+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Алыш

("ҺӘНӘК"тең көлкө тоғонан) Хикәйә Иван Ангорский һәм Драган Плачков яңы йорттан фатир алдылар, күр­ше булып киттеләр. Башта улар бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөш­тө, бүлмәләрҙе нисегерәк йы­һазларға кәңәш­тәр биреште. 

Алыш
Алыш

Ә берҙән-бер көн­дө, ишектәрен бер төрлө дермантин менән көпләткәндән һуң, һөйләшмәҫ тә, күрешмәҫ тә булдылар. Һуң­ға табан ҡан дош­манға әйлән­деләр.

Тәү башлап Ангорский ҡотҡо һалды. Ул ваннаһы өсөн зәңгәр плиталар һатып алды. Плачков иһә, быны күреп, ваннаһын рим мозаикаһы менән биҙәне.
Ангорский ауыр һулап ҡуйҙы ла, һаҡлыҡ кассаһындағы аҡ­саһына аусы ҡоралдары һатып алып, бүлмәһен йыһазлап ебәр­ҙе. Ниҙәр генә юҡ ине бында! Стенала болан мөгөҙҙәре эленеп тора. Иҙәндә ғәләмәт ҙур айыу тиреһе ята. Ситлектә йәшел тутыйғош сәбәләнә һәм: “Плачков, көнләшеүҙән йығы­лып үл” – тип, бер туҡтауһыҙ ҡысҡыра.
Диңгеҙ аръяғы ҡошоноң мәс­хәрәләүенән һуң Плачков йоҡ­лай алмаҫ булды. Ике төн инде ул урынында әйләнгеләнә-бәр­геләнә уйланып ятты һәм ванна бүлмәһен яңыртырға кәрәк тигән фекергә килде. Стена­ларҙы уйып, бер нисә урынға аквариум урынлаштырҙы һәм бығаса әҙәм балаһы күрмәгән балыҡтар ебәрҙе.
Ангорскийҙың ҡан баҫымы күтәрелде. Ул күршеһенән быны көтмәгәйне. Бер аҙнанан һуң, ауырыу башы эшләр хәлгә килгәс, магазиндан иҫ киткес ҙур люстра һатып алып, түшәм­гә элде.
Әммә Плачков бынан ғына һығылып төшмәне. Ул әмәлен тиҙ тапты: ишеккә яңы звонок ҡуйҙы. Уның төймәһенә баҫыу менән “Аида” операһынан тантаналы марш яңғырай. Был маршты ишеткән һайын Ангорский, башын тотоп, тын ғына үкһей ине.
Плачковтың ҡыуанысы эсенә һыйманы. Дөрөҫ, баштан-аяҡ бурысҡа батты-батыуын, ләкин һаман да туҡталырға иҫәбе юҡ ине. Ул леопард тиреһе менән тышланған ике ултырғыс алып ҡуйҙы. Еңеү сәғәте яҡын ине. Әммә...
Ангорский ҡаланың танылған рәссамын үҙенә саҡырып алды. Стенала Иван Ангорскийҙың тормош юлын һүрәтләгән картиналар пәйҙә булды. Уларҙа Ивандың мәктәптә уҡыуы, армияла хеҙмәт итеүе, һөйгәне менән ҡауышыуы, туй мәжлесе һәм яңы фатирға ордер алыуы кеүек тантаналы миҙгелдәр матур буяуҙарҙа сағылдырыл­ғай­ны.
Плачковтың өмөтө һүнде, йә­шәүенең мәғәнәһе ҡалманы. Көс-хәл менән ул хужалыҡ магазинына килде һәм һуңғы аҡ­саһына капрон еп һатып алды. Уның үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙан башҡа сараһы ҡалмағайны. Плачков подвалға төштө, тү­шәмгә бармаҡ йыуанлығы ҡа­ҙаҡ ҡаҡты һәм башын элмәккә тыҡты. Әммә ҡаҙаҡ сыҙаманы, еп өҙөлдө. Плачков иҙәнгә мә­тәл­ләп төштө.
Ангорский, был хәбәрҙе ишет­­кәс, көндәшенең хурға ҡалыуынан рәхәтләнеп көлдө, шул көндө үк ҡорос ырғаҡ һәм сүс арҡан алып ҡайтты ла под­валға йүнәлде. Ул ырғаҡ һәм ар­ҡан Ангорскийҙы ғына түгел, тағы биш кешене күтәрерлек ине.

Йордан ПОПОВ.

(1983).

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: