-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Ахмаҡтар

Риф МИФТАХОВ (Хикәйә) Ниндәй генә әҙәмдәр юҡ был донъяла! Иҫәре лә, эшки­нмәгәне лә етерлек. Юҡ, былай тип әйтеү үтә йомшаҡ була. Ахмаҡтар! Уларҙы башҡаса атау мөмкин тү­гел. Баштары юҡтыр уларҙың, баштары!Бына мин торған йорттоң подъезы... Кемдәр генә йәшәмәй унда! Ҡайҙа ғына эшләмәйҙәр!

Ахмаҡтар
Ахмаҡтар

Күршене генә алайыҡ. Сирбай тип йөрөтәләр уны. Тик байлығы юҡ. Ә бит Сирбай түгел, башы эшләһә, серегән бай булырға тейеш. Нисек кенә байыһын инде. Ошоғаса бер эш хаҡына тир түгә бит ул. Йә, ошо заманда, етмәһә заводта, юҡ-бар аҡсаға алданып йөрөп ят инде. Иҫем китә, аҡылым етмәй быға! Ҡатыны ла уҡытыу­сы ғына бит әле. Исмаһам, туған-ырыу­ҙарынан берәйһе булһа ла сауҙала эшләһә, йәки кәсеп итһә икән. Юҡ! Ә бит уларҙың ике йәш балалары бар. Өҫтәүенә, бына ошо иҫәр баш, ниндәйҙер спорт сек­цияһына йөрөй. Штанга күтәрә, тиҙәр. Бер көн янымдан иҫән­ләшеп, ах та ух килеп, юртып үтеп бара ине, түҙмәнем:
– Күрше, ниндәй шатлығың бар, бер зарплатаға нисек шулай тимер-томор күтәреп, йүгереп йө­рөргә мөмкин? – тип әйттем дә һалдым. – Былай аяҡ һуҙыуың да бар, – тип өҫтәп тә ҡуйҙым.
Иҫе лә китмәй:
– Байлыҡ артынан ҡыуып аяҡ һуҙғансы, һаулыҡ артынан ҡыуып аяҡ һуҙыу мәғәнәлерәк, – тигән булып, бүҫелеп сығырға торған беләк мускулдарын күрһәтеп, миңә ҡарап йылмая.
Һәләк итерһең был үгеҙҙе! Башҡа һөйләшеп торманым – эше­мә ашыҡ­тым. Сирбай түгел бит мин, бушҡа тимер күтәреп, бушҡа йүгереп йөрөргә...
Подъезыбыҙҙа уның кеүек ахмаҡ­тар тағы ла бар. Беҙҙең өҫтә генә бер профессор тора. Институтта лек­ция уҡый. Ҡатыны ла шундай. Уныһы ла уҡыта икән. Доцент. Хәҙер берҙән-бер малай­ҙары ғалим бу­лырға йыйына. Бына һиңә ғаилә?! Ғаилә түгел – ғиллә, өс ахмаҡ! Әҙәм көлкөһө бит улар­ҙың эш хаҡы. Шуға алданып йөрөйҙәр инде. Миндә уларҙағы ғилем тыңҡыслап тул­тырыл­ған баш булһамы, белер инем нисе­герәк бизнес яһарға. Аҡса күп булһа, сәйәхәттә йөрөп, бөтә донъяны биш ҡабат әйләнеп сығыр инем инде. Һигеҙ класлы белемем менән әле бар Рәсәйҙе бер итеп йөрөп ятам. Һуңғы биш-алты йылда ғына минең ҡулдан үткән әй­берҙәрҙе иҫләһәң, моғайын, кә­мендә йөҙ, какой йөҙ... мең вагон булыр ине, валлаһи. Ә улар? Йәй етһә, өсәү­ләшеп көс еткеһеҙ рюкзактар күтәреп алалар ҙа әллә ҡайҙа төрлө таштар йыйырға сығып китәләр. Инһәң, шуларҙы күрһәтеп, һөйләп бер булалар, әллә ниндәй ләззәт табалар. Ә йорттарындағы йыһаздарын әй­тәйем инде… Тьфү!.. Хатта бер келәмдәре лә юҡ бит, һыуыт­ҡыстары нух заманда һатып алын­ғандыр, моғайын.
Бер ингәндә яңы алып ҡайтҡан төрлө таштарын күрһәтә, ауыҙ һыуы ҡороп һөйләй генә башла­ғайны:
– Эй, Кирилл Константинович, ул таштарҙы ашап та, һатып та бул­май, ни хәжәтемә улар, ә? – тинем дә ҡуйҙым.
Был һүҙемде күршем яратманы. Дөрөҫ һүҙ кемгә оҡшаһын инде.
– Һин, Зариф, бөтә әйберҙе аҡса менән иҫәпләмә, байлыҡ күңелдә, йөрәктә, башта булырға тейеш, – тигән була.
Ә миңә кеҫәләгеһе, йорттағыһы кәрәк. Әйҙә йөрө, баштағы, күңел­дә­ге байлығыңа алданып, ғүмер буйы роюкзак күтәреп.
Беҙҙең подъездың беренсе этажында тағы ла бер ахмаҡ ҡарт бар. Заманында хәрби кеше бул­ған, һуғышта ҡатнашҡан. Орден-миҙал­дары түшенә һыймай, ә үҙе иҫәрҙең иҫәре инде. Нимә эшләй тип уйлайһығыҙмы? Ул тәҙрәләре эргәһендә сәскәләр үҫтерә. Аң­лайһығыҙмы – сәскәләр. Кемгә хәжәт инде ул. Көнө-төнө шуларға һыу һибә, тәрбиәләй. Ә бит бер генә бөртөгөн дә һатмай, баҙарға алып бармай. Бына башһыҙ! Йә­нәһе, әйҙә, к­е­ше­ләр, балалар күреп ҡыуанһын. Ейән­дәре килһә, уларҙы алып сыға ла әллә нимә­ләр һөйләй. Вәт, һантый! Ярай әле, йылғыр, ниндәй йүнсел кеше­ләр беҙҙең подъезда, тирә-яҡ йорттарҙа бар икән. Яңыраҡ те­генең сәскәләрен һыпырып-һы­пырып алып киткәндәр ҙә баҙарға алып барып һатҡандар. Молодецтар, дөрөҫ эшләгәндәр! Исмаһам, кеҫәләре ҡалынайыр!
Бер көндө шул Шаһит тигән ҡарт менән һөйләшеп торҙоҡ. Уйлаған­дарымды тегегә әйттем дә бир­ҙем. Нимә һөйләй бит әле:
– Һин, энем, башта үҙеңде йәл­лә, – ти. – Донъяның байлығын йыйып бөтөп булмай. Ул бөтә­беҙ­ҙән дә тороп ҡала. Тормошта намыҫлы, матур йәшәргә һәм шуны балаларға ла өйрәтергә кәрәк, йәнәһе...
Аңламайым, ҡайҙан табылып тора шундай һантый йәндәр, ахмаҡ баштар. Шулар менән ниндәй үҫеш, алға китеш булһын. Ярай әле дәүләтебеҙ быны дөрөҫ аңлай, беҙҙең кеүек булдыҡды йүнсел­дәргә таяна, улар хаҡында хәс­тәрлек күрә, мөмкин­лектәр тыу­ҙыра. Кризис башланғас, Рәсәй аҡсаһының әһәмиәтен ҡай­ғыртып. Америка доллары, евролар хаҡы ныҡ күтәрелеп китмәһен, урыҫ юҡҡа сыҡмаһын тип, шәхси банк­тарҙың миллиардер хужаларына аҡса таратты ла ҡуйҙы. Йәнәһе, улар кәрәк саҡта ҡайтарып бирә­сәктәр. Улар үҙ исеменә сит ил банктарына һалды ла ҡуйҙы. Бир­мәгәс, тот ҡапсығыңды! Дәүләт һантыйлана тип, улар иҫкәртмәҫ инде.
Ә бына беҙҙең йорттарҙың ҡай­һы берҙәрендә һаман да һан­тыйҙар йәшәүен дауам итә. Шу­ларға иҫ китә! Шайтан вәсвәсәһе ҡағылғандыр уларға!

Автор:
Читайте нас: