-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Яңы йыл алдынан

Флүр ҒӘЛИМОВ (Хикәйә) Утыҙ беренсе декабрь. Төшкө аштан һуң Хисами диванға һуҙылып ятты. Йонсотҡайны. Бына өсөнсө көн магазин прилавкаларын штурмлай. Яңы йылға кешесә әҙерләнергә кәрәк бит инде. Бөтәһе лә булды тиерлек, тик талонға араҡы ғына алынмаған. Бөгөн дә төшкә тиклем ваҡыты шуның менән йөрөп үтте. Тик фәтүә сыҡманы.

Яңы йыл алдынан
Яңы йыл алдынан

Ахмалға төшөп, арманһыҙ булып, буш ҡул менән ҡайтып керҙе.
Көмөшкә бар ҙа ул, ләкин Яңы йылда уны кешегә нисек алып керәһең. (Улар кискә күршеләре менән йыйылышып, Яңы йылды бергәләп ҡаршыларға һөйләшкәйне.)
«Юҡ, былай булмай, араҡыны нисек тә алырға тейешмен! Ҡунаҡҡа ла кәрәк, алмаһаң, талон да янасаҡ. Етмәһә, ҡатын: «Эй, бешмәгән, һинән булмаҫ инде… Теләйһеңме, үҙем барам, «һә» тигәнсе алып ҡайтам?» – тип мыҫҡылланы. Эйe, Хөмәйрә булдырыр ине…
«Тор, Хисами, былай ятыуҙан файҙа юҡ!» – тип үҙенә бойорҙо ла ир, һикереп тороп, кейенә башланы.
– Картуф менән икмәк тә алып ҡайт! Тик ҡара уны, иҫең китеп оҙаҡ йөрөмә, – тип оҙатып ҡалды ҡатыны.
Хисами урамға сыҡты. Ҡала Яңы йылға ҡаршы биҙәлһә лә, халыҡта байрам кәйефе һиҙелмәй. Ҡаршыһына сумка, төргәк тотҡан, сираттарҙа тороп таушалған, арыған кешеләр осраны.
Араҡы магазинында – мәхшәр! Ҡышҡы һарайҙы алғанда ла, моғайын, былай уҡ булмағандыр. Бында ла ҡорбандар күп икән: бер иҫерек сәстәре араһынан быяла ярсыҡтары сүпләй, икенсеһе, ҡанаған ауыҙын баҫып, иҙәнгә ҡойолған тештәрен йыя (вәт, йүләр, кире ҡуйырмын, тиме икән?) Оло йәштәге ир бер ҡулына ҡуйылмалы тештәрен тотҡан, икенсеһе менән таш иҙәнде ҡапшай. Күрәһең, күҙлеген бәреп төшөргәндәр.
Хисами, ике унлыҡ менән талонын ҡулына йомарланы ла, бәләкәй генә тәҙрә тирәһендә өймәкләшеп ҡайнашҡан халыҡҡа барып ҡушылды. «Күрһәтермен мин һиңә бешмәгәнде!» тип уйланы ул ҡатынын күҙ алдына килтереп. Үҙе, йән көсөнә этешә-төртөшә, тәҙрәгә яҡын­лашты. Килеп еттем генә тигәндә, араҡы алып өлгөргән ике-өс кеше уны, үҙҙәре менән бергә этәреп, кире алып сыҡты. «Нисауа, беҙҙең ата-бабалар Париж, Берлин алған, был бәләкәй генә тәҙрә нимә ул!» тип, Хисами тағы һөжүмгә ташланды. Әле уны Хөмәйрәһе күрһә, валлаһи, танымаҫ ине: бешмәгән Хисами күҙҙәре янып торған, алышта ярһыған арыҫланға әйләнгәйне. Бығаса тыныс ҡына аҡҡан ҡанында яугир ата-олатайҙар ғәйрәте уянды, шикелле.
Тәки алды Хисами араҡыны. Шешәләрҙе, һаҡ ҡына тотоп, ҡағыҙға төрҙө лә ҡәҙерләп кенә сумка төбөнә һалды. Хәҙер картуф менән икмәк кенә ҡалды.
Йәшелсә магазинында ла сират ҙур ғына. Тик бында күбеһе ҡатын-ҡыҙ, шуға күрә этеш-төртөш, һуғыш-фәлән юҡ, ара-тирә ҡысҡырыш ҡына ишетелгеләй.
Картуф та булды, хәҙер ҡайтышлай икмәк алыр.
Икмәк магазинына инһә… Эй, Хоҙайым, был ни ғиллә! Бында – ҡиәмәт!
– Был ни хәл? – тип һораны аптыраған Хисами эргәһендә торған ҡарсыҡтан.
– Ахырызаман, улым, ахырызаман. Икмәк бөтә, ти… – Әбей тағы нимәлер һөйләнде, ләкин Хисами уны тыңлап торманы. Ахырызаман булһа ла, икмәк кәрәк бит, сумкаһын тәҙрә төбөнә ҡуйҙы ла халыҡ араһына инеп китте.
Күпме айҡашҡандыр. Төймәләре осҡан, шарфы һәленеп төшкән, күкрәгенә өс буханка икмәк ҡыҫҡан Хисами халыҡ араһынан килеп сыҡты һәм икмәктәрҙе тәҙрә төбөнә ҡуйҙы ла өҫ-башын рәтләргә тотондо. Уның йөҙөндә хәҙер байрам тантанаһы! «Бешмәгән, имеш, хе-хе, йыуаш, имеш», – тип маһайҙы ул, ә күңелендә гөлдәр сәскә атты, һандуғастар һайраны… «Тағы берәй нәмә ҡылайым микән әллә?» – тип уйлап ҡуйҙы, шул хәтле уңыштан дәрте ҡуҙғалған ир. Шунан, тәҙрә аша ҡараңғы төшөп килгәнен күреп, ҡайтырға булды. Әммә сумкаһын алырға үрелгән Хисамиҙың ауыҙы асылды, яңағы һәленеп төштө… Сумка урынында юҡ ине…
Был минут эсендә башынан мең төрлө уй үтте: «Ни эшләргә? Кем ғәйепле? Нисек оялмайынса ҡатын күҙенә күренергә? Әллә ҡайтмаҫҡа микән?» – «Ҡайтмай ҡайҙа бараһың? Икмәгеңде ал да шыл өйөңә!» – тине айыҡ аҡыл. Хисами буйһондо. Һәлмәк кенә боролоп, буханкаларҙы алайым тиһә, –йә Хоҙа! – икмәктәр ҙә юҡ булған…
Хисамиҙың ҡулдары хәлһеҙләнеп, һәленеп төштө. Ошо хәлдә күпме торғандыр.
Яйлап иҫ йыйғас, ҡайтырға сыҡты. Ҡараңғы төшкән. Хисамиға барыбер. Балтаһын һыуға төшөргән меҫкен һымаҡ башын эйеп, һүлпән генә алға атлай…
***
– Ҡайҙа булды һуң был эшкинмәгән? Төн етте бит инде хәҙер. Бер-бер хәлгә юлыҡманымы икән тағы? – тип һөйләнде Хөмәйрә, хәүефле сырай менән урамға ҡарап. «Бешмәгән» булһа ла, ир ғәзиз бит, түҙмәне, сығып әйләнергә булды.
Урамға сығырға булһа, Хөмәйрәнең күңеле күтәрелә! Сәбәбе – йылҡылдап торған өр-яңы шәшке бүректә! Өс көн элек кенә баҙарҙан ете йөҙ һумға һатып алдылар! Был аҡсаларҙы ике йыл тирәһе йыйғайнылар. Күҙҙәре ҡыҙып киткән әхирәттәре бүреккә эрзинкә тегергә кәңәш итте. Һуңғы ваҡытта кешеләрҙең затлы бүректәрен талауҙар йышайғайны. Хөмәйрә бирешә торғандарҙан түгел дә ул… Шулай ҙа, кәңәште тыңлап, бүрегенә эрзинкә текте.
Йылҡылдап торған бүректе ҡулдарына алғас, ҡатын күпмелер һоҡланып ҡарап торҙо. Шунан һамаҡлап ебәрмәй булдыра алманы.
– Һай ҙа, бүреге,
Әллә кемдең бүреге!
Хөмәйрә бүректе кейеп, эрзинкәһен эйәк аҫтына тарттырып ҡуйҙы ла, дөп-дөп баҫып, урамға сығып китте. Йылдам ғына араҡы, йәшелсә, икмәк магазиндарына кереп сыҡты. Ир табылманы. «Иҫән генә тиҙерәк ҡайтып етһен инде», – тип өйөнә ыңғайлауҙан башҡа сара ҡалманы.
Ҡайтып етергә әҙ генә ҡалды. Хөмәйрә ашыға-ашыға атлай: «Бәлки, бешмә… әй, Хисаметдинкәйе ҡайтып, уны зарығып көтөп ултыралыр? Шулай ғына булһын инде…»
Ошонда Хөмәйрәнең наҙлы уйҙары ҡапыл өҙөлдө. Кемдер шым ғына артынан ҡыуып етте лә тупаҫ рәүештә шәшке бүректе һалдырҙы. Хөмәйрә шунда уҡ, боронғо амазонкалар һымаҡ, һуғышсан оран һөрәнләп, дошманына ташланды. Дөмбәҫләне, тырнаны, юлбаҫарҙы ҡыҫып ҡосаҡлап… танауын тешләп өҙҙө. Танауҙы төкөргәс, бар көсөнә һөрәнләп ебәрҙе. Енәйәтсе түҙмәне, табанын ялтыратты.
Ҡатын-ҡыҙ йөрәген аңламаҫһың, – әле йыртҡыс, әле аҡҡош. Хөмәйрә көтмәгәндә дошманын йәлләп ҡуйҙы: «Әллә бигерәк ҡаты бәрелдем инде? Ғүмергә танауһыҙ ҡалды бит, меҫкен…»
– Эй, тауариш! Туҡта! Ҡурҡма, теймәйем! Танауыңды алып кит, тектереп ҡуйырһың! – тип ҡысҡырҙы.
Eнәйәтсе тиҙлеген арттырҙы.
Хөмәйрә ерҙә ятҡан бүреген алып кейҙе, төймәләрен эләктерҙе. «Һе, мөртәт, хатта сумкаһын ташлап ҡасҡан», – тип уйланы ул, аяҡ аҫтында ятҡан ауыр ғына сумканы алып. Ҡалдырып китеп буламы ни, «трофейҙы» алды ла, өйөнә ашыҡты.
Ҡатыны ах та ух килеп ҡайтып ингәндә, Хисами өйҙә эйелгән башын ике ҡуллап тотоп ултыра ине. Ул күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡатынына төбәлде. Хөмәйрә, быны үҙенсә аңлап:
– Бер хәстрүш бүрегемде һалдырырға маташҡайны, тик танауһыҙ ҡалды, хатта сумкаһын да ташлап ҡасты, – тине, шарҡылдап көлөп, һәм дөп иттереп сумканы иҙәнгә ҡуйҙы. Сумка ауып китте лә иҙәнгә картуф тәгәрәне. Хисами атылып килеп сумканы түңкәрҙе. Ҡағыҙға төрөлгән ике шешә араҡы килтереп сығарғас, аптырауҙан күҙҙәрен бәзерәйтеп ҡатынына төбәлде. Ошонда ирҙең күҙҙәре аҡайып китте:
– Кемдең бүреген кейҙең?
– Кемдекен булһын, үҙемдекен, – тине ҡатыны, иренә сәйерһенеп ҡарап. Бүреген сисеп ҡулына алғас, ҡатындың күҙҙәре түңәрәкләнде, туҡтауһыҙ осҡолоҡ тота башланы.
Ҡулындағы бүрек тә йылҡылдап торған шәшке тиреһенән тегелгән, ләкин ул ирҙәрҙеке. Ә Хөмәйрәнең бүреге эрзинкә ярҙамында арҡаһында аҫылынып тора ине.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в