+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Яңы йыл хикәйәһе

Наил ҒӘЙЕТБАЙ 31 декабрь иртәнсәк ҡатын ме­нән йыйылыш үткәрҙек. Көн тәрти­бендә бер генә мәсь­әлә: Яңы йылды нисек ҡаршы­ларға. Докладты ҡатын һөй­лә­не. Мин фекер алышыу­ҙа ҡат­на­шыр­ға тейеш инем, уныһына өлгөр­мәнек, ҡатын регламентты тотманы, шуға йыйылыш байтаҡҡа һу­ҙылды – мин эшкә һуңланым.  

Яңы йыл хикәйәһе
Яңы йыл хикәйәһе

Бүлеккә инеүемә мөдиребеҙ ырғып торҙо:
– У-ра! Һуңланың! Һиңә – яза!..
Йөрәгем жыу итте. Эләгеүем ошомо?! Мөдир язаны атарға итә ине, әм­мә мин алдан ҡысҡырырға өлгөрҙөм:
– Премиямды ҡырҡығыҙ!
– Ҡара әле! Хәйләкәр! – Хеҙмәт­тәш­тәрем, бындай яза менән риза түгеллектәрен аңғартып, геү кил­де. – Аҡсаңды үҙең аша!
– Улайһа, отпускамды ҡыш ай­ҙарына күсерегеҙ!
– Аҡылың алтын икән! Һиңә язамы? Һиңә яза...
Мин уларға тын алырға бирмәнем:
– Шелтә сәпәгеҙ! Ҡаты шелтә! Йыл буйына премияһыҙ ҡалды­рығыҙ!
– Юҡ инде, юҡ! – ти былар. – Ҡыш бабай булаһың!
– Хеҙмәт кодексында ундай яза юҡ! – тип ҡысҡырҙым.
– Булмаһын! – тине ҡанһыҙҙар. – Хәҙер демократия! Нисек те­ләйбеҙ, шулай язалайбыҙ!
Хәл юҡ, киске һигеҙҙә, иртән­сәкке йыйылышта телмәрен оҙаҡҡа һуҙған ҡатынымды тиргәй-тиргәй, Ҡыш бабай булып кейендем дә, профком биргән бүләктәрҙе тоҡҡа тултырып, хеҙмәт­тәштәремдең адресы яҙылған ҡағыҙҙы теш ара­һына ҡыҫтырған килеш юлға сыҡ­тым. Кәрәк кешенең фатирын табам, Яңы йыл менән ҡотлайым, балаларына бүләк өләшәм...
Еңел эш түгел был, иптәштәр! Ун фатирҙы үтеүгә телемде арҡыры теш­ләнем. Ун беренсеһен эҙләп барған­да үҙемдең фатир янына килеп сыҡ­тым. Туҡта, мин әйтәм, сәй эсеп сы­ға­йым. Аш бүлмәһендә ут бар – ҡатын Яңы йыл табыны әҙер­ләйҙер. Ун икен­се яртынан да ҡалмай ҡайтып етермен тигәйнем бит. Әле киске ун. Сюрприз яһайым тип, ишекте әкрен генә асып инәм...
Кухняла ҡатындың таныш түгел ир менән һөйләшкәне ишетелә.
Ир. Ишәгең ҡайҙа?
Минең ҡатын. Бүләк алырға китте. Яңы йыл менән ҡотлап, ба­ла­ларға өләшә.
Был ни?!. Хыянат! Асыуымдан шарт­лай яҙҙым. Шулай ҙа ҡатынға ҡаршы дәлилдәрҙе арттырыр өсөн бер аҙ ары тыңларға булдым. Ни эшләйҙәр икән?
Ир. Бигерәк матурһың бөгөн һин.
Минең ҡатын. Яңы йылда һин кил­гәнгә ул...
Ҡара әле! Мине әрләүҙән туҡта­май, ә сит ир менән нисек ҡылана! Тағы саҡ ҡына тыңла­йым да еме­рәм теш­­тә­­рен!
Минең ҡатын. Һин шатлыҡ, бәхет кил­терҙең. Изге күңелле һин!
Йә, хоҙайым! Күрә­һе­ләрем бар икән! Ҡабыр­ғаларһыҙ ҡал­ды икеһе лә былай булғас!
Минең ҡатын. Сеү! Нин­дәйҙер тауыш! Һиҙәм: бүләктәрен күтәреп ишә­гем килде.
Көнләшеүҙән ҡаным ҡа­райҙы. Күҙҙәремде аҡай­тып, аш бүлмәһе­нә индем.
– Оятһыҙҙар! Үлте­рәм икегеҙҙе лә!
Таныш түгел ир тигәнем ҡатыным менән бергә эш­ләгән Әхмәҙи булып сыҡ­ты. Тимәк, улар электән!.. Мин уның муйынынан тоттом. Ҡатыным, сыр-сыу килеп, беҙҙе айырырға маташа. Иллә-мәгәр мин дә биреш­мә­йем. Өҫтәл түңкә­релде, салаттар иҙәнгә һыланды, шампанский шартланы, стеналағы кәштә килеп төштө. Алъяҡҡа сыҡ­ҡас, кейем элгесте йол­ҡоп алдыҡ. Инде залға инеп, теле­визорға яҡын­лаша башла­ғай­ныҡ, ҡатын пожар машина­ларының си­ре­наһынан көс­лөрәк тауыш менән ҡысҡырҙы:
– Етер!!!
Өс һыуһынлыҡ алышҡайныҡ инде. Батырға ла ял кәрәк. Иҙәнгә ултырҙыҡ.
– Иҫәр! – тине шул ерҙә ҡатын. – Иртәгә эштә балаларға Яңы йыл байрамы үткәрәбеҙ. Шуға әҙерлә­нәбеҙ бит беҙ!
– Һин кем шул тиклем? Атҡа­ҙанған артискамы?
– Ҡарһылыу булырға ҡуштылар, – ти ҡатын. – Бөгөн эшкә һуңлаған өсөн.
– Был крокодил атаһының башын ҡараймы бында? Мин өйҙә юҡта.
– Ул да һуңланы эшкә. Ҡыш бабай иттеләр үҙен.
– Ә ниңә минән көлдөгөҙ?
– Нисек?
– Ну, теге, оҙон ҡолаҡлы хайуан...
– Ишәкме? – тип һорай Әхмәҙи.
– Яп ауыҙыңды.
– Сценарий буйынса, – ти ҡатын, мин шыршы янына ишәгемде эйәр­теп инәм. Шунан ишәгем бүләктәр алырға китә. Шул ерҙә Ҡыш бабай – Әхмәҙи – килә яныма. Ул бүләк­тәрен онотҡан... Ышанмаһаң, бына, ҡара.
– Ҡараным: ысынлап та шулай. Ишәктәре лә бар. Әммә ҡапыл ғына хатаны танығы килмәй:
– Тапҡанһығыҙ репетиция яһар урын!
– Эштән һуң ҡалмаҡсы инек тә... – Ҡатын миңә тишкәнсә ҡараны. – Үҙең табын әҙерләргә ҡуштың. Мин, йә­нәһе, ике ҡуяндың ҡойроғон бер юлы тотам.
Биш минуттан мин өйҙө йыйыш­ты­ра башланым, ә ҡатыным менән Әх­мәҙи репетицияларын дауам итте.
Бына шулай, иптәштәр. Иртәнге сәғәттә өйҙә йыйылыш үткәрмәгеҙ. Һәр хәлдә эшкә һуңламағыҙ. Би­герәк тә Яңы йыл алдынан.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: