Дуҫтары килә – ҡаршы ала, китәләр – оҙатып ҡала, мәртәбәле банкет – бармай ярамай, барғас, бар һалмыш араһында бер үҙе айныҡ – килешмәй. Тыйнаҡ ҡына фуршет, уныһы тыйнаҡ булһа ла эсемлеге йылға булып аға. Бер-береңде күккә күтәреп маҡташҡанда нисек инде бер үҙең ауыҙыңды сөйгә элеп ултыраһың?
Ә кисә Фәйрушин үҙе етәкләгән завод ҡалдығының банкротлыҡҡа юлығыуы уңайынан мәжлес үткәрҙе. Заводы хәйерсе булһа ла, өҫтәл бай ине. Эсемлектең ниндәйен теләйһең: коньягымы, вискимы, әллә үҙебеҙҙең “Путинка” һы ғынамы – рәхим ит, теләйһең икән – ҡойон. Ыуылдырыҡтың ҡыҙылын да, ҡараһын да аш ҡалағы менән һоҫорға мөмкин, ҡаҙҙар, ыҫланмалар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Бик ауырайып ҡайтып йығылды ул өйөнә. Ыҙаланып төн үткәрҙе. Бына шуға күрә лә әлеге хәтәр уй килде лә инде уның башына.
– Етте, Фәриҙәкәйем! – тине ул, ыңғыраша-ыңғыраша иртәнге сәйен һемергәндә, – икмәк тотоп ант итеп маташмайым. Антһыҙ ғына ла үҙемдең ауыҙыма хужа булырлыҡ ихтыяр көсөм бар...
– Дөрөҫ, атаһы, – тине бисә, иренең һулҡылдап һыҙлаған маңлайына еүеш таҫтамал яба-яба, – йәшең дә бара, иҫәнлегең дә самалы...
Фәйрушин эшенә килде. Береһе үҙе инде, икенсеһен саҡырып индерҙе, күрһәтмәләр бирҙе. Телефондан өҫкә шылтыратып алды. Юҡ-бар йомош менән йөрөгән икәүҙе кабинетынан ҡыуып сығарҙы. Сәғәт ун бер ине. Ә уның ауыҙына әле ысыҡ тамсыһы хәтле генә лә ҡапҡаны юҡ. Һәм ҡапмаҫ та!...
Ысынлап, Хәлиҙә килтергән сәй янына кабинетындағы барҙан сығарылған мәй өҫтәлде. Тамағы кеткелдәп-кеткелдәп ҡуйһа ла, түҙҙе Фәйрушин. Ир кеше бит ул! Бына хәҙер эсеүен ташлағанына теүәл биш сәғәт. Биш көн дә булыр, биш ай ҙа, биш йыл да! Хоҙай ул ғүмерҙе уға насип итһә...
Ун икенсе яртыла телефон шылтыраны. Унда әшнәһе, автопредприятие директоры Хәйрушиндың ҡарлыҡҡан тауышы яңғыраны.
– Слушай, күпме былай ыҙаланырға була? Оперативкалар үткәрҙек, эштәрҙе яйға һалдыҡ. Һин миңә киләһеңме, әллә мин һиңә барайыммы?
Фәйрушиндың тамағы тағы кеткелдәй биреп ҡуйҙы. Ләкин ул түҙҙе. Бөтә ихтыяр көсөн бер усҡа туплап, ҡәтғи тауыш менән:
– Юҡ! – тине. Әҙерәк икеләнеп торғас, икеләнеүен һиҙҙермәҫкә тырышып, – мин бөгөн эсеүҙе ташланым... – тип өҫтәне.
Фәйрушин ауыҙынан сыҡҡан һуңғы хәбәр бик ышаныслы яңғырамаһа ла Хәйрушинға аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте. Бер һүҙ әйтәлмәне меҫкен, хатта телефон трубкаһын ҡулынан төшөрөп ебәрҙе.
Бер ун минуттан үҙенең донъяла барлығы тураһында Фәйрушиндың телефоны тағы ла хәбәр бирҙе.
– Һин нимә? – тине ул милиция бүлеге түрәһе Әмершин тауышы менән. Банкет үткәрҙең дә, шуның менән вәссәләм мени? Ә беҙҙең баштарҙы кем төҙәтә?
Ни эшләргә? Әмершин запастағы рядовой Хәйрушин түгел, подполковник! Иртәнге сәғәт алтыла үҙенә биргән антын боҙорғамы? “Ир бул! Һүҙеңдә тор!” – тине Фәйрушиндың уң яҡ ҡулбашында ултырған фәрештәһе. “С силовыми структурами сохрани дружеские отношения!” – тине аяҡ тирәһендә бөтөрөлөп йөрөгән шайтаны, нишләптер урыҫсалап. Аллаға шөкөр, был юлы фәрештәше еңде. Инде алты сәғәт Фәйрушин айыҡ тормошта йәшәй. Подполковниктар һәм шайтандар ҡотҡоһына бирешмәй.
– Юҡ! – тине ул баяғынан да ҡатыраҡ итеп, – мин хәмер һемереүҙе ташланым!
Әмершиндың ҡулынан трубкаһы иҙәнгә төшөп китеп, селпәрәмә килде. Ул үҙе лә аңғармаҫтан нишләптер “смирно” баҫты, стенанан төшөрөлөп, мөйөшкә һөйәлеп ҡуйылған Горбачев портретына честь бирҙе.
Сәғәт бер менән ике араһында өйөнә ҡайтып ашап килде Фәйрушин. Эсмәне. Өстә эсмәне. Тәҡәте нисек кенә ыҙаламаһын, дүрттә лә айыҡ ине әле. Хатта уның күңеленең ҡайһылыр мөйөшөндә үҙе менән ғорорланыу хисе лә хасил булды. Ун сәғәт бит – әйтергә генә анһат! Эсеүен ташлағанға ун сәғәт! Бына ошо хуш күңеллелек тойғолары кисереп ултырғанда боҙҙо ла инде эште Йосоп класташы.
– Нимә, ҙур түрә булып киттең дә, беҙҙәй трудягаларҙы һанға һуҡмай башланыңмы? – тине ул, Фәйрушин өҫтәленә бер шешә самогонды “шап” итеп ултыртып. Хәмерҙән аларған күҙҙәре менән балалыҡ дуҫына аптырап ҡараны. Трудяга Йосоптың аптырауы Хәйрушин менән Әмершиндыҡынынан да яманыраҡ ине. Хәйер, суҡынып киткере тамағы ла инде кеткелдәүҙән ҡытҡылдауға күскән ине.
– Һин мине нахаҡҡа ғәйепләмә, дуҫ, – тине Фәйрушин стаканға стакан сәкәштереп.
Бына шулай иртәнге алтыла биргән антын киске биштә боҙҙо Фәйрушин. Бөгөн ун бер сәғәт айныҡ тормошта йәшәй алды. Ә дүшәмбелә, Алла бойорһа, ысынлап та, айныҡ тормошҡа күсәр. Ун бер сәғәт кенә түгел, ун бер көн дә, ун бер ай ҙа хәмерҙе ауыҙына яҡын да килтермәҫ. Ун бер йыл да!.. Хоҙай ул хәтле ғүмерен йәлләмәһә...