+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

"Ну и что?"

Элегерәк осоронда була был хәл. Бер мал ҡараусы сусҡа балаһы урлап тотолған. Ҡылған эше буйынса уға тейешле урынға документтар әҙер­­ләгән­дәр. Был кеше нисек булһа ла ҡотолоу әмә­лен эҙләй башлай. Кемдең төрмәгә кереп ултыраһы кил­һен? 

"Ну и что?"
"Ну и что?"

Дуҫтары, таныштары менән кәңәшләшә башлай.
– Һин берәй таныш прокурор менән һөйләш. Закон менән эш итеүсе үҙенең кәңәшен бирһә, һин бер һүҙһеҙ ҡотолоп ҡалыр­һың, – ти бер дуҫы. – Улар ҡотолоу юлын да өй­рәтә беләләр.
Ҡатыны яғынан саҡ ҡына таныш булған прокурорға килә был. Хәлде тәфсилләп һөйләп бирә:
– Нисек тә ҡотолоп ҡалырға ине. Минең дә берәй файҙам тейер ине, – ти. Прокурор:
– Ярай, мин һиңә ҡотолоу юлын өйрәтәм, тик бер шартым бар: судта аҡланғас, миңә лә бер-ике сусҡа балаһы табып бирерһең, – ти. Килешәләр. Прокурор:
– Судта: һин бит колхоз фер­маһынан сусҡа балаһы ур­ла­ғанһың, ғәйебең ҙур, һине төрмә көтә, тип һөйләй башлау менән бер ҙә иҫе китмәй генә: “Ну и что”, – тип яуап бир. Икенсе һо­рауҙарына: “Ну вот ещё”, – тип яуапла. Бына ике ошо һо­рау­ҙы ниндәй генә һорау бирһәләр ҙә, ҡабатла ла ҡа­батла. Башҡа нимә әйтмә.
Суд көнө лә килеп етә:
– Фәлән Фәләнов, һеҙ бит ферманан сусҡа балаһы урла­нығыҙ!
Хөкөм ителеүсе, тауышын үҙгәр­теп, нескә тауыш ме­нән:
– Ну и что? – ти.
Судья:
– Һеҙҙең менән бында шаярып ултырмайҙар, енәйәт эше буйынса һине төрмә көтә, – ти. Ғә­­йепләнеүсе тауышын ҡалы­найтып:
– Ну вот ещё, – ти.
Ниндәй генә һорау бирһәләр ҙә шул, һүҙ­ҙәрҙе ҡабатлай ҙа тора. Бер аҙҙан суд улты­рышҡа сыға. Судья:
– Бына, иптәштәр, һеҙ нисек уйлайһы­ғыҙҙыр, хөкөм иттең ни ҙә, итмәнең ни, – ти. – Уның өсөн барыбер. Был бит тегелә­йе­рәк, – ти.
Залға сығып, судья ғәйеп­лә­неүсене азат иткәс, ул шатланып йүгерә-атлай, оса-оса, тротуар­ҙан атлап ҡайтып бара. Шул саҡ ҡаршыһына теге кәңәш биргән прокурор килеп сыға:
– Т-ә-ә-әк, минең кә­ңәш буйынса ҡо­толдоң бит инде.
Ғәйепләнеүсе:
– Ну и что, – ти. Про­курор:
– Теге сусҡа бала­һын ҡасан килтер­ерһең икән? – тип һо­рай. Ғә­йеплә­неү­се, үсекләгән һымаҡ:
– Ну вот ещё, – тип яуап бирә.

Мулланур ТИМЕРӘЕВ.

Фото: fikiwiki.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: