-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Берҙәмлек көнө

Сидоров башы ауыртып уянды.“Артыҡ йоҡланым шикелле, – тип уйланы ул, ләкин текелдәүсе будильникка күҙ һалғас мығырланы: – Юҡ, артыҡ йоҡламағанмын...” Уяныр алдынан ул ғәжәйеп төш күрҙе... Имеш, супермаркетта өс литрлы банкала араҡы һаталар, етмәһә, уға йәм-йәшел тоҙланған ҡыяр тултырғандар.

Берҙәмлек көнө
Берҙәмлек көнө

“Бындай банкалар төшкә генә инеүе мөмкин”, – тип уйланы Сидоров һәм, бесән күргән аттай, кешнәп ебәрҙе:
– Араҡыһы ла, ҡабымлығы ла – бер юлы!
Сидоровтың инаныуынса, был төҫлө төш ине, сөнки ҡы­ҙыл аҡсаға ике банка араҡы алды.
Араҡыны эстеме, юҡмы – иҫенә төшмәне, әммә кем менәндер һуғышҡыһы киле­үе хәтерендә уйылып ҡалған. Тик шуныһы аңлашылмай: ни өсөн? Ярай әле, ваҡы­тында уянды!
Кухняла таҡы-тоҡо менән сәй эскәндә радио тыңланы. Рәсәйҙә айырылышҡан ир­ҙәр­гә һәм ҡатындарға килә­сәктә ап-аруҡ дәүләт пош­линаһы янай: йәнәһе, ғаилә­ләрҙе тарҡатмаҫ өсөн.
“Миңә бындай ҡурҡыныс янамай”, – яңыраҡ ҡына һуң­ғы никахһыҙ ҡатыны менән айырылышҡан Сидоров көлөмһөрәне.
– Хәйер, Рәсәй миллионер­ҙарына ла... Уларға бындай пошлина сүп кенә. – Ул радионан ишетмәҫ борон уҡ әле йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә бындай даланлы егеттәрҙең 20 процентҡа артыуын белә ине.
– Беҙ планетала яңынан иң алдынғыһы! – Сидоров әсе көлдө, үҙен шунда уҡ серегән бай итеп тойҙо.
Аҙаҡ ул Карл Маркстың “Капитал” китабы донъя күреүенә 150 йыл тулыуын белде.
“Маркс бабай капитализм тураһында төҫлө төштәр күрмәгәндер, – тип уйланы Сидоров. – Күрһә, буржуй­ҙар, өҫтәмә хаҡ һәм хеҙмәт­сәндәрҙе эксплуатациялау хаҡында китап яҙмаҫ ине. Ә уның әйткәндәре бөгөн дә әһәмиәтле, бигерәк тә беҙҙең Рәсәй өсөн”.
Сидоров быға бер тамсы ла шикләнмәне, сөнки институт тамамланы, ул ваҡыт­та юғары белем тураһындағы дипломдар һәр мөйөштә һатылманы, хатта фәнни коммунизм буйынса дәүләт имтиханын “отлично”ға тап­шырҙы.
Яңылыҡтарҙан һуң радионан “Халыҡтар берҙәмлеге көнө” хаҡында һөйләнеләр. Сидоровҡа, бөтә илгә иртәгә байрам буласағын иҫкә тө­шөрҙөләр. Ул тормошҡа баш­ҡа көндәргә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡыуанырға тейеш.
Ләкин Сидоров бер нәмәгә лә ҡыуанманы. Уның башынан төҫлө төш китмәне: йәм-йәшел ҡыяр тултырылған өс литрлы банкалағы араҡы...
“Минең кеүек бөтә кеше лә төҫлө төш күрмәй ҙә баһа, – тип уйланы ул моңһоу­ланып. – Кемдеңдер уянғас ысынлап һуғышҡыһы килер, хатта Карл Марксты уҡыһа ла”.

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в