+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ауыл мәҙәктәре

«Ыстайыш как ыстакан» Был ваҡиға бер колхоз идараһы янында була. Үҙ машинаһында келәт мөдире килеп туҡтай. Ҡабалан ғына идараға инеп сыға ла ҡуҙғалып китергә уйлай. Әммә тәгәрмәстәр боҙҙа тик ултыра. Мөдир тегеләй итә, былай итә.

Ауыл мәҙәктәре
Ауыл мәҙәктәре

Ахыр сиктә, йылмайып ҡа­рап торған бер егетте был: «Стоишь как истукан», – тип шелтәләргә уйлай. Әммә һүҙҙәр ғәҙәтенсә – өйрәнелгәнсә – килеп сыға:
– Ыстайыш как ыстакан, этһәң ни була?
Шунан бирле был һүҙбәйләнеш тәүҙә шоферҙар, һуңынан механизаторҙар араһында бик тиҙ таралып китә.

В. ХӨСӘЙЕНОВ.

Телеграмма

«Тун» тип аталған хикәйәмде баҫтырыр өсөн «Ағиҙел» журналының элекке баш мөхәррире, шағир Сафуан Әлибай һәм «Шоңҡар» журналының элекке баш мөхәррире, прозаик Әмир Әминев ағайҙарға ебәрҙек. Күп тә үтмәне Әмир ағайҙан яуап килде: «Тун»ды кире һалып ебәрәм. Хикәйәң әлегә баҫтырырлыҡ кимәлдә түгел, сөнки төп лирик геройҙың ни сәбәп менән Ташкент ҡалаһына барып сығыуы күрһәтелмәгән. Сәбәп булмағас, хикәйәнең арҡа һөйәге юҡ. Тимәк, ҡалғаны үҙенән-үҙе ҡойолоп төшә...» – тип ябай ғына, матур, аңлайышлы итеп яҙып ебәргәйне Әмир ағай.
Хикәйәмдәге етешһеҙлектәрҙе аңлағас, Сафуан ағай «Тун»ды «Ағиҙел»дә йыйыу өсөн (наборға) төшөрөп ебәрмәһен тип, тура почтаға йүгерҙем. «Тун»ды кире ебәрегеҙ, уның арҡа һөйәге юҡ!» – тип ашығыс телеграмма һуғырға булдым. Белеүебеҙсә, почтала телеграмманың тексын тик русса ғына ҡабул итәләр. Тәржемә иткәс, былайыраҡ ки­­леп сыҡты: «Вышлите шубу назад, спина без позвоночника».
Сафуан ағай мине аңлағандырмы-юҡмы, әммә телеграфта эшләгән ҡыҙҙар, был әллә хыялый ин­­де, тип минең арттан күҙҙәрен алмай ҡарап ҡалдылар.

Рамай ҠАҺИР.

«Уҡый-уҡый сүрә ҡалманы»

Элек, кешенең һыуытҡысы юҡ саҡта, ҡаймағын, сөпрәһен, хатта әсегән балын да мөгәрәптә һаҡлай торғайнылар. Шәрифә инәй бабайына мөгәрәпкә яңы баҫҡыс яһарға кәрәклеге тураһында гелән әйтеп килгән. Ләкин бабай: «Иртәгә яһармын әле», – тип гелән һуҙа килә икән. Бер көн Ғәзизйән ба­бай мөгәрәптән әсе бал алып, тәмләп ҡарарға бу­ла. Тик серек баҫҡыс түҙмәгән – һынып киткән, ба­бай төпкә осҡан. Иң тәүҙә, бал да эргәлә генә булғас, бик ҡайғырмаған был. Шулай ҙа, көн кискә ауышҡас, бик өшөгән, тик сыға алмаған. Көтөү ҡайтып, һыйырын һауғас ҡына Шәрифә инәй уны барып тапҡан. Эштең айышын аңлап, саҡ һөйрәп сығарған быны. Бабай ҡалтырана-ҡалтырана былай ти икән: «Уҡый-уҡый сүрә ҡалманы, теләй-теләй теләк ҡалманы. Ни йәнең менән түҙеп ултыраһың, Шәрифә, шәл бәйләп?!»
Хәҙер кеше берәй хәлгә тарыһа, уҡый-уҡый сү­рә ҡалманы, тиҙәр.

Г. ДӘҮЛӘТБӘКОВА.

«Мунсаның эсен күрһәт!»

Һәр ауылдың мәҙәк кешеләре була. Хәҙер мәрхүм инде, беҙҙең ауылда Хаммат ағай була тор­ғайны.
Киномеханик булып эшләйем. Балаларға рөхсәт ителмәгән «Дом и хозяин» фильмы бара. Бер күренеш: ире мунса ишеген асып, ҡатынынан һалҡын һыу һорай. Уныһы эргәләге йылғанан һыу алып ки­леп биргән ваҡытта, ире биҙрәһе-ние менән мунса эсенә һөйрәп ала. Шунан һуң икенсе күренеш башлана.
Күп тә үтмәй, кино будкаһының ишеген дөбөрләтәләр. Хаммат ағай яу һалып ҡысҡыра: «Иршат, дауай мунсаның эсен күрһәт»!

Иршат ИХСАНОВ.

Автор:
Читайте нас: