+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Китер әле эштәр хутҡа

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА Ниңә эсәһең, тип теңкә ҡороталар. Буйтым бүгел­де был тоҙһоҙ һорауҙан. Ә эсмәһәм ни булыр ине? Эш юҡ, көш юҡ, көн үткәреп булмай. Ни аҡсаһы. Аҙ ғына эскә йылы төшөрөп алды ниһәң, донъяһы ла яҡтыра. Аҡса юҡлығы ла онотола, күңел дә күтәрелә.

Китер әле эштәр хутҡа
Китер әле эштәр хутҡа

Ниндәй гөрләп торған колхозды юҡҡа сығарҙылар бит, ә! Бына мин йәшәгән ауылда ғына утыҙ­лап трактор ине, биллаһи. Хәҙер ул трактор гөрһөлдәүен танһыҡҡа ла ишетмәйһең. Ферма бөттө. Малын ғына түгел, ҡура­ларҙың ишек, тәҙрәһен йолҡҡос­лап ташып бөттөләр. Әлегә таш стеналары һерәйешеп тора әле, уларын да көсө еткән берәйһе алып китмәҫ тимә.
Ә һеҙ тыяһығыҙ, ниңә эсә­һең, тип бәйләнәһегеҙ. Ҡай­ғынан эсәм. Эйе! Колхозды юҡҡа сы­ғар­ғас, халыҡ ҡайһылайтып көн күрергә тейеш һеҙҙеңсә? Элек механизаторҙары ла, һауынсы­лары ла көрәп игенен, емен, һаламын алалар ине. Ә хәҙер? Ана, минең атай йәй буйы салғы тотоп ҡамышлыҡ араһын сабып маташты. Яңғыҙ һыйырҙы ҡыш сығарам, тип, нисәмә йыл ҡо­ро­лоҡ булғас, үлән үҫмәне бит быйыл. Шул да булдымы тормош! Эсмәй ҡалайтаһың, эсәһең инде.
Әсәй тауыҡтарына баҙарҙан бер тоҡ иген һөйрәп ҡайтҡан. Бисәләр эшеме шулай тоҡ һөй­рәп йөрөү?! Билен биртендерһә, ята торған ҡуҙғала алмай “ах” та “ух” килеп. Етмәһә, миңә бәйләнә тағы. “Кеше балаһы бала һымаҡ – ә һин бәйнәт”, – тип кәмһетә. Нимә, уларҙың хатаһы өсөн хәҙер мин отдуваться должен?! Колхозды бит үҙҙәре бөтөрҙө. Бөтөр­мәһә, бөткәнен шым ғына күҙәт­те. Шунда берәй сараһын күрһәләр булмай инеме?
Әсәй тиргәй, атай игәй, эсәһең инде. Үҙ йүнеңде үҙең күр, тип кәләш димләй башланылар әле. Кәләш аҫырау түгел, үҙемде ҡарарлыҡ әмәл юҡ. Ҡайҙа баҫ­ҡаныңды, нимә эскәнеңде тикшереп, күҙәтеп тороусы контроль ғына етмәгәйне шул.
... Алмай булмаҫ, ахыры, ҡатын. Көн бөттө. Йә өйлән, йә өйҙән сығып кит, тиҙәр. Етте инде утыҙ­ға тиклем аҫыраныҡ, тип ебәрә­ләр хатта. Өсәү ултырып, ауыл­дағы ҡыҙҙарҙы барлап сыҡтыҡ. Күп түгелдәр икән, ҡа­лаға тайып бөткәндәр. Йөҙ өйгә биш ҡыҙ ҡалған. Өсәүһе эсә. Кәрәкмәй. Үҙем эскәс тә еткән. Эскесе бисә донъя көтә алмай инде ул. Эсмә­гән­дәре килмәне, баш тартты. “Бер ҡайҙа эшлә­мәйһең, эсә­һең”, – тигән булалар. Ә мин ҡайҙа эшләргә тейеш? Үҙҙәре нишләп эшләмәй? “Беҙ донъя көтөшәбеҙ әсәй-атайға?” – тип аҡыл һаталар. Мин әсәй-атайға ярҙам итмәйем, донъяларын көтөшмәйем, йә­нәһе. Ул бәләкәй генә донъяла үҙҙәренә эш юҡ әле әсәй-атай­ҙың, тағы мин ҡыҫылып йөрөргә тейеш.
Күрше ауылдан Илүсәне әйт­терҙек. Былай үҙе эсмәй, тине­ләр. Әсәһе алйып эсә икән, ярай, әсәһе менән йәшәргә түгел. Һәр хәлдә баш ауыртҡанда төҙәтеп ебәреү өсөн бик уңай ҡәйнә. Ара ла алыҫ түгел, саҡрым ярым ғына. Унда мин йәйәү барып та әйләнә алам.
Юҡҡа ҡырталашҡаным, өйлән­мәйем, тип. Бик күңелле икән дә ул эргәлә кәләш булыуы. Ҡуйыны йылы, ҡулдары йомшаҡ, үҙе минең кеүек юҡҡа-барға нервы бө­төрөп бармай. Ун берҙә уя­на­быҙ. Йылы түшәктән тормай, рәхәтләнеп берәй сәғәт ятабыҙ әле кирелеп-һуҙылып. Былар бушты-бушҡа ауҙара, тик ята икән, тип уйламағыҙ тағы. Телевизор ҡарайбыҙ . Мин мультик яра­там, Илүсә сериалдарға әүәҫ, шулай ҙа нисек тә килешергә тырышабыҙ инде. Телевизор өсөн тауыш сығарып, ғаилә емереп булмай ҙа инде.
Теге яҡта тәмле еҫтәр сыға башлау менән ипләп кенә баҫып, әсәйҙәр яғына йүнәләбеҙ. Ҡы­рын-мырын ҡараштарға иғтибар итмәҫкә тырышып, өҫтәл артына ултырабыҙ. Йәһәт кенә тамаҡ туйҙырабыҙ ҙа йәнә йылы тү­шәк­кә инеп сумабыҙ. Мультикты ҡа­рап бөтөргә кәрәк тә инде. Кискә тиклем телевизор ҡарап, көңгөр-ҡаңғыр “гәп” һатып ята­быҙ шулай. Киске тамаҡҡа ла берәү ҙә өндәшмәй, ниңә, беҙ ғорур халыҡ түгел, тамаҡ ти­гәндә, инәлт­мәй­беҙ. Мулла бесәйе һымаҡ шым ғына баҫып, күрше бүлмәгә сы­ғабыҙ, өҫтәл артына улты­рабыҙ.
– Ике бәйнәт, исмаһам, берәй яҡҡа эшкә китер инегеҙ кеше балаһы һымаҡ, – тип һөйләнә әсәй.
– Булыр бала биләүҙән, бынан эш сыҡмаҫ инде ул, әсәһе, – тип атай ҡыҫыла. Әлегә килененә һүҙ ҡатмай, ҡайтып китһә, тип ҡурҡалыр инде. Илүсә килгәс, эсеүемде кәметкәнде лә күреп торалыр. Хәҙер бит элекке кеүек көн һайын эсмәйем, аҙнаһына ике-өс тапҡыр дуҫ-иш менән типтереп алһам, шул еткән. Ни ти­һәң дә, хәҙер йәшәүе күңел­ле­рәк. Яңғыҙлыҡ алама нәмә икән ул. Бына икәүләшеп дуҫ-иш араһына сыға башлаһаҡ, тағы ла йәмләнер әле тормош. Әле бит кәләш алыуыма икенсе генә ай...

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: