+5 °С
Ямғыр
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Хикмәтле телефон

Алло! Һеҙ беҙҙең фир­ма­ның президентына шыл­ты­раттығыҙ: Трубканы һалма­ғыҙ! Хәҙер тоташтырам! –Телефон тағы ла айт-туть тигән көй уйнаны ла әхирәтемдең: “Сәләм!” Ни хәл­дәһең? – тигән мөләйем тауышын ишетеү менән телефонымды һүндерҙем. Телһеҙ ҡалғай­ным.

Хикмәтле телефон
Хикмәтле телефон

Күп булһа аҙна-аҙна ярым ваҡыт үткәндер әхирәтемә шыл­тыратмағанға – шул арала китапханасы һөнәрен ҡалдырып, президент та булып киттеме икән? Кисә генә әсәһен дә күр­ҙем, ул да уныһын-быныһын өндәшмәне. “Китапханасы ла булдымы һөнәр?” – тигәнгә, “Яратам һөнәремде, бер ҡасан да башҡа һөнәргә алмаштырмайым,” – тигән була ине бит әле. Әллә мираҫ тәтенеме икән? Юҡтыр, бөтә туғандары ла ауыл тирәһендә генә йәшәй шикелле. Маладис, тауышында эрелә­неүҙең әҫәре лә юҡ, элеккесә яғымлы. Шуны уйлағас, күңеле­мә йылы йүгерҙе, әхирәтемдең иренә, элекке синыфташыма шылтыратып ҡарайым әле, тип уның номерын йыйҙым. ”Прокуратура тыңлай. Һүҙҙәрегеҙҙе асыҡ итеп һөйләгеҙ. Һәр бер әйткән һүҙегеҙ һеҙгә ҡаршы йүнәлтелергә мөмкин...”, – тигән тауышты ишетеү менән, телефонымды атып бәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Тимәк... Башымдан иң хәтәр уйҙар үтте. Һәр береһе бер детектив романға торошло ине. Унда берсә матур гөллә­мәләр, шәхси водитель, тыҡ-тыҡ баҫып йөрөгән фирма хеҙ­мәт­кәрҙәре, берсә атыш тауыштары, машинала уҙышыу, эҙәр­ләүҙәр... Әлбиттә, төп геройҙары – Әсмә, фирма президенты вазифаһын­дағы әхирә­тем һәм тимер рә­шәткә артында башын эйеп ултырған элекке синыфташым, әхирәтемдең һөйөклө ире Әхмәт.
Күңелем тулышып, илап та алдым. Нимәлер эшләргә кәрәк ине. Бер ваҡытта ҡалдырмаған сумкамды тоттом да әхирәтем йә­шәгән йорт яғына йүгерҙем. Бына әле генә ул эшләп киткән китапхана, арыраҡ элек уның ире эшләгән дауахана... “Эх, бар ине шәп саҡтар,” – тип юл буйы илау­лап барҙым. Фатирҙарының ишеген асҡанда, әхирәтем сәй әҙерләп йөрөй ине. Өҫтәлдә ҡыҙ­ҙырылған картуф, ҡара икмәк.
– Ҡайҙа ҡара ыуылдырыҡ! – тип ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Тауышыма Әхмәт йүгереп килеп сыҡты.
– Һине ҡасан сығарҙылар? – тигәс, бер-береһенә ҡарашып, мине һаҡ ҡына йомшаҡ ултыр­ғысҡа ултырттылар ҙа, нимә булғанын һораша башланылар.
Нисек булған шулай һөй­лә­гәйнем, эстәрен тотоп, тәгәрәшеп көлә былар. Яңыраҡ улдары телефондарына “Зыңғырлау урынына көй” тигән әйбер урын­лаштырған икән. Шылтыратҡан кеше, ҡоро зыңғырлауҙы тыңла­ғансы, шуны тыңлап торорға тейеш икән.
“Президент” әхирәтемдең сә­йен һемерә-һемерә, килгән за­маналарға тел шартлатабыҙ. Был замана ғәләмәттәре илата ла, көл­дөрә лә. Тағы әллә нимә кү­рә­һеләребеҙ барҙыр әле.

Гөлсөм МОНАСИПОВА.

Автор:
Читайте нас в