+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Танышыу

(Булған хәл)Зауыҡ менән биҙәлгән ресторан. Музыка уйнай. Барыһы ла улымдың тыуған көнөн байрам итә. Кәйеф-сафа ҡорорға минең генә ваҡытым юҡ. Алъяпҡыс кейеп алғанмын да аш-һыу әҙерләү менән булышам. Бына бер өҫ­тәлдә хәрби кейем кейгән күр­мәлекле генә егет ултыра.

Танышыу
Танышыу

– Танышайыҡмы? – тип миңә һүҙ ҡуша.
– Юҡ, – тием ҡырт киҫеп. – Былай ҙа өлгөрә алмайым.
Ҡапыл уянып киттем. Әлдә төш икән. Шул көндө таныш димсе апай шылтырата:
– Һине бер һәйбәт егет менән таныштырырға теләйем. Те­ле­фоныңды бирәйемме?
– Ярай, – тип ризалашам.
Ул егете лә оҙаҡ көттөрмәй, тиҙ арала бәйләнешкә инеп, ҡайҙа, ҡасан осрашыуыбыҙҙы билдәләй. «Мир» сауҙа-күңел асыу үҙәгенең дүртенсе ҡатын­дағы ресторанда, киске сәғәт етелә.
Ниндәйерәк кеше икән? Оҡ­шармы? Тулҡынланам. Әхи­рәт­тәремә лә был хаҡта әйтеп ҡуйҙым. Ҡайтҡас, барыһын түк­мәй-сәсмәй һөйләрһең, тиҙәр.
Кис етте. Көткән ваҡыт та. Оҙон сәсле, 45-тән уҙған ир заты булып сыҡты. Ресторанға үттек.
– Һеҙгә һыумы әллә сәйме? Берәй нәмә ҡушып алырға кә­рәкме? – ти был миңә.
Ҡалай ҡыҙыҡ, кеше һыу эсер өсөн дә ресторанға килә микән ни?
– Сәй менән пирожный, – тием.
Яңы танышыма бөгөн күргән төшөмдө һөйләп алам. Ул йылмайып ҡына ҡуйҙы. Үҙем тура­һында һөйләйем, уның тураһында ла һорашам.
– Бик фәҡирмен инде. Миндә аҡса бер муҡса түгел. Бер уйла­һаң, нимәгә инде миңә? Ҡаты­ным, балаларым юҡ. Уларҙы ҡа­рарға, кейендерергә түгел. Үҙемә ни, етә. Магазинда әйберҙәрҙең иң арзанын ғына һайлайым. Ашарға ла осһоҙон ғына алам. Сәй бөтөнләй эсмәйем. Һыу ғына эсәм. Бик файҙалы. Бер аҙ эшләп алам да, аҡсам бөткәнсе, өйҙә телик ҡарап тик ятам. Бер нимә эшләмәйем. Бик-бик аҡсам бөт­һә, Санкт-Петербургҡа барып эшләп ҡайтам, – ти.
– Ундай кешене беренсегә күреүем. Бик ҡыҙыҡ, – тием.
– Шулай тормош көткән булам инде.
– Эй, улай йәшәү ҡыҙыҡ түгел дә инде, ниндәйҙер маҡсат ҡу­йып йәшәмәгәс. Мин, мәҫәлән, бер эштән ҡайтҡас, аҡса булһын тип, икенсе эшкә йүгерәм.
– Һеҙҙең улығыҙ бар ҙа инде. Уның өсөн йәшәйһегеҙҙер. Миңә ни.
– Ә нисек аҡса эшләйһегеҙ?
– Кеше талайым.
– Уф, етте. Инде миңә кеше та­лаусы ғына етмәгәйне, – тип, һөйләшеп ултырыуыбыҙға ярты сәғәт тә булмай, әйберҙәремде алып, ҡайтырға йыйынам. Үҙем­дең күҙҙәремдән сөбөрләп йәш аға. Илауҙан туҡтай алмайым. Димсе апай шул хәтлем үҙен маҡтағайны, әллә ниндәй бәндә булып сыҡты.
– Туҡтап тороғоҙ инде, шаярттым. Төшөгөҙ дөрөҫ булған,– ти.
– Ишетергә лә, һеҙҙе күрергә лә теләмәйем.
Ул да һыуын эсеп бөтөр-бөтмәҫ минең арттан эйәрҙе. Ысынлап та, кеше талаусы булып ҡуйһа тип, өйгә ул көндө бөтөнләй икенсе яҡтан урап ҡайттым.
Ҡайтҡас та, әллә күпме тыныс­лана алмай йонсоном. Яңы та­нышымдың телефон номерын да тиҙ арала ҡара исемлеккә индереп ҡуйҙым.
– Башҡа мине кеше талаусылар менән таныштырмағыҙ! – тип димсе апайға ла шылтыратам.
– Ул насар кеше түгел бит ул. Үҙенең эше бар. Бер нисә йыл һеңлеһе менән шөғөлләнәләр. Күп ҡыҙҙар аҡса тип үлеп бар­ғанға, һине тикшереп ҡарарға уйлаған. Бер башҡорт концерт-байрамдарын ҡалдырмай, төрлө ойоштороу эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Етмәһә, эшҡыуар, – ти.
Димсе апай күпме генә маҡта­һа ла миңә ул, бына-бына килеп инеп, барлы-юҡлы бөтә әйбер­ҙәремде, аҡсамды талап китер кеүек тойолдо.

Гөлназ ШЕЙХ.

Фото: factroom.ru

Автор:
Читайте нас: