+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Ишәкһеҙ донъя һанһыҙ

Эсфир ЙӘҺҮҘИН Йәнлектәр һарай төҙөмәк булды бер саҡ,– Нисек булыр, улай итеп, былай борһаҡ?..Ҡаҙаҡ, таҡта, цемент, күпме сеймал кәрәк!Барыһын да алһаң, ас ҡала бит ҡорһаҡ...

Ишәкһеҙ  донъя һанһыҙ
Ишәкһеҙ донъя һанһыҙ

– Улай булғас, хәлде меҫкенлеккә борайыҡ,
Башты эйеп, ҙур түрәнән ярҙам һорайыҡ.
Ышыҡтағы мал яғына ел дә иҫмәҫ,
Ә эйелгән башты инде ҡылыс киҫмәҫ.

– Йә, әйтегеҙ, кемде ебәрәбеҙ унда?
Ҡайһыбыҙ һуң унда барып, уңыр һанда?
– Мине ебәрегеҙ, – тине шунда ишәк, –
Күптән ҡала күреп ҡайтыу ине иҫәп.

– Нисек тапҡыр һүҙ һөйләргә иҫәпләйһең?
Аҡылыңа кил һәм тик тор, ишәк бит һин!
Һине ебәрһәк донъяға булыр көлкө,
Айыу ағай үҙе барһын, – тине төлкө.

Килештеләр. Китте айыу, ара йыраҡ,
Бер аҙнанан буш ҡул менән ҡайта урап:
– Аҡылдан яҙған шикелле бөтөн ғаләм,
Миңә унда ҡомаҡтар ҙа бирмәй сәләм...

– Мине ебәрегеҙ әле, – тине ишәк, –
Күптән ул яҡтарҙан урау ине иҫәп.
Ҡуян әйтте: – Юл бирәйек беҙ арыҫланға,
Еңел булмаҫ уның менән алышҡанға...

Арыҫлан да китеп барҙы, ара йыраҡ,
Ул да бер аҙнанан бушлай ҡайтты урап.
Ҡайғырыша йәнлек халҡы: уларҙан да
Ғәйәрерәк кем бар инде был урманда?
Юҡһа, тик бер вагон ғына сеймал етмәй,
Ишәк кенә һөйләй бер ҙә иҫе китмәй:
– Мине ебәрегеҙ әле, табындаштар,
Ул яҡты ла күрһен ине беҙҙең баштар...

Һәм түҙмәйсә әйтеп һалды шунда көҙән:
– Барһын, беҙҙе ялҡытаһын алдан һиҙәм...
Оҙаттылар ишәкте лә көлә-көлә.
...Бер аҙнанан вагон артлы вагон килә.

Ҡаҙаҡ, таҡта, кирбес – барыһы ла артыҡ,
Бер ҡайғыһыҙ йәшәп була уны һатып.
Ҡайтҡас һоранылар: – Әй, ишәк әфәндебеҙ!
Нисек улай булдыралдың әле, тибеҙ?

– Уйлайым, түрә ишегенә барып еткәс,
«Әүәл башың тығып ҡара, ишәк иптәш...»
Ҡурҡыныс булһа, кермәҫкә ине иҫәп,
Ултыра бит кабинетта миндәй ишәк!

Ҡолағымды ғына күреп ҡалған ине,
Йүгереп килеп, ҡосаҡлап уҡ алды мине.
Йомошомдо һөйләнем, ә ул: – И, туғаным,
Һинең өсөн ун вагонын бирәм уның!

– Тик бер вагон...
– Ҡалһа, булыр дуҫтарыңа,
Туғандарыңа, йә шунда ҡуштаныңа.
Шулай уңып ҡайттым, юл оҙон булһа ла...
Йәнлектәр: – Афарин, ишәк! – тип ҡул саба.

Фото: www.ebay.com

Автор:
Читайте нас в