+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Осрашыу

(Элеккене иҫкә төшөрөп) Ғилман ҡарт сәй эсергә ул­тырҙы. Ҡош телендәй ик­мәк телеменә башта бал­ғалаҡтың осона эләктереп май һыланы, унан дәфтәр бите ҡа­лынлығында сыр киҫәге телеп алды. Тартмалағы тоҡсайҙан ике печенье алды ла, бер аҙ уйланып торғас, берәүһен кире һалып ҡуйҙы. Киске табынға әҙерлек шуның менән тамамланды.

Осрашыу
Осрашыу

Яһа­лған сәйен бер уртлап өл­гөр­ҙөмө-юҡмы, ишек ҡаҡтылар. Ғилман аппетит боҙоусыны әрләй-әрләй урынынан ҡуҙғалды.
– Ғилман!
– Халиҡ!
Төнгә ҡарай килгән ҡунаҡ, ысынлап та, йәшлек дуҫы Халиҡ ине. Ҡыҙыу холҡо арҡаһында милиционер менән ыҙғышып, эш олоға китеп, хөкөм ителгәйне ул. Төрмәлә лә өлгөлө тотҡон бул­мағандыр, срок өҫтәй торғас, йәмғеһе ун йыллап стажы йыйылып киткән. Йәш кеше лә түгел бит әле, Ғилман кеүек үк етенсе тиҫтәне ваҡлай. Бөгөн генә сы­ғарғандар ҙа тура уға килгән икән.
– Тамуҡтан ҡотолғанһың, ҡот­лайым, ҡартайған көндә һиңә лә әҙәмсә йәшәп ҡалырға кәрәк бит, – Ғилман дуҫын күреүгә ихлас шатлана ине.
– Үҙең нисек йәшәйһең, пенсиялалыр?
– Хәҙер икенсе йыл эшлә­мәйем, алты мең һум пенсия алам, шуның дүрт меңе фатирға, электрға, телефонға түләүгә китә. Ике меңде тартып-һуҙып еткерергә тырышам инде, – тип уфтанып ҡуйҙы Ғилман.
– Элекке һымаҡ ресторандарҙа ғына типтерә алмайһың икән.
– Ресторан түгел, ашха­на­ларҙың да ишегенең ҡайһы яҡтан асылғанын оноттом хәҙер. Пен­сияға сыҡҡаны бирле театрға түгел, мунсаға ла йөрөй алмайым, аҡса еткереп булмай. Оят булһа ла әйтәйем, һыуытҡыста бер киҫәк ит ҡалманы, ә пенсия аҡсаһына тағы ике аҙна бар. Һин, Халиҡ, сәйеңде эсеп ултыр, барынан ауыҙ ит, шөкөр – шул тамуҡтан иҫән-аман сыға алдың.
– Машинаң, баҡсаң да бар ине бит әле. – Ҡунаҡ өҫтәлдәге бөтә һыйҙы – бер печеньены алды ла яртыһын һындырып кире һалды.
– Машина ватыҡ, ремонтларға аҡса юҡ, баҡсаға йөрөргә лә еткереп булмай, һатам тиһәң – алыусы юҡ, хәҙер йәштәр беҙҙең һымаҡ баҡсала ҡаҙынырға дәрт итмәй бит. Ҡарәле, Халиҡ, һин дә хәлеңде һөйлә әле, ул тамуҡта нисек түҙҙең, нисек тере ҡала алдың?
– Нәмәһен һөйләйһең, унда ашаталар, кейендерәләр, артистар килгеләй, аҙна һайын мунса индерәләр, бер ниндәй донъя мәшәҡәте менән йонсомайһың, ирек кенә юҡ.
– Минән яҡшыраҡ йәшәгәнһең бит әй, – тип ҡысҡырып ебәргән Ғилман ҡунағына йәлләп ҡарап ҡуйҙы. – Пенсионер тормошо бик ауыр ул, түҙә алырһыңмы икән, бер уйһыҙ ғына көн итергә был һиңә төрмә түгел!

Марат ӘМИНЕВ.

Автор:
Читайте нас: