-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Кризис

Донъя тамам иҡтисади кризисҡа төшә бит, йәмәғәт. Беҙҙең ойошманы ла һәр яҡлап ҡыҫа башланылар. Бер нәмә булһа, әллә эшеңдән ҡолаҡ ҡағаһың киләме, тип кенә торалар. Шулай ҙа, рәхмәт яуғыры, хәлебеҙгә инеп, ҡыуандырып торорға ла онотмайҙар. Бөгөн, мәҫәлән, эш хаҡын арттырыу тураһында иғлан тора ине.

Кризис
Кризис

–Директор алдағы айҙан эш хаҡын 0,025 процентҡа күтәрә, – тип ишектән инеү менән ҡатын­дан һөйөнсө алдым.
– Ул аҡсаны ҡасан түләй башларҙар икән, инде биш ай хеҙмәт хаҡы күргәнең юҡ бит, – тип кәйефемде төшөрҙө.
Бер кисте, кризисты имен-аман сығыуға бағышлаған ғаилә советында:
– Беҙҙең һәр беребеҙ ғаилә бюджетында аҡсаны янға ҡалдырыуға үҙ өлөшөн индерергә тейеш, – тине ҡатын. – Һин эсеүҙе ташлайһың, ә мин –тәмәке тартыуҙы... Шулай итеп, ашау шаҡтай ҡыҫылды, тәм-том тураһында һөйләйһе лә түгел.
Ризыҡтан тыш кешегә рухи аҙыҡ та кәрәк бит әле. Ҡаҙан театры килгән, тигәс, билет алдыҡ... икебеҙгә берҙе. Ҡатын барып ҡарар ҙа, ҡайтҡас, миңә һөйләр тигән ҡарарға килдек...
Иртән һөтһөҙ, шәкәрһеҙ генә сәй эсеп ултыра инем, аш бүлмәһенә ҡатыным килеп инде. Ауыҙы ҡолағына еткән, ун миллион доллар отҡан, тиерһең!
– Бына, ҡара әле билетҡа, – тип ул минең танау төбөндә кисәге билетты һелкетә. – Уның бит контроле йыртылмаған!
– Шунан ни булған? – тим мин, үтә күренмәле сәйҙе уртлап.
– Шул ҡәҙәр ҙә башһыҙ булырһың икән, аңғыра һарыҡтан да хужыраҡһың! Был бит, йән киҫәгем, шанс!..
– Ниндәй шанс ул тағы?
– Һинең үҙеңә спектаклде барып ҡарарға була, тигән һүҙ!
– Нисек?..
– Уф, үлтерә инде был. Эшеңдән иртәрәк сығаһың да театрға бараһың. Спектакль ҡарап, эсең ҡатҡансы көлөп ҡайтаһың. Аңланыңмы?!
– Ә билет?
– Бына бит билет, контроле йыртылмаған. Числоһын һораһалар, башыңды тилегә һалып, көнөн бутағанмын, тиерһең. Хәйер, һинең төҫ-башыңа ҡарап, билетһыҙ ҙа индерәләр инде...
Эштән һуң театрға барҙым. Кеше бар, ләкин артыҡ күп түгел. Бик шыма ғына кереп киттем, әй. Халыҡ та хәйләкәр хәҙер, барыһы ла гел артҡы рәттәргә осһоҙло билет алғандар. Ә алғылары буп-буш – шаром покати.. ВИП урында бер пеләш башлы ағай ғына ҡатыны менән ултыра. Башланырға ҡыңғырау шылтырағас, арттағылар алға күсте. Шулай итеп, халыҡ ярты хаҡҡа спектакль ҡараны. Мин иң алда, беренсе рәттә ултырҙым.
Кризис тип мәҙәниәт һарайын бөтөнләй йылытмайҙар икән, беҙ, тамашасылар, өҫтөбөҙҙө һалмайынса ҡараныҡ. Алҡыштар ҙа бик тоноҡ сыҡты. Бирсәткә кейеп ҡул сапҡас ни. Спектакль ҡыҙыҡ булғандан түгел, бер аҙ йылынайыҡ тип күпселек халыҡ дәррәү ҡул сапты, ахыры. Ну, артистар ҡыҙғаныс инде, малай. Спектакль буйы сабып йөрөйҙәр... өшөмәҫ өсөн.
Был кризис тигәндәре тиҙҙән бөтә, тип һөйләйҙәр, дөрөҫ булһа. Вәт, иркен тын алып йәшәй башлар инек! Хәйер, уның бөткәнен дә белмәй ҡалырбыҙ әле, башланыр алдынан да халыҡҡа иғлан итеп торманылар бит.

Фәнүз ХӘБИБУЛЛИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в