-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Мөгәрәп

Риф МИФТАХОВ (Хикәйә) Кәбирә менән Кәли, фатирҙарына ҡай­тып, йыуынып-сайынып, ашарға әҙерләп, балалары менән өҫтәл артына ултырырға өлгөрмәйҙәр, йылп итеп күршеләре Фәсхиә килеп тә инә. Ишектән үк хәбәрен тытылдай ҙа башлай. Һин ниндәй хәлдә, ниндәй ҡиәфәттә, нимә менән булаһың, тыңлайһыңмы-юҡмы – уның өсөн барыбер, әйтерһең, бөтә көсөнә ебәрелгән кеше ҡиәфәтендәге магнитофон…

Мөгәрәп
Мөгәрәп

Йөҙөңә лә ҡарамай, бер нәмә лә аңламай – автомат кеүек ата ла ата. Кем­дәр хаҡында, нимәләр тураһында ғына һөйлә­мәй ул! Көн һайын эсеп ҡайтҡан ире, эшһеҙ йөрөгән егерме ете йәшлек малайының мәрйәһенән башлап, баҡса­һында үҫкән ваҡ ҡына көйө кәкрәйеп-бөкрәйеп бөткән ҡыярҙарына тиклем – хәбәренең осо-ҡырыйы юҡ.
Бөгөн дә шулай булды. Туҡылдатып та тормай килеп инде лә, ах та ух килеп, иң яҡын торған ултырғысҡа һикһән килонан ашыуыраҡ арт һанын терәр-терәмәҫтән ире менән киленен тетә лә башланы:
– Эй-й-й ал-ла, бөтөрҙөләр бит башымды, бөтөрҙөләр! Алкаш Ситдиҡ менән ғүмерем әрәм булыу етмәгән, хәҙер килеп был ҡыҙыл ауыҙ, кәзә тояғы йәнемде йә­берләй. Йә инде, шул мәрйәгә өйләнмә тип күпме әйттем малайым Айратҡа. Тыңламаны… Кисә, бот-сатын күрһәтеп, ҡып-ҡыҫҡа юбкаһын, яртылаш түше күренеп торған кофтаһын кейеп, ҡайҙалыр барырға йөрөгәс, түҙмәнем, әйттем. Инәше парнишкалар не полюбит, ти. Бына, хайуан, йөрөп туймаған, бе-бе…
Ошо урында Фәсхиә, сәсәп-сәсәп китте лә, күкрәген ике ҡуллап баҫып, һүҙһеҙ ҡалды. Унан тағы ла ата башланы:
– Бер аҙған бисәне тотоп буламы ни, булмай. Алкаш ир-ат менән бер бит улар. Тәүбә итеп торалар ҙа икенсе көнөн тағы ла башлайҙар. Оят та белмәйҙәр. Тыйыла ла алмайҙар. Йортомда хәҙер ике төрлөһө лә бар. Алкашы ла, уйнашсыһы ла… Йә, ул донъяны мин бер үҙем көтөргә тейешме икән? Бер кемгә бер нәмә кәрәкмәй. Ә һин бында көнө-төнө сабаһың, йөрөй-йөрөй аяҡтар, әйбер күтә­реп, ҡулдар ҡалмай…
Кәбирә, өҫтәлгә һауыт-һаба, аҙыҡ-түлек ҡуйған арала, Фәсхиәгә йөҙө менән борола биреп:
– Ниңә малайың күренмәй? – тип һораны. – Эшкә урынлашманымы әле? Уларға – улығыҙ менән киленегеҙ – әсәләренә ярҙамлашырға ине.
– Ярҙамлашыр ул нахал мәрйә!.. Ә улым һис тә бушамай. Дуҫтарына-таныштарына ныҡ ярҙамлаша бит. Үҙем кеүек, кеше өсөн йәнен бирергә әҙер инде. Кем генә һорамаһын, бара, эшләшә, ныҡ ярҙам итә…
Ошо саҡ Кәбирәнең ире Кәлиҙең башына алдан уйлаған теге хәйләһе шылт итеп килеп төшмәһенме. Был хаҡта ул ҡатынына ла һөйләгәйне. Уныһы бер һүҙ әйтмәй, йылмайып ҡына ҡуйғайны.
– Фәсхиә күрше, – тине ул, уға яҡын­лаң­ҡырап. – Беҙҙең баҡсалағы мөгәрәп баҙына һыу төшә башлаған бит әле.
– Нисек? – Фәсхиә аптыраулы ҡарашын Кәлигә төбәне.
– Шулай. Бына шуға ярҙамығыҙ кәрәк буласаҡ әле, күрше. Һеҙҙең бит мөгәрәп ҡалала, бында йорт янында ғына. Әллә дүрт-биш тоҡ бәрәңгене шунда һалып то­раһығыҙмы?
Вәсхиә, борғоланды-борғоланды ла, урынынан ҡуҙғалып, ишеккә табан йүнәлде.
– Нисек, күрше? – тип ҡабатлап һорау­ға, ыҡ-мыҡ итте лә:
– Әллә инде, – тине. Унан һәләт кенә тытылдай башланы: – Ситдик алкаштың йүнле нәмәһе буламы ни инде ул. Яңыраҡ ҡына, айныҡ ваҡытында, мөгәрәптең түбәһе емерелеп төшкән, тип һөйләп ятты. Эй-й йүнһеҙ ҙә инде, донъя көтөү хаҡын­да бер уйы юҡ, түлке шул аҡбаш булһын уға, алкаш…
– Ниңә, – тине Кәли, етди һөйләшеүен һиҙҙереп, – күмәкләп мөгәрәбен рәтләй­беҙ беҙ уның. Миндә ағас-таш бар…
– Юҡ-юҡ-ҡ, – тине Фәсхиә, сығырға ишек тотҡаһына үрелеп, – ул йүнәтерлек түгел, булмай, булмай… Эй, иҫемә төштө. һин анауы күрше подъездағы Шәһиттең мөгәрәбен белһәң!.. Иҫ китмәле!.. Ауыл йортон индереп ултыртырлыҡ. Шуға һал, таныш та инде – бирер, шул хәтле һаран булмаҫ әле. Күрше булып йәшәп тә рөхсәт итмәһә… онотоп ултырам, минең бит ябылмаҫ элек магазинға барып ҡайтаһым бар ине…
Фәсхиә йәһәт кенә сығып юғалды.
Хәҙер инде ул күршеләренә инмәй. Киреһенсә, кис булһа, төрлө йомош табып, ҡараңғыға тиклем ҡайтмай ҡайҙалыр йөрөп ята.
Хәбәрҙәре менән кемдәрҙең һушын алалыр – билдәһеҙ. Әммә был яҡын күр­шеләре хәҙер йән тыныслығы тапты. Ябай ғына мөгәрәп арҡаһында.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в