+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Иптәштәр үҙебеҙҙеке

Йыйылышты асып, док­ладсыға һүҙ бирергә йы­йын­ғанда, пре­зидиумға турғай теле хәтле генә ҡағыҙ һуҙҙылар.“Иремдең тыуған кө­нө булыу сәбәпле, ҡунаҡтар са­ҡыр­ғай­ным, йыйылыштан азат итеүе­геҙҙе үте­нәм.

Иптәштәр үҙебеҙҙеке
Иптәштәр үҙебеҙҙеке

Мәликә”, – тип яҙыл­­ғайны ҡағыҙҙа. Предсе­датель уны ҡысҡырып уҡыны ла:
– Йә, нишләйбеҙ, йәмәғәт? Рөх­сәт бирәбеҙме? – тип йыйы­лыусыларға ҡараны.
– Ҡайтһын әйҙә, ҡамыры таша­лыр! – тиеште халыҡ.
Мәликә сығып киткәс, диванда мөштөк таҙартып ултырыусы оҙон муйынлы плановик ҡулын күтәрҙе:
– Иптәштәр! Мине лә ебәреүе­геҙҙе үтенәм. Ҡатындың холҡон беләһегеҙ. Әле генә телефондан шылтыратты, ҡайтыуына туҡмас киҫеп ҡуйырға ҡушты. Хәлемә керегеҙ инде... – тип ялынды.
Йыйылышта ҡатнашыусы ир­ҙәр: “Был ҡатындар менән ниш­ләргә инде?” – тигәндәй, ауыр һулап ҡуй­ҙылар ҙа, бер ауыҙҙан:
– Ҡайтһын! Беҙ ҡаршы түгел! – тинеләр.
Плановик артынан ишек ябы­лырға ла өлгөрмәне, урталағы урын­­дыҡтан тимер-томор бүлеге инспекторы башын ҡалҡытты:
– Бөгөн кис малайға сыйырсыҡ ояһы яһап бирергә вәғәҙә ит­кәй­нем. Иртәгә массовый рәүеш­тә сыйырсыҡтар осоп килергә тейеш икән. Радионан шулай ти­гәндәр. Малайҙы алдарға ярамай, һуңынан нәтижәһе насар булыуы бар. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ни сәсһәң, шуны урыр­һың, тиҙәр бит...
Ҡыҫҡаһы, инспектор ҙа ҡайтып китте. Бер аҙҙан баш бухгалтер, ар­­хив бүлеге мөдире лә йыйы­лыш­тан азат ителде.
Тора-бара бүлмәлә өс кенә ке­ше ҡалды: рәйес, секретарь һәм докладсы.
– Беҙ ҙә ҡуҙғалайыҡ, барыбер кворум юҡ, – тине төп хужа.
Тротуар буйлап ашыҡмайса, саф һауа еҫкәп, гәп һатып ҡайт­тылар. Тимер ҡапҡалы таш йорт янына етәрәк ирекһеҙҙән аҙым­дарын әкренәйттеләр: икенсе ҡаттағы асыҡ тәҙрәнән йыр яңғырай ине:
Иптәштәр, үҙебеҙҙеке,
Бәлки, ғәйеп итмәҫтәр...
Былар, нимәлер һиҙгәндәй, туҡтап ҡалды. Ул арала тағы йыр ауазы ишетелде:
Стаканды тултырайыҡ,
Йырлашып ултырайыҡ ...
– Бәй, Мәликәләр йорто бит был, – тине секретарь.
– Ысынлап та! – тине докладсы.
– Күптән компанияла ултырған юҡ. Әйҙә, инеп сығайыҡ булмаһа! – тине рәйес, ни өсөндөр ирен­дәрен ялап.
Ишекте Мәликә үҙе асты.
– Рәхим, рәхим!.. Әйҙәгеҙ, әй­ҙә! – тине ул. – Хуш киләһегеҙ!.. Тартынып тормағыҙ, уҙығыҙ, түр­гә үтегеҙ! Ят кешеләр юҡ – ип­тәштәр үҙебеҙҙеке...
Табын янында шарап менән тулған бокалдарын күтәреп, архив бүлеге мөдире, баш бух­галтер, плановик һәм башҡалар ултыра ине.
Ҡыҫҡаһы, тулы кворум ине бында.

Вәхит МОНАСИПОВ.

Фото:  darfix.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: