+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ир хәйләһе

Риф МИФТАХОВ (Хикәйә) Самат дуҫы янына килгән­дә, уныһы өй йыйыштырып маташа ине. Радик ҡо­ласын йә­йеп:– Ысын микән, буш микән, көткән ҡунаҡ дуҫ икән, – тип ҡаршыланы. – Ну, молодец, белеп кенә йөрөйһөң. Телефоны­ғыҙға ни булды? Шылтыратам, шылтыратам...

Ир хәйләһе
Ир хәйләһе

Самат ҡулын ғына һел­тәп:
–Ҡай саҡ уның бар­лы­ғынан юҡлығы ар­тыҡ, – тип мығыр­ҙа­ны.
Аулаҡ өйҙә ике дуҫ, ҡа­ра башлы, аҡ эсле шешәне ур­таға ҡу­йып, оҙаҡ ҡына сер­ләштеләр. Самат ҡуҙ­ғалырға ваҡыт еткә­нлеген аңлап:
– Ҡатыныңдың тундарын күрһәт әле, – тине. Радик, ап­тырауҙан яурындарын йыйырып, яйлап ҡына ҙур бүлмәгә ың­ғай­лай-ыңғайлай:
– Июнь айында бисәнең туны ниңә кәрәк булды, аңламайым, – тип һөйләнде.
– Һуңынан аңлатырмын, – тине дуҫы етди тауыш менән.
Саматтың ҡатыны Гәүһәргә һәр саҡ аҡса етмәне. Ире ҡайҙа ғына эшләмәһен, күпме генә алмаһын:
– Йөрөйһөң шунда ваҡыт үткәреп, ана, әҙәмдең ирҙәре эшен дә, аҡсаһын да ҡайырып ала. Нәмәм бар минең?! Хәҙер миңә әхирәттәрем алдында күренеү оят! Уларҙа баштан-аяҡ алтын да көмөш, ә мин торғаны бер бахыр, – тип Саматтың ҡо­лаҡ төбөндә аҙнаһына бер нисә тапҡыр һайыҫҡандай шыҡ­рыҡлай ҙа, көсөктәй шыңшып илап та ала.
Был хәл эҙһеҙ үтмәй, әлбиттә. Ир төшөмлөрәк эшкә урынла­шырға тырыша. Бына һуңғы эше лә уның һәйбәт аҡсалы хеҙмәт. Коммерция сере менән уратыл­ған бер ойошмала шофер-экспе­ди­тор булып эшләй ул. Хеҙмәт хаҡынан тыш, премия, матди ярҙам итеп тә бирәләр, бушаған арала “һулға” ла йөрөп – кеше­ләргә әйбер-фәлән ташыштырып, рәт-сиратын сығарып тора. Тик Гәүһәре барыбер ҡәнәғәт түгел. Уға әле тегеһе, әле быныһы кәрәк. Самат ҡар­ыша башлаһа:
– Теләһә нәмә эшләп тап, тапмаһаң, әсәйемә ҡайтам да китәм, – ти ҙә ҡайҙалыр сығып олаға, йә урынына менә лә ята. “Ана бара юлың!” – тип кенә әйтер ине лә бит Самат, булмай – өс йәшкә еткән малайын үлеп ярата.
Үткән аҙнала Гәүһәр шәшке туны таптырып тағы ҙур тауыш кү­тәрҙе. Саматтың:
– Туның бар ҙа баһа, – тиеүе булды, ҡатыны тағы ла яманы­раҡ яу кү­тәрҙе:
– Биш былтырғы тунды әйтәһеңме?! – тине ул яр­һып, Самат яғына яҡы­найып. – Үҙең кей ул нә­мәңде! Мине бахыр, меҫ­кен итеп йөрөтмәк була­һың­мы?! Килеп сыҡмаҫ! Миңә яңы шәшке тун кәрәк, теләһә нәмә эшләп тап!..
Саматҡа был юлы ла “аҡ флаг” күтәрергә тура килде.
– Ярар, булыр, – тип ул өйө­нән сығып китте.
Тун күтәреп ҡайтыуға арыу ғына ваҡыт үтте. Гәү­һәр, алдына йәйеп һал­ған сөм ҡара шеш тире­һенән тегелгән йылҡылдап тор­ған тунды күреп, ҡыуа­нысынан башта һүҙ әйтә алмай торҙо. Унан ғына иҫенә килеп:
– Бәғрем, һөйөклөм! – тип ирен ҡосаҡлап үбеп алды. Ха­ҡын һораша башлағас:
– Хаҡы – минең баш хаҡы, – тине Самат, бер бармағы менән маңлайына төртөп.
– Нисек “баш хаҡы“?
– Шулай. Һин бит “теләһә нә­мә эшләп тап” тинең, бына таптым... Һиңә барыбер түгелме ни?
– Нисек барыбер булһын?! Юҡ, һөйлә! Ҡайҙан аҡса тап­тың, күпмегә алдың?! Һөйлә!
Саматҡа шул һорауҙар кәрәк ине лә. Ул бер кешенең фатирына магазиндан һатып алған әйберҙәрен машинаһы менән алып барышыуын, йортонда бер кемдең дә булмауын, шунан файҙаланып теге әҙәмде бәйләп һалып, тунды уның өйөнән алып сыҡҡанды бәйән иткәс, Гәүһәр ҡысҡырып, хатта аҡырып:
– Мине кем тип белдең? – тип илай башланы. – Мин хә­ҙер бандит ҡатынымы ни?! Һине эҙләп өйгә килһәләр, һине, был тунды таныһалар?! Уны мин нисек кейеп йөрөйөм?!.
– Һуң, үҙең “теләһә нәмә эшләп тап” тинең бит, таптым.
– Алып сығып кит туныңды, күҙемә күрһәтмә! Или мин сығып китәм был йорттан! Мәңге ҡайтмайым!
– Ярар, ярар, булды, – тине Самат эсендәге ҡыуанысын һиҙҙермәҫкә тырышып, – шаярттым тиермен. Ышанмаһа, ул кешегә аҡса биреп булһа ла ризалатырмын. Милицияға хәбәр итергә өлгөрмәгәндәрҙер әле, бәйле килеш яталыр, моғайын...
Самат, тунды төрөп ҡуйы­нына ҡыҫтырҙы ла, маши­наһына ултырып, дуҫы Радик фатирына елдерҙе.
Бер ҡатында ҡырҡ ир хәйләһе булыр, тигән халыҡ. Асыуын ҡабартһаң, ир-аттыҡы – берәү, ләкин берәгәй булыр. Ир хәй­ләһе башына барып етмәһә лә, Гәүһәр хәҙер тун кеүек ҡим­мәтле, затлы әйбер һорауҙан тыйылып ҡалды.

Автор:
Читайте нас: