+13 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл

Татлыбай

Тормош бер урында тормай бит ул. Бына беҙҙең йортта ла үҙгәреш булып алды. Күршеләребеҙ яңы фатирға кү­сеп киткәс, башҡалар килде. Яңы хужаның исеме Татлыбай икән.

ТатлыбайТатлыбай
Татлыбай

Шундай йола бар: күршеңә тәү тапҡыр буш ҡул менән күренергә ярамай. Был, әлбиттә, ат һуйып алып инергә тигәнде аңлатмай. Нимә булһа ла ярай: тоҙмо, ярмамы, шырпымы, тигәндәй. Мин дә, бер ҡап тоҙ тотоп, яңы күр­шемдең ишеген шаҡыным. Ишек шар асылып китте. Тупһала, ҡо­сағын бөркөт ҡанатылай йә­йеп, Татлыбай күрше балҡып тора ине.
– Һо-о-о! – тип һуҙҙы ул, сит ер­ҙә иң яҡын туғанын осрат­ҡан­дай. – Әйҙә, әйҙә, түрҙән рәхим ит!
– Бына быны алып ҡуй әле, күр­ше, – тинем, күстәнәсемде һу­­ҙып. – Аштарығыҙ һәр саҡ тәмле булһын!
– Кескәй генә күстәнәсеңде ҙур бүләк итеп ҡабул итәм. Ә һи­ңә икһеҙ-сикһеҙ Һаҡмар буйы туғайҙарын, шул туғайҙарҙа үҫ­кән сәскәләрҙе бүләк итәм! Тор­мошоң гүзәл сәскәләр­ҙәй бул­һын! – тип теҙеп китте күршем.
Татлыбайҙың ифрат киң күңел­ле булыуы хаҡында һүҙ таралып өлгөргәйне инде. Ысынлап та, шу­лай икән. Икенсе көндө ул, ғә­ҙәттәгесә, ауыҙы ҡолаҡ артына еткәнсе йылмайып, миңә килеп инде.
– Һо-о-о! Һаумы, күрше! Мин һиңә Һаҡмар буйы туғайҙарын­дағы гүзәл сәскәләргә өҫтәп, мөһабәт Ирәндек тауын, уның итәгендәге мәшһүр урмандарҙы ла кейектәре менән бергә бүләк итергә булдым, – тине ул, ҡо­сағын ысынлап та тау иңләрлек итеп йәйеп.
Ни тиһең инде шундай киң күңелле кешегә? Рәхмәт, күрше, рәхмәт, тип, бик һәйбәтләп һыйлап сығарҙым үҙен.
Уның киң күңеллелеге мине генә түгел, башҡа күршеләрҙе лә ғәжәпкә ҡалдырған икән. Хикмәт күршегә – Балхаш күлен, Ғәлинур күршегә – Нөгөш һыу­һаҡлағысын, Маһинур күршегә – Рио-де-Жанейро ҡалаһын, Сәмиғә күршегә Татар боғаҙын бүләк иткән. Әле бер көндө мине йәнә таң ҡалдырҙы: Үле диңгеҙҙе бүләк итте! Бының менән генә бөтһә, бер хәл, тора-бара Татлыбай күршенең йомартлығы һөҙөмтәһе булараҡ, Тымыҡ океан да, Галапагос утрауы менән бер­гә, минең ҡарамаҡҡа күсте. Шул тиклем киң күңелле кеше булыр икән! Ундай кешегә үҙенән-үҙе тартылаһың, бер һөйләшеүе үҙе бер ғүмер.
Кисә шулай ит сабырға балта кәрәк булып китте. Мин тиҙ генә Татлыбай күршегә индем.
– Балта? – тип һораны ул, ғә­ҙәттәгесә ауыҙын йырып. – Нимә һөйләйһең һин, күрше?! Мин һиңә балта ғына түгел, Мальта утрауын бирәм! Бушҡа! Мальта ғына нимә, Сиам ҡултығы ла һинеке булһын. Бер ыңғайҙан Ан­даман диңгеҙен дә ал. Тянь-Шань тауы...
– Рәхмәт, күрше, миңә балта ғына кәрәк...
– Балта, тип ауыҙыңды ла асма! Порт-Оф-Спейн эсеңде тишмәҫ. Антарктида ла һинең ҡарамаҡта!
Инде бөтә Ер шарын бүләк итә инде, тигәндә, мин сигенә-сигенә сығыу яғын ҡарай башланым.
Ул миңә балта бирмәне.
– Ай менән ҡояш та һинеке булһын! – тип ҡысҡырып ҡалды Татлыбай, ишеген “шарт!” иттереп ябып.

Монафиҡ ЯМАЛОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас