+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Үҙе йырлата

Башҡа ваҡытта ауыҙынан һүҙ ҙә алып булмаған Ғәбдөк бабай, саҡ ҡына төшөрөп алдымы, торғаны икенсе кеше инде. Үҙ алдына туҡтауһыҙ һөйләнә, йырлап маташтыра. Уның был холҡона әбейе Ғәйшә асыуланып бөтә алмай.

Үҙе йырлата
Үҙе йырлата

– Ҡартишәк, нишләп бер туҡтауһыҙ ас ауыҙыңды күтәреп, мөңрәп тик йөрөйһөң ул! Моңоң булһа бер хәл!
Бабай ҙа аптырап тормай:
– Эй, ҡарсыҡҡайым, мине теге зәхмәт үҙе йырлата бит, – ти.
Көндәрҙең береһенәдә әбей менән бабайҙы ауылдаштары мәжлескә саҡыра. Ашап-эсеп, мәҙәктәр һөй­ләшеп бик күңелле ултыра улар.
–Әйҙә әле берҙе генә йотоп ҡара, тәмле генә ул,– тип Ғәйшә әбейгә лә ҡыҫтап-ҡыҫтап шайтан һыуын һоналар.
Бер сама ултырғас, ҡунаҡтар таралыша башлай. Юл буйына Ғәйшә әбей йыр һуҙа. Бабайы аптырап ҡала.
– Атаҡ, ҡарсыҡ, нишләүең был?
– Эй, ҡартыҡайым, ысынлап та, был нәмәкәй үҙе йырлата, – ти икән әбей.
Шунан бирле беҙҙең яҡта араҡы тигән нәмәне “Үҙе йырлата торған” тип кенә йөрөтәләр.

Мәсғүт ҒИЛМЕТДИНОВ.

Фото: vsesvoi43.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: