+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Әҙиптәр хаҡында мәҙәктәр

Повесмы, хикәйәме?Дамир Шәрәфетдинов әҫәр яҙа ла яҙыусы Сабир Шәри­повҡа күрһәтә. Сабир ағай ҡулъяҙманы ҡараштырып сыҡ­ҡас, былай ти:– Биш бит өҫтәһәң, повесть, биш битен алып ташлаһаң, хикәйә була...

Әҙиптәр хаҡында мәҙәктәр
Әҙиптәр хаҡында мәҙәктәр

Бесәнсе

Яҙыусы Рәлис Ураҙғолов ауылда йәшәй, Өфөгә килеп эшләп йөрөй. Бер йәй дуҫ ша­ғирын бесән сабышырға алып ҡайта. Баралар сабынлыҡҡа. Эш алдынан тип, килтергән шешәне асалар, тамаҡ сылаталар. Йотҡан “зәм-зәм” эҫе­лә үҙ эшен тиҙ башҡара: ауыл эшенә күнеккән Рәлис би­решмәһә лә шағирҙы быуын­һыҙ итә был.
Шулай итеп, Рәлис бесәнде үҙе генә саба, ә шағир ята ағас күләгәһендә “зәм-зәм” тәм­ләштереп.
Өфөгә ҡайтҡас, теге шағир­ҙан иптәштәре һорай:
– Йә, нисек, бесән сабыуы ауырмы?
Шағир ҡул ғына һелтәй:
– Нимәһе ауыр булһын! Ҡоя­һың дә эсәһең, ҡояһың да эсәһең... Киләһе йыл тағы сабышам әле...

Шок

Яңы йыл байрамынан һуң яҙыусы Әмир Әминев “Шок” фирмаһының генераль директоры, яҙыусы Камил Йыһан­шинға шылтырата:
– Камил, һин “Шок”тамы әле?
– Шоктан сыҡтым инде...

Әҙәбиәт тураһында

Б. исемле танылған яҙыусы менән була был хәл. Ҡыҙҙар, бының күңелен күрергә теләп, еңелерәк холоҡло бер ҡыҙ менән икәүҙән-икәү ҡалды­рып китәләр. Аҙаҡ иптәш ҡыҙҙары теге ҡыҙҙан һорай икән:
– Йә, нисек?
– Әй, әҙәбиәт тураһында һөйләп тик ултыра...

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: