+5 °С
Болотло
Профессор икенсе студентҡа ла шул уҡ һорауҙы бирә. Уныһы:
–Тауыш етеҙерәк! –тип яуаплай.
– Ни өсөн шулай булыуын аңлатып бирегеҙ!
– Сөнки телевизорҙы ҡабыҙған ваҡытта иң тәүҙә тауышы ишетелә, аҙаҡтан – һүрәте.
Профессор өсөнсө студенттан һорай:
– Һеҙ тау башында тораһығыҙ, ти. Ҡаршылағы тауҙан пушканан аталар, ти. Иң тәүҙә нимә буласаҡ –көбәктән ялҡынмы, әллә атыу тауышымы?
– Әлбиттә, ялҡын!
– Быны нисек аңлатырһың?
– Күҙ ҡолаҡҡа ҡарағанда күпкә алдараҡ тора бит.
Ҡасим ДӘҮЛӘТОВ.