+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Мин ҡушҡанса эшләгәнһең...”

Бер мөхәррир, Дамир Шәрә­фет­ди­новҡа:–Ҡустым, повесыңды тағы ҡарап сыҡ, шул-шул урындарын ҡыҫҡарт, – тип кәңәш бирә. Бер нисә көндән Дамир әҫәрен асып та ҡарамаған килеш кире килтерә.

“Мин ҡушҡанса эшләгәнһең...”
“Мин ҡушҡанса эшләгәнһең...”

Ә ир­тәгәһенә мөхәррир уны осратып маҡтай:
– Ҡустым, әҫәреңде ҡарап сыҡ­тым, мо­лодец, мин ҡушҡанса эш­ләгәнһең! Киләһе һанға бирәбеҙ.

Ваҡыт юҡ

Йәш автор шағирә Тамара Юлда­шева ултырған бүлмәгә инә.
– Апай, бына бер нәмә яҙған бул­ғай­ным, уҡып ҡына ҡарағыҙ әле, ни­сек булды икән? –ти.
Тамара башын күтәрмәй генә:
– Эй, ҡустым, бында үҙем яҙған­ды уҡырға ваҡыт юҡ әле, – тип яуаплай ҙа эшен дауам итә.

Ҙур ауыл

Шағир Мөхәммәт Закиров зарлана:
– Эй, ауыл бөттө инде, бөттө, нин­­дәйен гөрләп торған ҙур ауыл ине. Хәҙер бишме-алтымы ғына мөрйә бар.
– Ә элек нисәү ине?
– Егермеләп...

Гонорары важны

Рәдиф Тимершин “Һәнәк” редак­ция­һына килә лә:
– Эй, егеттәр, шунда минең берәй нә­мә сыҡманымы? – тип һорай.
– Ағай, өйөгөҙгә журнал килеп ет­мә­неме әллә?
– Алдырмайым бит.
– Нисек инде улай? Үҙегеҙҙең үлем­һеҙ әҫәрҙәрегеҙ сыҡҡан жур­налдарҙы һаҡ­ламайһығыҙмы ни?
– Әй, – тип ҡулын һелтәй сатирик, – минең өсөн уныһы не важны.
– Ә нимәһе важны һуң?
– Гонорары.

И. ЛОҠМАНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: