+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Дандар таралған инде...

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА (Хикәйә) Дан” тигән һүҙ ишетһәм, әсет­кән ҡамыр күҙ алдыма килә. “Дан“дар ҙа ҡамыр һымаҡ ҡабара икән. Үтә ҡырҡыу­ланған ҡа­мыр­ҙан бешерелгән икмәк тәмһеҙ була. Шуның кеүек, ифрат киң, ифрат тиҙ таралған дандың да бәҫе китеү­сән, бәлә килтереүcән.

Дандар таралған инде...
Дандар таралған инде...

Минең дә дандарым таралды. Шуларҙың береһен бәйәнләйем әле. Берәй заман, кәйефем күтәренке булғанда, бүтәндәрен дә һөйләрмен.
Бер ваҡыт минең турала һәләк ирмәк һүҙ менән тирә-яҡ тулды. Төймә арҡаһында ғына дөйә ҡәҙәре хәбәр сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Ҡыҙым Данүҫә ҡул эшенә әүәҫ­ләнеп киткәйне. Кофта бәйләп кей­ҙе лә:
– Матурмы? – тип һораны.
– Төймәләре эре, – тинем, әйберҙе диҡҡәт менән ҡарағас. – Эре лә, үтә ваҡ та булмаған төҫтәш төймәләр һайла. Тәүге эшең, кофтаң ифрат килешә, афарин! – Мин баламдың күңе­лен күтәреп ебәрҙем.
Данүҫә, кәңәшемде тотоп, төймә­ләрҙе алыштырып тағып та ҡуйҙы:
Ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәте шундай: күҙҙәре нәҡ йылтыр-мылтыр нәмә­ләргә төшә.
– Аһ-аһ, төймәләре былай-алаймы, бигерәк матур. Зауҡың да бар икән! – тип һоҡланғандар.
– Әсәйем ошоларҙы алырға кәңәш итте. Олоғайып барһа ла, матурлыҡты йәштәрсә тоя, йәш­тәрсә һиҙә. Уның кәңәшен тот­һам, уңам да ҡуям, – тип үк ебәргән Данүҫәм.
– Әсәйең һәйбәт кәңәшсе икән. Яҡшы кәңәшкә мин дә мохтажмын. Ҡунаҡҡа килһен! – Сәтиғә исем­ле ҡатынҡай ҡыҙыма өй адресын бир­гән.
Киттем Сәтиғәне эҙләп, йортон йәһәт таптым.
Сәтиғә мине ихлас ҡыуанып ҡар­шыланы, һыйҙан һығылып торған өҫтәлгә әйҙүкләне.
– Яландай квартирала әллә бер үҙең йәшәйһеңме? – Мин ғәжәп­ләнеүемде йәшерә алманым.
– Ирем һулға йөрөргә ғәҙәт­ләнде, аҙна – ун көнгә бер ҡайта. Шуға, Даниә апай, артабан ни эшләргә, тип кәңәш һорарға саҡырғайным. –Күҙҙәренә йәш эркелгән ҡатынҡай тәрән көрһөндө.
– Көсөк ал, һеңлем! Һунар то­ҡо­монан һайлаһаң, ишшү ҙә һәй­бәт. Көсөк сағынан ирекә­йен­дең нәс­ки йә күлдәген еҫ­кәтеп үҫтер. Еҫ-ҡоҫто айырыр­ға күнекһә, иреңде күмәк кеше араһынан да еңел табасаҡ. Мин ҡушҡанса эшләһәң, күр ҙә тор – бермә-бер килешәсәк.
Сәтиғәнең кинәнеүен күрһә­геҙ!..
Ғүмерҙең үткәне һиҙелмәй шул. Бер көндө беҙгә, ҡояштай ялтырап, Сәтиғә килеп керҙе:
– Мең йәшә, Даниә апай! Көсөгөм башмаҡ ҡәҙәре булып үҫте. Нәҡ һин кәңәш иткәнсә тәрбиәләнем. “Рекс, хужаңды эҙлә!” тигән фарман биреү­ем була, уҡтай урамға атыла. Ярты сәғәт тә үтмәй, салбар балағынан тешләп, аҙманды өйгә алып та ҡайта. Яңыраҡ һөйәркәһенә лә “тешен күрһәткән”. Бисура бисә дауаханала ятып сыҡҡан. Ветстанциянан килеп, ҡотороҡ си­ренә анализ алғайнылар, шөкөр, Рексыбыҙ һап-һау, тап-таҙа. Хә­ҙер йәнкәй-йәнәшем уңға-һулға ҡайырылмай.
Сәтиғәнән былайыраҡ ҡыуан­дым: йәш ғаиләне тарҡалыуҙан ҡотҡарҙым бит.
– Даниә апай, кеҫә телефо­ныңдын номерын яҙып алайым әле, әхирәтем һорағайны, – ти Сәтиғә һеңлекәш.
– Шылтыратһын, өгөт-нәсихәт би­рергә һәр саҡ әҙермен! – Мин йәһәт кенә телефон номерымды һондом.
Кискә Сәтиғәнең әхирәте, дөрө­ҫөрәге, әхирәтенең йәмә­ғәте шылтыратты:
– Даниә апай, мин – Фитрат Нитратович тигән кешемен. Кәңәш кәрәк,– ти.
– Ҡустым, хәл-әхүәлеңде мөм­кин тиклем төпсөрләп һөйлә, шунһыҙ төплө кәңәш биреп булмай, – тим.
Телефондан ярамай, һеҙгә бара­быҙ!
Фитрат ҡусты ҡатынын эйәртеп килеп тә етте. Хәлдәре ҙур аҡса­ға бәйле икән. Бер генә бүлмәле квартирала иркенләп гәпләшергә мөмкинлек юҡ. Фитрат Нитра­то­вичтарға киттек.
– Дәниә апай, “Фольксфаген” тигән машина алайыҡмы, әллә “Тойота” тигәненме? – Ир менән ҡатын минең ауыҙға ғына ҡарап тора.
– Ҡарҙы ситкә ышыра торған һоҫ­ҡоло трактор алығыҙ, – тим.
– Төшөндөм: тимәк, һөҙгөслө трактор, ә ул нимәгә? – Фитрат ҡусты аң­шайҙы, ҡатыны күҙҙәрен аҡайтты.
– Әле ҡарап килдем: машина күп – алма төшөрлөк тә урын юҡ. Ҡала урамдарынан йөрөү ҙә ҡыйынлашты: элек беҙ белмәгән-күрмәгән “тығын” тигән нәмәнән йонсой бит халыҡ. Фитрат ҡус­тым, тракторыңдың һөҙ­гөсө ме­нән үҙеңә ҡамасауламаған маши­наларҙың бер нисәһен сит­кә этһәң, аҙаҡ шоферҙар үҙҙәре үк һиңә юл бирергә әмәлен табыр.
Машинаңды гел генә гаражда тота алмаҫһың, йортоң алдына ҡуйырға ла тура килер. Баяғы алымды ҡа­батларһың.
Һуңынан ишеттем: ҡусты минең кәңәшемде тотҡан: бер нисә машинаны ситкә ышырған. Кеше яуыз бит хәҙер: зыян күреүселәр Фитратты судҡа биргән, тракторын һаттырып, аҡсаһын бү­леш­кән. Шулай итеп, ҡусты төр­мә тигән нәмәнән саҡ ҡотолған.
Ошо хаҡта ишеткәс, шатлы­ғымдың иге-сиге булманы. Хәҙер Фитрат Нитратовичҡа теләгән машиналарын алырға мөмкин: йорто алдында, тәҙрәлә­ренең ҡар­шыһында ғына ике-өс машина ҡуйырлыҡ буш урын бар.
Квартирама ҡайтҡан көндө үк минең арттан сибә-ә-әр ханым ки­леп етте.
– Кәңәш кәрәк! – тине ул, сәләм­ләшергә лә онотоп. – Да­ниә апай, ҡунаҡҡа алып ҡайтам. Һеҙҙә иркен­ләп һөй­ләшергә мөм­кинселек юҡлы­ғын иҫкәрт­теләр.
Өмәмә ханымдарға юлландыҡ. Уларҙа сәй эсә-эсә эстәр бу­ша­ғансы серләштек. Ҡамасау­лыҡ итеүсе юҡ: ире сит илгә оҙай­лы командировкаға киткән.
Баҡһаң, Өмәмәнең йәмәғәте бохар бесәйе алырға рөхсәт итмәй икән. Эт менән бесәй яратмай, ти.
– Бала табып бир! Бәпес һөйөп кинәнегеҙ!
– Мин бала яратмайым! – Өмәмә, кәңәшемде өнәмәүен белдереп, матур танауын сирылта.
– Улайһа, юлбарыҫ балаһын ал! Бик бай йәшәйһегеҙ: 300-350 мең доллар һеҙгә моң да түгел.
– Кәңәшеңә рәхмәт, Даниә апай! Бындай уй нисек башыма килмәгән. Дуҫтарымды, туған­дарымды, уларҙан да бигерәк ирекәйемде аптыратайым әле! – Өмәмә битемдән суп иттереп үбеп алды.
Аҙаҡ ишеттем: ҡатынҡай юл­барыҫ балаһын һыртынан һыйпап ҡына үҫтергән.
Командировканан ҡайтҡан ирекәй ҡатынының был ҡылы­ғына таң ҡалған. “Үрмәксенән күрмәксе” тигәндәй, бисәһе ке­үек юлбарыҫты иркәләргә һоно­лоуы булған, йыртҡыс күҙ асып йомғансы ҡул суғын һоғонған да ҡуйған. Юлбарыҫты зоопаркка оҙат­ҡандар. Бизнесмен иргә протез ҡул ҡуйғандар.
Минең нисек һөйөнгәнемде күр­һәгеҙ!.. Бәй, ҙур ярҙамым тей­­­ҙе: бер ҙә түгел, ике бохар бесәйе бүләк иткән дәһә ире­кәйе.
«Иҫ киткес шәп кәңәшсе» тигән шөһрәтем шулай таралды. Хәҙер мине машинала ғына алып ҡайтырға теләүселәр бигерәк күбәйҙе. Өйгә төшкәнем дә юҡ, ваҡыт етмәй.
Күпме ғүмер үткәндер, бер көн Данүҫә ҡыҙым шылтырата:
– Әсәй, мотлаҡ ҡайт, кейәүгә сы­ғам. Түрҙә генә ултырырһың, – ти.
Туй бит ул: нисек ҡайтмайһың. Туй ресторанда булды. Әммә ҡоҙа-ҡо­ҙағыйым эргәһендә рә­хәтләнеп ултырырға яҙманы. Артымдан кил­гәндәр: тағы сығып киттем. Ҡоҙа-ҡоҙағыйымды, ҡо­ҙасаларымды, ке­йәүемде бүтән ерҙә осратһам, танымаҫым көн кеүек асыҡ.
Данүҫә ҡыҙым тағы шылтырата:
– Әсәй, ҡайт, ейәнсәреңде мотлаҡ күрергә тейешһең, – ти.
Ейәнсәр бит ул, нисек ҡайт­майһың?.. “Әһә, – мин әйтәм, – сабыйҙы нисек йыуындырырға, нисек биләргә, нисек имеҙергә кәңәш кәрәк!”
Такси ялланым, әммә йортто таба алмайым. Бәхеткә таксист минең хаҡта яҡшы белә икән. Ға­иләһе мине саҡырырға уйла­ған. Телефон номерым, йортом­доң адресы кеҫәһендә ятҡан. Улар хал­ҡының белмәгән йорто, бел­мәгән юлы юҡ. Минең йортто ла тапты. Баҡһаң, йорт тирәләй банктар, кибеттәр, дарыуханалар тө­ҙөп бөткәндәр.
Ярай, ҡайтып керҙем. Күбәләк кеүек талпынып ике йәштәрҙәге бәләкәй генә ҡыҙ бала ҡаршыма килә.
– Бала-сағалы ҡунаҡтар бармы? – тип һорайым.
– Ейәнсәрең бит ул, әсәй! – Да­нүҫәм йылмая. Минең ышанмауымды күреп, өҫтәп ҡуя. – Туй көнөндә сығып киткәнеңә өс йыл тулды бит, әсәй!
Ҡара һин уны, биләмдә йө­рөүемә өс йыл тулған, ә өс көн ҡәҙәре лә тойолманы.
– Имен-аман ҡай­тыуығыҙ менән! – тине аш-һыу бүлмә­һенән сығып килгән кил­бәтле генә егет.
Кемлеген әлдә һорарға өл­гөрмәнем, ейәнсәрем: “Әт-тә!” – тип уның ҡаршыһына йүнәлде. Данү­ҫәмдең йәндәй йәмәғәте. Үҙемдең берҙән-бер кейәүем икәнен шунда уҡ төшөндөм.
Данүҫәм эшкә сыҡты, мин ейән­сәремде ҡарайым. Квар­тирабыҙҙы киңәйткәс, ҡаланың икенсе районына күсендек. Әммә ғәләмәт ҙур көскә эйә икән ул “дан” тигәндәре, һис тындыр­майҙар. Магазинға ла барып булмай: таныйҙар бит, кәңәш һорап, артымдан эйәрәләр. Ныҡыш кеше­ләрҙән нисек ҡотолорға белмәйем.
Ауыр хәлдән арынырлыҡ арыу кәңәш бирегеҙ!

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: