–Ишетһәң шул: хәҙер үк биҙрә-һеперткеңде ал да эшеңә тотон. Бер генә тәмәке төпсөгө лә ҡуҡырайып ятмаһын!..
Ашығыс рәүештә киномеханик Ғәләүҙе саҡыртты мөдир:
– Ҡояш сыҡҡанға биш былтыр, ә һин әле булһа йоҡо туйҙыраһың! – тип ябырылды уға. – Ана, будкаға күҙ һал! Чистый ҡиәмәт бит!..
Китапханасы Мөниргә лә яҡшы ғына эләкте:
– Һин дә, әйтер инем!.. Һыуға төшкән тауыҡ шикелле!.. Ана китаптарыңды тәртипкә килтер! Өйөлөп ятмаһындар! Тәпене хәҙер үк ҡороп ҡуй, ревизор иптәш сысҡандарға ҡаршы көрәш алып барыуыбыҙҙы үҙ күҙҙәре менән күреп китһен!..
Тейешле бойороҡ-күрһәтмәләр биреп бөтөрөлгәс, Ғәббәс йән-фарман өйөнә сапты:
– Ҡатын!.. Өлкәнән кеше килә. Ҙур кеше. Ревизор! Ҡара уны, һынатаһы булма: баҙға төшөп мен, кибеткә сығып кер... Ҡыҫҡаһы, өҫтәл балҡып торһон!..
Ғәббәс шашынған нервыларын бер стакан һыу менән тынысландырҙы ла, яңынан клубҡа сапты.
Сәғәт ярым ваҡыт уҙыуға клуб янына дәү генә бер машина килеп туҡтаны. Мотор тауышын ишетеп, Ғәббәс тәҙрәгә ташланды... һәм ғәжәпләнеүенән телһеҙ ҡалды. Ишек төбөндә байрамса кейенгән кешеләр ҡайнаша, ә машина һыртында “Н.В. Гоголь – “Ревизор” тигән афиша тирбәлә ине....
Вахит МОНАСИПОВ.