– Көн һайын бер ҡалаҡ тоҙ ашайым да, Менәүәр бабайҙы йүгереп уҙам, – тип яуаплай.
Баҡһаң, уның кеүек шәп йүгереү өсөн күп итеп тоҙ ашарға кәрәк тип әйткән булған Наилға атайым.
Балта, бысҡыһыҙ – утынлы
Тай өйрәтеп йөрөгән сағында атайым урманға барып сығып, ағас киҫеүсе төҙөлөш бригадаһы егеттәренә тап була. Ул саҡта Йәғәфәр Ялсин – бригадир. Ағас киҫеүселәр эргәһенә етәрәк атайым: –Йәғәфәр бындамы? – тип ҡысҡыра икән.
– Бында, бында,– тип яуаплайҙар.
Ах та, ух килеп уның эргәһенә килеп еткән дә: “Ҡапыл ғына инәйең ауырып киткән, әле генә Рәмилә (фельдшер) килеп әйтте, һиңә тиҙ генә ҡайтып етергә ҡуштылар,” – ти икән. Йәғәфәр бабай уны-быны уйлап тормай эргәлә торған егеүле атына ултырған да ауылға һыпыртҡан. Балта, бысҡыһы, бейәләйенә тиклем ҡар өҫтөндә ятып ҡала. Шуны ғына көткән атай утын әҙерләп, тайына тейәп ҡайта. Ни булды икән, тип ҡабаланып өйөнә ҡайтып ингән Йәғәфәр бабайҙы хужабикә аптырап ҡаршы ала.
– Инәйем ҡайҙа?
– Бәй, кисә һин уны Бурлыға әхирәтенә алып барғайның, шунан ҡайтып етмәгән әле, нимә булған?
Был көн 1 апрель була.
Төҫлө телевизор
Бер ваҡыт бергә эшләгән иптәше иртән эшкә килмәй. Уның да аттарын ашата-эсерә лә өйөнә хәл белергә китә. Ишекте тартып ҡарай, асыҡ. Барып инһә, хужа менән хужабикә шыр яланғас көйө өҫтәренә лә ябынмай бер ни белмәй йоҡлап яталар икән. Оялышынан йүгерә-атлай сығып барһа, ҡапҡанан инеп килеүсе бер апайға тап була.
– Хужалар өйҙәме?
–Өйҙә, өйҙә, кисә генә төҫлө телевизор алып ҡайтҡандар, шуны ҡарап ултыралар, – ти икән. Ул осорҙа төҫлө телевизорҙың яңы барлыҡҡа килгән сағы була.
Аһ-аһ, ул төҫлө телевизор ҡайһылайыраҡ була икән, ҡана күреп сығайым әле, – тип һөйләнә-һөйләнә инеп киткән, апайға ла ирекһеҙҙән баяғы хәлдең шаһиты булырға тура килә.
Осрағанда ул апай: ”Миңә төҫлө телевизорҙы башлап Менәүәр күрһәтте”, – ти торғайны көлөп.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.