Уйланған уй – эшләнгән эш, тигәндәй, совет осоронда бушҡа бирелгән клуб саҡлы фатирҙы биш миллионға һатып ебәрҙеләр. Өсөһөн шунда уҡ ҡыҙҙарына тотторҙолар. Ҡалған икеһе, яҡшы ғына йорт алып, мал-тыуар, умарта йүнәтеп һәм, әлбиттә, автомашинаға эйә булып, оҙаҡ ҡына ҡайғы-хәсрәтһеҙ йәшәргә етер кеүек ине. Тик барыһы ла улар уйлағанса килеп сыҡманы...
Күңелдәренә яҡын бер ауылда 300 меңгә бик шәп йорт таптылар. Осһоҙға ғына йортло булдыҡ, тип ҡыуанырға өлгөрмәнеләр – ҡара ҡайғыға ҡалдылар. Күршеләре бик ғауғалы икән. Көнө-төнө аҡырыш та, талаш. Хет башыңды алып сығып ҡас! Теге бушлай тигәндәй йорт һатып китеүселәр нәҡ шулай иткән дә. Тик Фәрит менән Рәфиҙә улар артынан эйәрәлмәй шул инде – аҡсалар туҙҙырылған. Аҙбар тулы мал-тыуар, баҡса тулы умарта! Ҡайҙа китәһең шуларҙы ташлап? Етмәһә, йорт та, ауыл үҙе лә бик оҡшай. Саф шишмә һыуын эсеп туйғыһыҙ! Эргәлә генә йылға – хет һыу ҡойон, хет балыҡ тот. Фәрит бит нисә йылдар хыялланды ҡартлыҡты шундай ожмахта үткәреү тураһында!
Үҙ баштарына төшкән бәләне таныш-белешкә һөйләп, зарланып йәшәп ятҡанда, бер аҡыллыһы шәп кәңәш бирҙе:
– Юҡ өсөн баш ватмағыҙ: күршеләр тауышлана тип кенә, кеше йорт ташлай тиме ни! Тауыштан ҡотолоу сараһы бар бит...
– Нисек?!
– Пластик тәҙрә – шуларҙы ҡуйҙырып алаһың да, бер ни ишетмәй рәхәтләнеп йәшәйһең. Улар аша хатта машина тауышы ла ишетелмәй, не то что күршеләрҙең талашҡаны!
Ярай әле, пластик тәҙрәлек кенә аҡса ҡалғайны. Оҫталар бер көндә ҡуйып киттеләр ул замана тәҙрәләрен.
Фәрит менән Рәфиҙә, пластик тәҙрәле өйҙәрендә тын ҡалып, урамдан килгән тауыштарҙы тыңларға кереште. Машина тауышы шаҡтай яҡшы ишетелә булып сыҡты. Күршеләрҙең ҡысҡырышҡаны нисек икән? Улары ла һиңә кәрәк саҡта ғына ауыҙҙарына һыу ҡапты.
– Әйҙә, булмаһа, мин, тышҡы яҡта ҡысҡырып һүгенеп ҡарайым, ә һин тыңлап тор, – тип, Фәрит сығып китте. Уның башына ҡатынын шаяртып алыу ниәте килгәйне. Ул, ғөмүмән, шаян холоҡло кеше, ә инде бер ҡатлыраҡ ҡатынынан көлөргә тиһәң – уны ҡуш.
Фәрит, ғауғалы күршеләренә ҡараған тәҙрә төбөнә килеп, аҡырына-баҡырына һүгенергә кереште. Күршеләргә оҡшатып, күҙҙәрен дә аҡайта, ҡулдарын да ел тирмәне урынына һелтәй башланы! Әммә Рәфиҙә бер тауыш та ишетмәй – иренең ауыҙының ҙур итеп асылып-ябылғанын ғына күрә. Әллә шул ҡыуаныстан, әллә иренең ҡыланышынан йығылып көлөргә тотондо. Шунан ире янына сыҡты.
– Булды, былай булғас, бер ни ишетелмәй! Ҡотолдоҡ күршеләрҙең тауышынан! – тип, ирен ҡосаҡлап уҡ алды.
Ә иренең «этлеге» кисен генә беленде: иҫереп ҡайтҡан күршеһе сираттағы концертын башлағас. Фәрит ҡысҡырған, һүгенгән булып ҡыланған ғына икән – ауыҙын асып япҡан, тик бер өн дә сығармаған. Ә Рәфиҙә, пластик тәҙрә аша бер ни ишетелмәй тип, юҡҡа ҡыуанған!
...Пластик тәҙрәләр, тимер ишектәр ҡуйып, тауыштан, уғрыларҙан бер ни ҡәҙәр һаҡланырға була ла ул, ә бына ғауғалы күршенән ҡотолоп булмай. Юҡҡа ғына халыҡ, өйҙән алда күрше һатып ал, тимәгәндер инде.
Рәүеф ХӘКИМОВ.