+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Олигарх

Орҡоя әбей иртән тороп, бит-ҡулдарын сайып, сәйен бер уртларға ла өлгөрмәне, ауылдың арғы осонда йәшәү­се Хәмиҙә ишек шаҡыны.– Инәй, биш йөҙ тәңкә генә аҡса биреп торһаңсы, – тине ул, йөҙөнә ғәйепле төҫ сы­ғарып. – Берәй йомош-фәлән килеп сыҡтымы әллә балаҡай?

Олигарх
Олигарх

–Бәләкәй ҡыҙымдың аяғы­на бөттө ләһә, шуға итек ал­һаммы тигәйнем. Эштә бишенсе ай аҡса бир­мәйҙәр. Көҙөн бәрәңге һат­ҡас түләрмен әле.
Күҙ терәп килгән кешене ни йөрәгең менән кире бороп сығармаҡ кәрәк! Орҡоя әбей үлемтеккә тип һандығы төбөнә һалып ҡуйған аҡса­һын соҡоп сығарҙы.
Әбей эштәрен бөтөрөп, тын алайым әле тип диванға ултырыуға, хәле бөтөп һул яҡтағы күршеһе килеп инде.
– Инәй, кисә ҡалала эшләү­се улым ҡайтҡайны, юлына биреп ебәрергә бына һуҡыр бер тин дә юҡ. Ҡана, берәй мең аҡса биреп тор әле. Кө­ҙөн мал-тыуарҙы һуйып һат­ҡас та бәхилләрмен.
Кис етте. Орҡоя әбей ишеген бикләп, башын мендәргә терәргә өлгөрҙөмө-юҡмы, тышта тәҙрә туҡылдаттылар.
– Әбей, ас әле, ас, ашығыс йомош бар ине. Иртәгә баль­нисҡа ҡаралырға барам. Зин­һар, аяҡ-юллыҡ аҡса биреп торһаңсы. Берәй эшеңде эш­ләрмен. Ауылыбыҙҙың иң бай кешеһе, олигарх һин бит инде.
“Олигарх” ҡунағын оҙат­ҡас, инде һәленеп төшкән ишеген нығытып бикләп, бер яғы ултыра төшкән өйөнә ҡарап торҙо-торҙо ла утын һүндерҙе.

А. ҠАРАНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: