Әлегә, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, донъялар буталсыҡҡа әйләнеп бара. Кем нисек булдыра ала, шулай йәшәп, әрһеҙерәктәр ябай халыҡты алдап маташа. Булдыра алмағандар үҙҙәре ғәйепле. Ну, дөйөм алғанда, кемгә еңел хәҙер? Бергә булырға кәрәктер, тип уйлайым... Тел төбөн аңлайһығыҙҙыр... Ҡхм, ҡхм...
Ярай, улайһа. Тәк, Сәлихә ҡоҙағый, был арала ҡалаға, баҙарға тип сапмайыраҡ торорһоғоҙ, минең исемлектә һеҙ – мәктәп директоры. Ҡурҡма, һатыуға тигән ҡорот-эремсектәреңә бер нәмә лә булмаҫ, тикшереү үткәс, үҙем машина менән барып, һатышып ҡайтырмын.
Мә, бына ошо ҡағыҙҙа яҙылғандарҙы ятла, теге ваҡыттағы һымаҡ үҙеңдән бер нәмә лә өҫтәмә. Кабинеттың асҡысы – вахтала, уҡыусылар иҫкәртелгән. Кеҫәңә «тамыр» һандар ҡағыҙҙың артында яҙылған.
Дәлше киттек. Рәжәп ҡәйнеш, һин – өйрәнгән кеше, тағы ла шул ферма мөдире булып торорһоң. Ҡурҡма, бынау ҡағыҙҙа бөтәһе лә яҙылған. Тик күрһәткестәрҙе бутап ҡуйма. Гонорары тураһында бөгөн кис үҙем инеп сығырмын, шунда килешербеҙ.
Тә-әк, артабан, Мәүлиә еңгә, балалар баҡсаһы мөдире вазифаһы – һиндә. Үҙең беләһең, был өлкәлә һинән дә шәбе юҡ. Ул тауыш тиһеңме, үҙеңде тотошоң – һуйған да ҡаплаған мөдир. Эйе, ысынлап әйтәм. Йәл, уҡымағанһың ғына. Ул сағында.... тәүбә-тәүбә, әллә нимәгә төшөп барамсы... Ә-ә, Фирүз ағайымдың рөхсәтен алдым, ул үҙе бер көнгә шунда ҡарауылсы булырға ризалашты. Һеҙҙең менән дә ҡул бирештек.
Ә-һә, бына Фәһимә балдыҙ ҙа үҙ ваҡытын белеп кенә килеп етте. Ызначит, һин – клуб мөдире. Фигураң да, һөйләшеүең дә, йылмайыуың да килешле. Тик юбкаңдың оҙонорағын кейеп, ирен буяғысыңдың төҫһөҙөрәген һөрт, йәме. Еҙнәкәйеңде беләһең, буш итмәм. Тағы ла, ҡара әле, балдыҙым-яңғыҙым, тикшереүселәргә бәйләнмә, пажалыста. Яңғыҙ булһаң ни, йәшең үтмәгән әле. Кем әйтмешләй, самай һөйөр саҡ ҡына. Үҙем һиңә тигәнен генә табып бирермен. Күптән ҡарап та ҡуйғанмын. Тик һин кеше алдында минең йөҙҙө ҡыҙартма!
Тәк-тәк, эһе, бригадир... Теге ни бит әле, Нәзир бажа, һиңә генә күҙ төбәп торам. Минең ҡыҙған саҡта әйтелгәндәрҙе ғәфү ит, йәме... Ни тиһәң дә, бажаларбыҙ, ғүмер буйы күрше йәшәйбеҙ. Яңы йортоңдо бөтөрөшөрмөн, балаларың, әйҙә, рәхәтләнеп беҙҙең быуала һыу инһен. Йәлке түгел. Тик һин күпте беләһең, белгәндәреңде онот, бына ошо ҡағыҙға һиңә лә текст төҙөгәйнем. Артыҡ һүҙ ысҡындырма. Килештекме? – тип тамамланы йыйылышты ауыл хакимиәте башлығы, мәктәп директоры, ферма мөдире, балалар баҡсаһы мөдире, клуб мөдире, бригадир вазифаларын бергә алып барыусы Ҡаҙнабаев. – Барыһы ла булды шикелле...
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.