Әлбиттә, күҙ төшкәс, күңеленә хуш килгән кеше менән өйләнешеп, нужа бабай һуҙған икмәкте кимереү теләге ул заманда «без проблем» булған. Хәҙерге ҡыҙҙар, егетем аҡса таба белмәй, квартиры ла, машинаһы ла юҡ, тип, кейәүгә сығырға теләмәй. Ә егеттәр «Әсәһен күр ҙә, ҡыҙын ҡос» тигән мәҡәлде яҡшы белә. Улар хәҙерге заман ҡыҙҙарын ҡосаҡҡа алырға бик атлығып бармай, алданып ҡуйыуҙарынан ҡурҡа. Күрәһең, улар үҙҙәре өсөн дә, ҡыҙҙар өсөн дә, тәмәке, һыра алырға һәм уларҙы саунаға йөрөтөргә аҡса еткерә алмам, тип ҡурҡа. Ә элек егеттең сәкмәне, сабатаһы, сәләмәтлеге булһа, башына кейерлек бүрке булмаһа ла, бай кеше менән үҙен тигеҙ тотҡан, сөнки дәрт-дарманы ташҡан. Кәләш алыу өсөн ҡалым түләрлек аҡсаһы булмаһа ла, һәр йәш егет олораҡтарға эйәрепме, үҙе генә булһа ла, күрше тирә-яҡ ауылдарға барырға, ҡыҙ күҙләргә дәртләнеп торған. Димселәргә лә эш етерлек булған. Хәҙер иһә егеттәр генә түгел, димселәр ҙә ҡурҡаҡланды. Мин димләгән йәштәр бергә йәшәй алмаһа, ғәйепле булғым килмәй, тип ҡоттары оса. Ҡот осорлоҡ та шул, баҙар заманы ҡыҙҙарҙың нәфсеһен бигерәк шаштырҙы. Егет ҡыҙға өйләнешәйек тип тәҡдим яһаһа, ҡыҙ: «Ҡарауыл! Көсләйҙәр!» – тип ҡысҡыра. Егет, аҡсам – бер муҡса, тиһә, ҡыҙ, ярай өйләнешеп ҡарайыҡ һуң, ти. Өйләнешкән осраҡта, контракт яҙыуҙы талап итә. Ә контрактта нимә генә юҡ! Ундағы бюрократик яҙмаларҙың күркәм өлгөләрен уҡыуҙан Хоҙай һаҡлаһын! Был «лото уйынында» бары ҡыҙҙар ғына отасаҡ! Ә батша заманында лото уйындары булмаған. Әммә сос йәштәр бәхетле билетты үҙ аҡылдары менән отҡан. Бына, әйтәйек, Таһирҙы ғына алайыҡ. Ул Зөһрәнең Таһиры түгел, әммә татлы теле, йылмайыуы менән тиҫтәләгән ҡыҙҙың һушын алырҙай егет, бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай. Тик атаһы һуғышта үлеп ҡалғас, әсәһе ярлы йәшәгәс, егеттең бүреге булмай. Әммә ул атаһы байыраҡ егеттәр менән дуҫлашҡан, үҙе лә уларға ярҙам иткән. Бер ҡыш көнөндә Таһир, һыуыҡтар, бурандар булыр тип ҡурҡып ятмаған, бер дуҫының бүркен һорап алған да: «Алла бирһә, бирнәле ҡыҙға өйләнһәм, бүректәрем күп булыр!” – тип, эш эҙләйем, тигән булып, Иҙел аръяғына сығып киткән. Йөрөй торғас, Ташлыкүл ауылында ул күлдән һыу алып ҡайтып барыусы ҡыҙҙы осрата. «Бына – Хоҙай бүләк иткән яҙмышым», – тип уйлай. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тип һамаҡлай ҙа, ҡыҙҙы туҡтата. Һыу эсереүен һорай, шул арала татлы телләнеп, исемен дә белә, үҙенекен дә әйтә. Сүкәйеп тулы силәктән һыу эсә лә, һыуыңды үҙем илтәм, тип, ай-вайына ҡуймайынса, ҡыҙҙың күнәктәрен күтәреп ала. Таһир шулай итеп урта хәлле крәҫтиән ғаиләһенә барып инә. Тапҡыр һүҙле, күҙ ҡараштары янып торған уңған ҡыҙға егет мөкиббән китеп ғашиҡ була. Матур буй-һынлы Таһирға Заһиҙәнең дә күҙе төшә. Буласаҡ кейәү ғаилә башлығы Заһиҙулла ҡартҡа ла оҡшай. Ул кейәүенә ваҡ-төйөк мәшәҡәттәрен ышанып тапшыра. Егеттең башҡарған эштәре үҙенә оҡшағас, ҡайны: «Йоланы беләһеңдер, кейәү, ай һайын килеп йөрө», – тип шарт ҡуя. Бер ай үткәс, Таһир, өс көндән ҡайтарып бирермен, тип икенсе иптәшенән бүрек алып тора. Уныһы тегеһенән дә шәберәк була. Иптәштәре алдында дәрәжәһе бермә-бер күтәрелгән Таһирҙың. Ул буласаҡ кәләше янында үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән, тип, дуҫтары үҙҙәре иҫке бүрек кейһәләр кейәләр, әммә өсөнсө, дүртенсе, бишенсе, алтынсы айҙарҙа ла, Таһирға яңы бүрек биреп торалар. Кейәү, яҙ еткәс, етенсе айҙа ла кәләше янына өр-яңы бүрек кейеп бара. Кейәү бай икән, тип уйлай Заһиҙулла ҡарт, ҡыҙыҡһыныуҙан, һүҙ юҡта, һүҙ булһын, тип:
– Кейәү, әллә бүректәрең бик күп инде? – тип һорай.
– Эйе, бар улар, ҡайһы саҡта ниндәйерәк бүректе кейергә тип буталам, – ти.
– Улай булғас ниңә өйләнмәй йөрөйһөң? – ти ҡарт.
– Бер йылдан һуң ғына рөхсәт булыр, тигәйнең бит, бабай, – ти кейәү балаҡай.
– Никах уҡытһаң, ете айҙан да рөхсәт була, – ти ҡарт, кәйефләнеп. Изге маҡсат өсөн алдашыуҙың гонаһы юҡтыр. Иллаһи!
Кәрим БУЛАТ.