+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Үлемһеҙ тәкә

(Элеккене иҫкә төшөрөп) 1942 йылдың йәй уртаһы. Һуҙылып киткән оҙон урамдың ҡап уртаһында ауыл халҡы гөж килә. Егеүле арба өҫтөндә хәрби кейемле, погонһыҙ йәш кеше халыҡҡа ниҙер һөйләй. Йүгереп килеп еттем дә тың­лай башланым.– Иптәштәр! Райондан ҡағыҙ килде, фронтҡа ярҙам кәрәк. Туғандар, аң­ла­ғыҙ, берәүҙе лә көсләмәйбеҙ, үҙ хәле­геҙсә, кем нәмә бирә ала.

Үлемһеҙ тәкә
Үлемһеҙ тәкә

– Мырҙам, нимәләр бирәйек һуң? – ти кемдер.
– Кем нәмә теләй, нәмәгеҙ йәл түгел – шуны...
– Самауыр барамы?
– Бара.
– Тәмәке?
– Әлбиттә...
– Кисет, бирсәткә, бейәләй, ойоҡ­баш?
– Ҡушҡуллап алабыҙ.
– Май, йөн, тире?
– Һырға, беләҙек, мәрйен?
– Ә сабата?
– Ниңә алмай, ти. Уны ла алабыҙ. Лавкала һатырға була эшселәргә.
Халыҡ ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте: бе­рәүҙәр өйҙәренә, икенселәре әйбер­ҙәре менән арбаға ашыҡты. Күрәһең, рәйес һүҙе төплө булып сыҡты, халыҡ аңланы. Аҡсаға ҡушып балта бирһәм, нисек булыр икән?
– Шәп була, бир, граната йәки бомба ҡойорҙар.
– Шулаймы?
– Шулай, инәй, шулай...
Арбала байтаҡ әйбер йыйылып китте. Нәмә генә юҡ, сәмләнеп ташынылар.
Тап халыҡ ҡымжышҡан саҡта әсәйем, үҙебеҙҙең ҡара тәкәне етәкләп, арба янына килеп туҡтаны. Бар майҙан шымып ҡалды. Сөнки ауылда ул тәкәне белмәгән, танымаған кеше бул­мағандыр...
Яҙын картуф орлоғо булмағас, урыҫҡа туҡал кәзәне һатып, бә­рәңге алып сәстек. Шул кәзәнән бәләкәй генә ҡара бәрәс ҡал­ды. Урам шайтанына әйләнде ул һу­ңынан. Кәзәләргә һис ҡушылманы, урамда тамаҡ туйҙырҙы. Тик тора-бара, теге ҡәһәреңде, кемдер һөҙөшөргә өйрәткән бит. Үҫә барған һайын, һе­рәйеп мөгөҙө лә ҡалҡты, төкөшә башланы. Ятҡан еренән әкрен генә тора ла аңғармаҫтан кешегә ташлана. Әсә­йем эштән ҡайтыуы була, өйҙә ғауға ҡуба.
– Шул тәкәңде һәнәк осона эләм. Балаҡайым, бахырым, торалмай ята, – тип илай күрше апай.
– Тәкәң баламдың ыштанын бөтөргән бит, йә, берҙән-бер ыштанын, – ти икен­сеһе. Олораҡтары:
– Ай-һай, харап уҫал икән дәһә тәкәң, аңғармаҫтан арттан балтырымды... – тип тубыҡтарын күрһәтте.
Тәкәнең ғәҙәте лә ирмәк ине: ят кешене һөҙә – үҙебеҙгә теймәй. Ғәләмәт. Бына хәҙер шул тәкәнең яҙмышы хәл ителәсәге ап-асыҡ аңлашылды.
– Усман, алып кит ошо сәсрәгерҙе, тамам йөҙәтте, түҙер әмәл ҡалманы, йә тағы бәләгә тарытыр...
Ул тәкә муйынындағы бәйҙе арба артына бәйләне. Бахыр рәйес сырайын һытып уҡ ебәрҙе. Был хәлде күреп, берәүҙәр аптыраны, икенселәре көлкөгә борҙо.
– Еңгә, тәкәң кешене төкөргә шәп булғас та танк менән һөҙөшөр тиһеңме?
Халыҡ геүләшеп көлөштө.
Әсәйем һаман:
– Ал, Усман, ал, йүнле түгел ул, – тип үҙенекен тылҡыны. –Тел сарла­мағыҙ әле бушҡа, шуның арҡаһында күпме һүҙ ишетәм, яфа сигәм...
– Шулай, шулай, – тиеште кешеләр. Рәйес бер халыҡҡа, бер әсәйемә, бер тәкәгә ҡараны ла, ахырҙа, сабыр ғына:
– Хөсниямал апай, биш балаң бармы әле?
– Эйе, ҡәйнәм бергә тора.
– Апай, ғәфү ит, алмайым, гонаһ булыр, балалар ризығын...
– Бәй, мин кемдән кәм? Алйот тәкәнән ҡотолормон, исмаһам. Уның ни йөнө, ни ите юҡ, урам берәҙәге... Алып кит! Биргән нәмәне кире алмайым мин, ярамай, кеше мантымай. – Әсәйем кинәт боролоп, китеп тә барҙы. Май­ҙанда тыныслыҡ урынлашты.
... Өс көн үтте. Ауыл халҡы, тәкәнән ҡо­толдоҡ, тип ҡыуанды. Тик иртәрәк булып сыҡты: өсөнсө көн тәкәбеҙ солан ишеген төрткөләп мыҡырлай ине...

Исмәғил ҒИМРАНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: