+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сит ҡатын сәсе

Кәли бабай байрамса кейенеп ауыл хакимиәтенә йү­нәлде. Яңы ҡойма тотор­ға бағанаға имән һорау ине йомошо. Иртәрәк ҡыймылдаһа ла алдараҡ килеүселәр бөтә урын­дарҙы ла биләгән. Оҙаҡ көтөргә тура килеүен һиҙепме, әллә хакимиәт башлығының, Яйбай Хандиевичтың, һуң йөрөү ғәҙәтен белепме, оло йәштәге Кәлигә бер кем дә урын тәҡдим итмәне.

Сит ҡатын сәсе
Сит ҡатын сәсе

Һуғышта ҡыҫҡарған аяғын йәл­ләп, иҫәнендә сәғәт самаһы ба­ҫып тороп арығас, ҡайтырға йы­йынғайны ла, тик шул мәлдә янынан сираттағы ҡунаҡтан һуң эт­ләнгәнен күрһәтмәҫкә тырышып, бүреген батырып кейгән, тун яғаһын күтәргән Яйбай Хандиевич үтеп китте.
– Көндәр һыуыҡ тора, грипп ҡотора, сирләгән ахырыһы, – тиеште йыйылғандар, уның “борсоулы” йөҙөн күреп. Тик береһе лә, ошаҡтан шөрләп, “похмелдан” ахырыһы, тиеп әйтергә баҙ­нат итмәне.
Бер килке ваҡыттан йүнәлеп алған Яйбай Хандиевич ҡаршы­лағы бүлмәгә керҙе лә, кешеләр янынан үтеп, кире эш урынына инеп ултырҙы. Кәлимулланың тәне зымырҙап китте. Уның осло күҙҙәре Яйбайҙың арҡаһында һап-һары ҡыл күреп ҡалды. Эйе, был оҙон ғына сәс ине. Хакимиәт башлығының ҡатынының сәсе сөм ҡара бит. Кәли бабай “ярҙа­мының” файҙаһына өмөт итепме, әллә ундай саҡта ирҙәрҙең бер-береһен ҡотҡара торған тойғоһо уяныпмы хакимиәт башлығының бүлмәһенә йүнәлде, тик ишеккә барып етә алманы. Крыловтың мәҫәлендәге филде лә аяҡтан йығырлыҡ сәрелдәүе менән секретарь ҡыҙ ҡаршы сыҡты. Кәли­ҙең, минең эшем личный һәм бик ашығыс бит әле, тиеүе ха­лыҡты ғына уятты:
– Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә ашы­ғыс. Уҙаманмын тигәс тә си­ратһыҙ инергә уйлай. Хитрый, сәүисһеҙ! – тигән тауыштар Кәли бабайҙы артҡа сигенергә мәжбүр итте. Секретарь ҡыҙ илар сиккә еткән Кәлиҙе йәлләп ахырыһы:
– Һеҙҙең һәр берегеҙҙең әки­әтен тыңлап ултырырға Яйбай ағайымдың ваҡыты күптер шул. Һәр нәмәнең үҙ тәртибе бар. Мә, йомошоңдо яҙып бир, – тип Кә­лигә ҡағыҙ һуҙҙы.
Башҡа сараһы ҡалмаған Кәли бабай:
«Хөрмәтле, Яйбай Хандиевич!
Әллә нимә уйламағыҙ һәм ғәйепкә бөкмәгеҙ, һеҙгә ысын күңелемдән ярҙам итеү уйынан яҙам. Арҡағыҙға сит ҡатын сәсе йәбешкән. Үтенеп һорайым: ав­торитетығыҙҙы төшөрмәгеҙ, яман күҙҙәр күрһә хур итерҙәр, алып ырғытығыҙ!» – тип яҙып, им­заһын ҡуйып, секретарға бир­ҙе. Ул уны бер өйөм ҡағыҙҙар араһына ҡушып, хакимиәт баш­лығына инеп китте. Ҡыйбатлы, ҡупшы кейенгән әҙәмдәр уның бүлмәһенән ҡәнәғәт ҡиәфәттә килеп сыҡһалар ҙа, ябай халыҡ­ты, шул иҫәптән Кәли бабайҙы, “урындағы власть” – секретарь ҡыҙ хужаға яҡын да ебәрмәне. Халыҡ арып, төшкөлөккә таралыша башланы. Ә Кәли ураҙала булғас, йомошон йомошларға теләп, ҡайтырға ашыҡманы. Ниһайәт, секретарь уға ниндәй­ҙер ҡағыҙ тотторҙо. Уның һул мөйөшөндә «Управделами»ға инһен» тигән яҙыуы ла бар. Шулай кәрәктер, тип Кәли ҡаршы бүлмәгә инеп китте. Төшкө ашҡа ашыҡҡан «эш башҡарыусы» ва­ҡы­ты юҡлығын белгертеп, ҡартҡа һүҙ ҙә әйт­термәй, ҡулынан ҡа­ғыҙҙы тиҙ генә тартып алды ла, уҡып-нитеп тормай ни­мә­лер яҙып, кире бирҙе. Кәли бабай ҡағыҙ би­тенең икенсе яҡ мөйө­шөндә: “Бер айҙан һуң килегеҙ, әлегә ярҙам итергә мөмкин­селегебеҙ юҡ”, – тигән яҙыуҙы уҡыны. Ниңәлер күңеле болғанып китте... Ул тиҙерәк саф һауаға ашыҡты.
Күтәрмәгә сыҡҡас, «бын­дағылар» кеше яҙмыштарын ошолай хәл иткәс, “өҫтәгеләр” нимә ҡыла һуң, тип күккә ҡарап торҙо ла, эстәлеген үҙе генә белгән, документҡа әйләнгән ҡағыҙын тотоп, бәҙрәфкә табан атланы.

Салауат ӘМИР.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: