+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Музыкаль сәләм

(Юмореска) Танһыҡбай ҡартты ауылдаштары, мулла ҡушҡан тулы исеме менән атамайынса, Танһыҡ тип кенә йөрөттөләр. Танһыҡ ҡарт ғүмере буйы эшендә илке-һалҡы йөрөнө: башта, йәшерәк сағында, тракторға ултыртҡан инеләр, эсеп уныһын һаҙға батырғас, мал ҡарарға ҡуштылар.

Музыкаль сәләм
Музыкаль сәләм

Был эшен дә еренә еткереп баш­ҡарырға ашыҡманы ҡарт: ҡышҡы оҙон төндә ҡарауһыҙ ҡалған ике йәш быҙау туңып үлгәндән һуң, арт яғына типтеләр. Танһыҡ ҡарт үҙе былай насар кеше түгел, әммә ике насар ғәҙәте бар ине: беренсенән, төшөрөргә ярата, икенсенән, эсһә, бик яман итеп һүгенә. Ошо ғәҙәттәре арҡаһында өйөндә лә йыш ҡына тауыш-ғауға сығып торған. Бигерәк тә йәшерәк, дәрт-дарма­ны ташып торған сағында ул Бүләкбикә әбейҙе бик ныҡ рәнйеткән тип һөйләйҙәр. “Ир һуҡҡан урын тамуҡта янмай ул”, тип әбейҙе ҡаҡҡылап-һуҡҡылап та алған, имеш.
Күрше-күләндәре Танһыҡбайҙың башҡа сәйе­рерәк яҡтарына ла күнегеп бөттөләр: сәләм бир­һәң, алғанда – ала, алмағанда – юҡ. Йә бөтөнләй башын ситкә бороп үтеп китә. Өҫтө-башы ла әллә ни маҡтанырлыҡ түгел.
Бына ошо бабай Бүләкбикә әбей менән ике ҡыҙ үҫтерҙеләр. Береһе кейәүгә сығып, бөтөнләй сит илгә үк китеп барҙы, икенсеһе ире, балалары менән Себерҙә төпләнде.
... Көндәрҙең береһендә ауыл көтөүе ҡайтып, әбейҙәр-инәйҙәр һыйырҙарын һауып, сәй эсергә генә ултырған инеләр, радионан диктор ханымдың музыкаль сәләмдәр тыңларға саҡырыуы ишетел­де. “Хөрмәтле радио тыңлаусыларыбыҙ, – тип сутылданы һандуғас тауышлы диктор ханым. – Һеҙ­ҙең хаттар буйынса төҙөлгән музыкаль ҡотлау­ҙарыбыҙҙы башлай­быҙ. Радиоалғыстар янына Еләк­ле ауылының иң хөр­мәтле, иң мөхтәрәм кеше­ләренең береһе Танһыҡ­бай әфәнде Аҫыл­ғужинды саҡырабыҙ... ”
– Танһыҡбай әфәнде?! Ниндәй Танһыҡбай?! Те­ге Һаһыҡбаймы?!.
Ауылдаштар ах итте! Ә Еләкле ауылының иң хөр­мәтле кешеһе үҙе был ҡотлау һүҙҙәрен ишетеп, телһеҙ ҡалды. Диктор ханымдың балдай татлы теле хис-аҡылын томалай бирҙе: “Танһыҡбай әфәнде ғүмере буйы ”Игенсе” колхозында арымай-талмай тырышып хеҙ­мәт иткән. Уңған, тырыш, ҙур яуаплылыҡ хисе тойоп эшләгән Танһыҡбай Гәрә­евич ауылдаштары ара­һын­да ла абруйлы кеше икән. Асыҡ йөҙлө, тәмле телле, һәр бер ке­ше менән яғымлы итеп иҫәнләшеп китергә күнеккән был изге йән ғаиләһендә лә яҡ­шы хужа, итәғәтле атай. Тормош ип­тәше Бүләк­бикә ханым менән иң­гә-иң терәшеп, ҡул­ға-ҡул тотоношоп йәшәйҙәр, үҙ-ара шул ҡәҙәр дуҫ­тар, һаман да әле йәшлектә­гесә мөхәббәт утында янып йәшәйҙәр...”
Өнһөҙ-тынһыҙ ҡалған ауылдаш­тарының ҡайһы берҙәре ашыға-ашыға һыуынып бөткән сәйҙәрен эсеп ҡуйҙы, ҡайһы берәү­ҙәре баштарын тотоп иҙәнгә ултырҙы: “Һаһыҡ­байҙы ҡатыны ме­нән дуҫ-татыу йә­шәй тиҙәрме?! Ах, ишетәһеләребеҙ бар икән! Һаһыҡ­бай тәмле телле, имеш... Һаһыҡбай итәғәт­ле...”
Ҡырмыҫҡа ояһылай гөж килгән ауыл халҡы ҡотлау сәләменең аҙаҡҡы һүҙ­ҙәрен көс-хәл менән тыңлап бөтөрҙө. “Шулай итеп, дуҫтар, Еләкле ауылының иң хөрмәтле кешеһе Танһыҡбай Аҫыл­ғужин өсөн популяр йырсы Йәмиғнур Йәғәфәров башҡарауында ”Дан һиңә дан!” йырын тапшы­рабыҙ. Хөрмәтле Танһыҡбай әфәнде, һеҙҙе беҙ, радио хеҙмәткәрҙәре лә, тыуған көнөгөҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ: сәләмәтлек, бәхеттәр теләйбеҙ”.
Ул көндө ауылдаштарының күңел халәтен әйтеп-аңлатып бөтөрөрлөк булманы, бары халыҡ ба­байыбыҙың ҡотлауын тыңланы, бот сабып көлдөләр, был хәбәрҙе береһенән икенсеһенә йөрөтөп, тәмләп-тәмләп һөйләнеләр, ах-ух килделәр.
Ә иң ғәжәбе икенсе көндө булды. Мәңге көтөү ҡыуырға сыҡмаған Танһыҡбай ҡарт таң тишегенән ҡапҡа төбөнә сығып, көтөү киткәнен көтөп тора ине. Әле бер күршеһенә, әле икен­сеһенә яғымлы сәләм биргәндән һуң, биҙрләрен тотоп, һыуға китте. Был хәлде күргән ауыл халҡы икенсе тапҡыр ах итте. Ә тағы ла ун биш минуттан бик бөхтә итеп кейенгән түбәтәйле Танһыҡбай, Бүләкбикәһен ҡултыҡлап, мәсет яғына юлланды.

Руфина ХӘСӘНОВА.

Автор:
Читайте нас в