+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сафура таблицаһы

Урта мәктәпте «өслө» ләргә генә тамамлаған Ибрайҙы ар­мияға саҡырыу ҡағыҙы килде. Саҡырыу ҡағыҙы килде тип кенә ил һаҡларға китеп булмай бит инде – медкомиссия үтергә кәрәк.

Сафура таблицаһы
Сафура таблицаһы

Икенсе көндө иртән иртүк әсәһе хәстәрләп биргән бәлеш­тәрҙе, «өслө»ләрҙән шығырлап торған аттестатын, паспортын йыйнаҡ ҡына итеп төйнәп, район үҙәгенә, дауаханаға юлланды. Шөкөр, оҙаҡ эҙләргә тура кил­мәне тағын үҙен. Һикһән йәштәр тирәһендәге ҡарсыҡ, әйтерһең, ғүмер буйы ошо һорауҙы ғына көтөп йәшәгән.
– Бер аҙ барғас та дүрт ҡатлы аҡ бина булыр. Духтырҙар шунда инде, балам, – тине.
Әбей өйрәткән Киров, Пушкин урамдарын үтеп, тәки эҙләп тапты дауахананы Ибрай.
Комиссия үтеүсе бер Ибрай ғына түгел икән, кабинет төбө һайын өйө­лөшөп баҫып торған йәштәш­тәрен күреп, егеттең эсенә йылы инеп китте.
– Исемең, фамилияң, атайың­дын исеме, тыуған йылың? – тип ҡаршыланы уны беренсе кабинетта өлкән йәштәге табип ағай.
– Йылҡыбаев Ибрай Дәүләтбай улы.
– Нәҫелегеҙҙә ҡотороу, аҡыл­дан яҙыу, төндә һаташып йөрөү менән сирләүселәр юҡмы?
– Һуңғы ваҡыттарҙа һиҙелгәне юҡ әле...
– Дүрт дүртең нисә була?
– Ун дүрт...
– Ете етең?
– Ҡырҡ ете...
– Һигеҙ һигеҙең?
– Һикһән һигеҙ...
– Эсәһеңме?
– Көтөүҙә генә инде, ағай.... Көн оҙон бит, нишләп ятмаҡ кәрәк?
– Тартаһыңмы?
– Былай төпсөк йыйып йөрөгән юҡ, әммә ләкин ҡунаҡҡа ҡайтҡан ваҡыттарында еҙнәй берәрҙе биргеләй...
Табип һорауҙарына тыныс ҡы­на яуап биреп ултырған Ибрайға иҫе-аҡылы китеп ҡарап торҙо. Унан:
– Бына бындараҡ кил әле, Йылҡыбаев. Бына был нимә? – тип һораны бармағы менән стенаға төртөп.
Ибрай шул яҡҡа ҡарағандан һуң шатлығынан ҡысҡырып уҡ ебәрҙе:
– Сафура апай таблицаһы!
– Ниндәй Сафура тағын?! –Табиптың аптырауының сик-самаһы юҡ ине.
–Беҙҙең химия уҡытыусыһы Сафура апайҙың бүлмәһендә нәк шундай таблица эленеп тора!
– Менделеев таблицаһы ул, Йылҡыбаев! Бар, сыҡ. Һине ун дүртенсе кабинетта көтәләр.
Үҙен бик сәйер ҡиәфәттә оҙа­тып ҡалған табиптан сыҡҡас, Ибрай иң тәүҙә медицина карточ­каһының һуңғы битен асып ҡа­раны. Унда матур, тигеҙ хәреф­тәр менән «Годен» тип яҙылған ине.

Руфина ХӘСӘНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: