+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Лаҡаптар

«Таныш кеүек ине...» Өсөнсө ҡыҙҙары донъяға килгәс, олатайым тыуыу тураһында таныҡлыҡ алырға барған. Унда былай тип һорайҙар икән:– Кем тип ҡушаһығыҙ?Олатайым уйлап торған-торған да:– Зөһрә... Зөһрә тип яҙығыҙ, – ти икән.Ҡайтҡас, ҡатыны таныҡлыҡты алып ҡараған да:– Һуң, беҙҙең бер ҡыҙыбыҙ Зөһрә исемле бит, һиңә бүтән исем бөткән­ме ни? – тип әрләй икән. Олатайым:– Әйтәм, таныш кеүек ине, – тип яуап биргән. Н. ҠУНЫСБАЕВА.

Лаҡаптар
Лаҡаптар

“Был Сәхи, нет Сәхи”

“Самогон” тигән ағыуҙы беҙҙең яҡта ҡуллана башлаған саҡта, һуғыштан һуңғы йылдарҙа булған был хәл. Бер төркөм йәш ирҙәр күрше урыҫ ауылынан көмөшкә алып ҡайталар. Яңы эсемлекте, етмәһә, сөгөлдөрҙән эшләгәнен, эсеп ҡарар­ға берәү ҙә батырсылыҡ итмәй тора икән. Фронттан ҡайтҡан Сәхиулла исемле ағай йәштәргә былай тигән: “Ярай, егеттәр, мин һуғыштан иҫән ҡайттым, балалар ҙа үҫеп бөткән, үлһәм үлермен, ҡайҙа башлап эсеп ҡарайым”.
Ағайың эсеп тә ебәргән, бер кү­ҙен йомған да: “Был Сәхи, нет Сә­хи,” – тип ултырған урынында йы­ғыл­ған да киткән. Ирҙәр, бәләһенән баш аяҡ, тип дөбөр-шатыр өйҙән сығып ҡас­ҡан­дар. Сирек самогон менән ни булғаны билдәле инде. Сәхиулла бабай унан һуң байтаҡ йәшәп, яңыраҡ ҡына донъя ҡуйҙы. Яңы эсемлек кенә түгел, ятыраҡ ризыҡ ауыҙлап ҡарағанда ла хәҙер “был Сәхи, нет Сәхи” тип мәрәкә­ләйҙәр беҙҙә.

Роза ХӘМЗИНА.

Кафура кәнфите

Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылы лаҡаптарға бай, сөнки бында асыҡ күңелле, әсе телле, шаян кешеләр йәшәй. Ялсыҡайға ҡунаҡҡа бар­һаң, һәр ваҡыт тиерлек сәй эскәндә: “Кафура кәнфитен ҡушып эсегеҙ”, – ти­гәндәрен ишетергә була. Был ла­ҡаптың килеп сығышын һорағас, миңә ошоларҙы һөйлә­неләр.
Ауылда Кафура исемле әбей йәшәгән. Бер ваҡыт магазиндан какао порошогына манылған “мен­дәр” кәнфите һатып ала ул. Ҡайтҡас, сәй эсер алдынан ҡараһа, кәнфит­тәрҙең “саңлы” икә­нен күрә.
– Атаҡ-атаҡ, бысраҡ кәнфит һат­ҡандарсы, вәт битһеҙҙәр! – тип, һуҡрана-һуҡрана ҡоштабаҡҡа һа­лып йыуа инәйебеҙ кән­фиттәрҙе. Ҡунаҡ килгәндә: ”Йыуып алдым. Минең кәнфитем таҙа ул, ашағыҙ аша,” – тип һыйлаған. Шунан һуң был һүҙҙәр лаҡап булып йөрөй.

“Ҡоймаҡты ашап бөтәһегеҙ бит...”

Был лаҡапты Мәләүез районы Иштуған ауылынан Күсәпова Рәшиҙә апай һөйләгәйне.
“Ауылда көҙгө һуғымдан һуң сиратлашып ҡунаҡ йыя торғайнылар. Беҙ, балалар, алъяҡта ҡорма артында урындыҡта урын­лаша­быҙ. Ҡунаҡтар ифрат оҙаҡ ултыра һымаҡ тойола ине. Бер ваҡыт шаяны­раҡ ағайыбыҙ Миңнулла исемле ҡустымды урын­дыҡтан төшөрҙө лә ҡолағына нимә­лер шыбырланы. Шунан беҙгә әй­ләнде лә:
– Ҡарағыҙ, хәҙер ҡыҙыҡ була! – ти­не. Миңнулла ҡунаҡтар ултырған яҡҡа сыҡты ла:
– Ҡасан ҡайтып китәһегеҙ, ҡой­маҡты ашап бөтәһегеҙ бит! – тип ҡысҡырҙы.”
Шунан һуң ҡунаҡ оҙаҡ ултырып ташлаһа, шаярып:
“Ҡоймаҡты ашап бөтәләр инде”, – тиҙәр икән бында.

Р. САБИТОВА.

Фото: dzen.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: