-21 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Көнсөлдөң көнө көйһөҙ

(Хикмәте – хәрефтә) Кесаҙнала клубта комедия күрһәтәсәктәр!Күптән кәмит күрмәгән Көсәгән кешеләренең кәйе­фе күтәрелде. Көлөштөләр. Көйәҙләнделәр. Көҙгөнән китмәнеләр – кейенештеләр. Кершәнләнделәр.

Көнсөлдөң көнө көйһөҙ
Көнсөлдөң көнө көйһөҙ

Көн кисләне. Көтөү күрен­де. Көллөһө кемуҙарҙан клубҡа килде. Көндөҙ картуф кәтмәнләгән Көмөшбикә кимәсә кейгән, көтөүсе Кө­мөш­байҙың күлдәге керлән­гән. Килмәк кәксәнләп килде. Кемдер көйрәтте, кемдер көй көйләне, кемдер кәһел­дәне, кемдер көтөр-көтөр керәндил кертелдәтте, кемдер кәнфит кимерҙе. Кем­деңдер кеҫәһендә көн­бағыш, кемдәлер кока-кола. Кәзекләштеләр: “Кәримәнең кәзәһе кәбеҫтәләрен ки­мергән”. “Кәзәңде көйҙөр­ҙөңмө?” Көрөшкәләп кө­мөшкә кәккән Кәшфулланы клубҡа керетмәнеләр. Кә­йефе киткән килбәтһеҙ Кәш­фулла кәзәләнде, күҫәк кү­тәрҙе, кемгәлер киҙәнде.
Кәмитселәр кешеләрҙе көттөрмәне. Кирәй Киреғо­ловтың “Көнсөлдөң көнө көйһөҙ” комедияһын күрһәт­те­ләр. Килештерҙеләр. Кә­рәм кәләшенә көн күрһәт­мәй, күрәләтә күршеһенән көнләшә: “Кәнтәй!” Кәмһе­телгән Кәбирә кейәүен квартирына керетмәй. Кәрәмдең кәйефе китә, күгәренә: “Кә­ләш, квартирға керет, кәм­һетмәм!” Кәбирә киреләнде, күкрәк кирҙе: “Күҙемә кү­ренмә!”
Кешеләр кикрек киргән Кәрәмде көйҙөрҙө:
– Күрмәгәнен күрҙе!
– Көнсө көнө – көйөнөс!
– Көнсөл кеше көн күрмәҫ!
Кемдер кеткелдәп көлдө:
– Китсәле, Көсәгәндең Күбәген күрһәттеләр!
Көнләшеп кәртинкә кеүек кәләшенән көпә-көндөҙ киткән кәмсәнең күңеле кителде, кешеләргә кенәсел­дәнде.
Күңелле кисәнән көсә­гәндәр кинәнес кисерҙе. Кәмитселәргә күстәнәскә кәрзин-кәрзин күкәй килтер­ҙеләр: “Киләсәктә лә киле­геҙ, көтәбеҙ”.

Х. ХӘРЕФШИН.

Автор:
Читайте нас в