“Әһә! Ҡаптыңмы?!” Әхмәт­гә­рәй ҡарт был йорт хужаһын да эттән алып эткә һалды, төрмә ме­нән янаны. Бына шулай һәр йорт хужаһын йә яуызлыҡта, йә уғрылыҡта ғәйепләп, яман тир­гәнеп килде ул. Ә эт һаман алға тартылды. Инде хәҙер ҡараҡтың тотоласағына тамам өмөтөн өҙгәйне ҡарт. Әммә шул саҡ полиция сержанты:
– Тапты-ы-ы-ҡ! – тип ҡыс­ҡы­рып еберҙе.
Бәй, бәй, ҡараһа, Әхмәтгәрәй ҡарт... үҙ ихатаһына килеп ингән дәһә! Ана, аҙбар артында уның кәбәне лә ултыра.
Эт өргән тауышҡа ҡарсығы атылып килеп сыҡты.
– Бүлнистән ҡастыңмы әллә, ҡартлас? Булыр ул һинән! – тине ул, эт етәкләгән полиция хеҙмәт­кәрҙәрен күргәс. – Былар һине баҫтырып килдеме әллә?
Эштең ниҙәлеген тиҙ аңлат­ты­­лар ҡарсыҡҡа.
– Сирләп ятҡан кешегә бер ярҙам булыр, тип, бесәнеңде элекке көн бажаң килтереп ҡуй­ҙы бит, – тине ҡарсыҡ, ҡартына әрнеүле ҡараш ташлап. – Ғүмер буйы кешенән шикләнеп йәшә­нең...
Быны ишеткәс, Әхмәтгәрәй ҡарт шартлар хәлгә етте.
– Ах, яуыз! – тине ул, бажаһы тарафына йоҙроғон болғап. – Мине әҙәм мәсхәрәһенә ҡалдыр­маҡсы булдыңмы?! Судҡа бирәм, төрмәлә серетәм мин һине!..

Зариф ШӘРИФУЛЛИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас