Әбекәй ултырған килеш төштәр томанына сумды. Проводница ҡыҙҙың:
– Бабушка, скоро ваш выход! – тигәненә тертләп уянып китте. Сумкаһын алып, шәлен ябынайым тиһә, унан елдәр иҫкән! Нимә эшләһен инде, йоҡа яулығын ябынып, поездан төшөп ҡалды. Төн һыуыҡ ҡына, туңдырған, әҙерәк ҡар һирпәләгән. Ярай, бәхетенә күрә, Сабир күршеһе тап булды. Еңел машинаһына ултыртып алып ҡайтты. Күршеһенә шәле юғалыуын һөйләгәс, Сабир:
– Баш иҫән булһын. Шәл табылыр әле, яңыһын алырһың, – тигән булды, тынысландырырға теләп.
– Шулай ҙа ул. Мин уны пенсиямды ярты йыл саҡ-саҡ йыйып алған инем. Шәлем, зерә шәп, ҡыйбатлы булғас, кешегә күренмәй торған еренә “Б” хәрефе сигеп ҡуйғайным. Бер генә ябындым. Яҙмаған, күрәһең, – тине лә, тамағына тығылған илаҡ төйөрөн күҙ йәшенә әйләндермәҫкә тырышып, ҡайтҡансы һөйләшмәне.
Иртәгеһенә кис улы Йәмил ҡаланан ҡайтып төштө. Әсә кеше, балаһын күргәс, шәл ҡайғыһын онотто. Онотмаҫлыҡ та түгел: улының аяҡтарында ҡыйбатлы итек, башында шәшке бүрек, өҫтөндә тире куртка, затлы костюм, ҡулында ике ҙур төйөнсөк. Торғаны Ҡаҙан байы инде! Ауылда саҡта, эсә, ялҡау, әсә елкәһен кимерә, тип һөйләһәләр ҙә, ана, ваҡыты еткәс, аҡылға ултырған, ҡайһылай үҙгәргән.
– Ай-һай, улым! Һәйбәт урында эшләйһең, ахырыһы! – тип һөйләнде шатлығы эсенә һыймаған Бибикамал әбей.
– Бизнесмен бит мин хәҙер. Ул һиңә колхозға, фермерға бушҡа эшләп, трактор майына, һыйыр тиҙәгенә батып йөрөү түгел инде. Бына, апайыма – америка итеге, еҙнәмә – алтын сәғәт, ә һиңә мә, йылы тәнеңдә туҙһын, – тип, әсәһенең яурынына зәңгәр шәл япты. Былай ҙа күңеле тулышҡан Бибикамалдың күҙ йәштәрен тыйырға көсө етмәне, илап ебәрҙе.
– Рәхмәт, улым! Аяҡ-ҡулдарың һыҙлауһыҙ булһын! Кисә генә шәлемде урлағайнылар. Эй, тегеһе һымаҡ матур, ҡабарып тора. Торғаны шул шәлем. Ошо ерендә билдәһе лә бар ине... Бәй, бының шул мөйөшө киҫеп алынған. Нисауа, ябынғас, күренмәй ул...
Ғүмере буйы колхозда бил бөгөп, самалы ғына пенсияһын йыйып алған шәле урынына яңыһы пәйҙә булыуына бала кеүек шатланған әсәһен күреп, күңеле әрнеүҙәнме, әллә, аяуһыҙ һынауҙарға дусар иткән тормошта әҙәмсә йәшәү теләгенән, алама юлға баҫып, урлаған шәлде белмәйенсә ғәзиз әсәһенең үҙенә бүләк итеүен аңлапмы, Йәмил ер тишегенә инерҙәй булды.
– Мин бит... Кеше ҡулынан ғына алдым, бәлки, брак булғандыр. Ғәфү ит мине, әсәй. Бүтән улай итмәм, – тип саҡ-саҡ әйтә алды. «Әмәлен табып, утты һүндерҙем, вагон дөм ҡараңғы ине, шуға һине шәйләмәнем», – тимәҫ бит инде...
Салауат СӘЛИМГӘРӘЕВ.