+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Ну, ошо бисәләрҙе!

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА Ну, ҡаптым бит, әй. Уйла­мағанда-нитмәгәндә харап булдым. Бына нисә көн “дер” ҡалтырап ултырам. Райүҙәктән милиция көтәм. Ниңә ҡасып китмәйһең, тиһегеҙме? Ҡайҙа бараһың ҡасып? Унан, мин бит бер ҡайҙа сығып йөрөмәҫкә имза һалдым. Хөкөмгә ҡалыр инде эш. Шулай тойола. Бәғзе әҙәм­дәр миллионлап, миллиардлап сәлдер­һәләр ҙә тып-тыныс ҡына, байманлыҡта көн күрәләр.

Ну, ошо бисәләрҙе!
Ну, ошо бисәләрҙе!

Уларға тейгән кеше лә юҡ, хө­көмгә тарттырып та йөрө­мәйҙәр. Ә мин... Тырнаҡ осондай бер бал­даҡ өсөн харап булдым. “Төй­мә урлаған да – бур,” – тиһе­геҙме? Анһат та ул һеҙгә әйтеүе. Урлайым, тип урламаным инде мин ул йөҙөктө. Аңһыҙҙан, уй­ламаҫтан килеп сыҡты. Ни тимә, шул эскелек бәләһе инде.
Әптерғәләмгә һуғым һуйыш­ҡайным унан алда. Ну, ныҡ һый­ланы, әй. Ул ут яҡтыһында көмөш кеүек ялтырап торған көмөшкәһе, ул һыраһы, балы. Көмөш ялтырамай, тип кем әйтә уны? Әллә, беҙҙә ялтырайсы, һеҙҙә ялтыра­маһа. Иң зәһәр, сыразы тамаҡтан да, быуындан да быуып ала тор­ған шыйыҡсаны ни өсөн көмөшкә тип әйтәләр тиһең, әгәр ялты­рамаһа. То-то! Шул Әптерғә­ләмдә, эй, эстек кинәнеп, эй, эстек тәгәрәгәнсе. Эсәк йыуған бисәләр ҙә ҡалышманы беҙҙән. Ҡыҫҡаһы, саҡ ҡайтып йығылған­мын. Нисек ҡайтып еткәнмен, ни­сек берәй ерҙә аунап, аяҡ-ҡулды өшөтөп ҡуймағанмын, аптырайым.
Ә икенсе көнө-ө-ө!.. Уй-уй-уй! Хәҙер хәтерләһәм дә күңел болғана башлай. Әсәйгә әйтеп ҡарайым, тап берәй әмәлен, ҡаршылағы кибеттән һыра булһа ла әпкил, тип. “Нимәгә алайым, пенсия аҡсаһын үткән аҙнала уҡ эсеп бөттөк бит,” – тип тик тора. Ауырыу хәлен һау беләме ни инде ул. Тәки барманы кибеткә. Тәки әпкилмәне һыра, ҡарт бисура. Үлһен, тиҙер инде, бер уй­лаһаң, минән уға ни файҙа, етмеште уҙһа ла, малын үҙе ҡарай, ишек алдын үҙе көрәй, тигәндәй. Өс мең пенсия аҡса­һын бүле­шәм, етмәһә.
Ну, минең ишеләргә шайтан үҙе ярҙам итәлер ул. Юғиһә, үлә инем, биллаһи. Тәгәрәп ауырый торғас, тышҡа сыҡҡы килде бит. Тәнтерәкләй-тәнтерәкләй сыҡ­тым ишек алдына. Күршенең двурына күҙ һалам. Нужәли, мәйтәм, берәй йөҙ грамм ултырмай икән? Бисәһе лә, үҙе лә эсмәгәс, запас булалыр инде ул кешелә. Күрәм, бисәһе сығып килә. Ишеген йоҙаҡлап та торманы, келәһен ге­нә элде лә ҡапҡаға йүнәлде. Ҡайҙа бара икән? Йыраҡҡа түгелдер, башында аҡылы бар кеше хәҙер ишек бикләмәй йөрөмәҫ. Ҡайҙан көс килә, тиген, “һә” тигәнсе ике аралағы ҡойма аша һикерҙем дә быларҙың ҡапҡа ярығынан урамды күҙәтәм. Үәт, әй, өс-дүрт йорт ашаһындағы Сәмиғуллаларға инеп китте бит был. Теге, ҡаршы рәттәге Сәми­ғаны әйтәм дә. Ә хужа үҙе иртүк машинаһы менән Магнитҡа сы­ғып киткәйне. Булды, былай бул­ғас! Йәһәт кенә келәне ысҡын­ды­рып, өйгә индем, көмөш­кә-фә­лән булһа, шул түрбашта ултыра инде ул. Үттем түрбашҡа, улай ҡарайым, былай ҡарайым, шешә йораты күренмәй. Һоп! Бына был табыш, исмаһам! Сынаяҡ эсендә алтын балдаҡ ятмаһын­мы? Быға бит йөҙ грамм түгел, йөҙ шешә көмөшкә алырға була! Булмаҫ, тиһегеҙме? Ә балдаҡ күҙҙең яуын алырлыҡ, семәрләп эшләнгән. Әллә боронғо йөҙөк­төр ҙә әле. Ну, йөҙ шешә үк булмаһа ла, бер ун шешә алһам...
Ҡыҫҡаһы, сығып тайҙым. Бал­даҡты эләктереп. Тән­терәк­ләй-тәнтерәкләй юлландым арғы оста йәшәгән көмөшкәсе Йәси­рә­гә. Ипләп кенә балдаҡты күр­һәтәм тегеңә. “Ул һиндә ҡай­ҙан?” – ти. “Әсәйҙең йәш сағын­дағы бал­дағы, – мәйтәм. – Тик әйтә күрмә инде, йәнде алыр.” “Кейеп йөрөй алмағас, ул балда­ғың миңә атаң башынамы?” – ти был. “Ярай инде, Йәсирәкәйем, үл­термә, һиңә залогҡа ғына һалам, бер-ике ярты бир ҙә?” – тип ялбарам алдымда албаҫ­тынан да былайыраҡ баҫып торған ҡатынға. “Ярай, ҡана, бир балдағыңды, күрәләтә үлтереп булмай бит инде әҙәм балаһын. Үҙең былай бигүк алама ла түгел шикелле,” – тип һөй­ләнә-һөйләнә көмөшкәһен сы­ғарып бирҙе Йәсирә... Бер шешә. Бүтән һора­ма, юҡ, тине. Ҡасан аҡсаһын тү­ләйһең – шунда ҡай­тарырмын балдағыңды, тине. Былай насар бисә түгел дә ул Йә­сирә. Ул хәлгә инмәһә, ҡа­лайтыр инем, йә?
Балдаҡ мажараһы шулай ғына бөттө, тиһегеҙме? Йәсирәнең эскесе ире сәлдергән бит бисә­һенән теге балдаҡты. Өйөндә эсер нәмә булмағандыр инде. Әллә Йәсирәһе берәй урынға йәшереп ҡуйғандыр. Ҡыҫҡаһы, Йәсирә абышҡаһы балдаҡты тотоп, тура кибеткә йүнәлгән. Һыра йә теге, яңы йыл башында хаҡын күтәрҙеләр бит әле, 89 һум илле тинлек араҡыны һо­райым, типтер инде. Һатыусы балдаҡты күргәс «аһ» иткән, ҡапыл ғына усына йомоп йә кеҫәһенә төшө­рөп ҡуйһа ла булыр ине лә бит. Ә эргәлә минең аҡыш күҙ күрше торған. Әлеге ишегенә йоҙаҡ һалмай йөрөгән аңра бисәне әйтәм. Ҡыҫҡаһы, тик­шеренә тор­ғас, миңә килеп терәлде инде балдаҡ һуҡмағы.
Бына әле милиция көтөп улты­рам. Иртәме-һуңмы, хөкөм итер­ҙәр инде, әмәл юҡ. Тәҙрәнән күр­шенең ишек алдын күҙәтәм. Эш уҙғас, бәҙрәфкә сыҡһа ла ишеген йоҙаҡлап сыға әлеге бисә. Йо­ҙаҡла-йоҙаҡлама, мине һе­мәйт­тең инде, хәҙер һуң. Әсәйгә лә йән көйә. Утыҙ-ҡырҡ һум аҡ­саһын ҡыҙғанып, яңғыҙ бала­һын ни хәлгә ҡалдырҙы, ҡарт убыр. Мине төрмәгә ябып ҡуй­һалар, бер үҙенә бер пенсия, рәхәт­лә­неп эсә инде. Ә мин бисара, тағы шул бисә-сәсәнең йүнһеҙлеге арҡаһында ыҙа сигәм…

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: