+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Уртаҡ ир

Солтан ҡарт ҡапыл ғына вафат булды. Ир рәхәтендә, ир әҙерендә йә­­шәне Солтандың ҡатыны Әйҙүнә. Солтанға сыҡҡандан башлап бер көн эшкә йөрөмәне, йорт, өй, баҡса, мал-тыуар, ирем, балаларым, тип йәшәне. Ете класс белем хәҙерге юғары белемгә тиң мәлдә аяҡҡа баҫҡан Солтан ғүмере буйы дәрәжәле урын­дарҙа эшләне.

Уртаҡ ир
Уртаҡ ир

Колхозда бригадир, сельпо рәйесе… Ябай ха­лыҡ менән дә, түрәләр менән дә эше беште уның. Ауыҙын үлсәп асты, кемгә ни һөйләгәнен белеп һөйләне. Булмағанды вәғәҙә итмәне. Вәғәҙә иткән икән, уны үтәне.
Төҫкә лә бик сибәр. Оҙон буйлы, киң күкрәкле, бөҙрәләнеп торған ҡуйы ҡара сәсле Солтан күптәрҙең башын әйләнде­рерлек ир ине.
…Бәр мәлде мәйет янында гел ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡалды.
– Ҡайғыңды уртаҡлашам, әхи­рәт, урыны ожмахта булһын, – тине Әйҙүнәнең тиҫтере, ғүмере буйы фермала һауынсы булып эшләгән, хәҙер ҡоро таяҡҡа ғына ҡалған Мәҙинә. – Сельпола эш­ләгән йылдарында аҫтан затлы тауарҙар өләшеп беҙҙе һөйөн­дөрҙө.
– Бигерәк тә аҫыл кеше ине, туп-тура йәннәткә генә барып керер инде, – быныһы Солтан сельпола эшләгән йылдарҙа бухгалтер булған Нурзилә ине.
– Һөйләмә лә инде. Гел эштә ине, берәй ситкә-миткә йөрө­гәне ишетелһә?! – тип ҡеүәтләне Зәйтүнә.
– Ундай гонаһына керә алмайым, шулай, шулай… – тип карауатта ятҡан иренең кәүҙәһен һыйпап, мыш-мыш итеп танауын тартып алды Әйҙүнә.
Бер нисә минутлыҡ тынлыҡ­тан һуң ишек төбөндәге ултыр­ғысҡа мыштым ғына кереп ултырған, өс балаһын ирһеҙ табып, яңғыҙы үҫтергән, әрәмә буйындағы ау­лаҡ урындағы өйҙә йәшәгән Гөлнисә телгә килде:
– Кисләте-e-еп кенә баҡса артынан киле-е-ер ине. Әрәмәнән өҙөп алып килгән миндеге менән тәмләп кенә сабынып мунса кере-е-ер ине. Төнө буйы иркә­ләп-наҙлап туйма-а-аҫ ине-е-е… Миңә лә, һиңә лә етә ине-е-е, кем ни, Әйҙүнә. Инде һиңә лә, миңә лә ҡалманы-ы-ы… – Һөйләнә-һөйләнә килеп Сол­тандың йәнһеҙ кәүҙәһен асып, маңлайынан супылдатып үбеп алды. – Бәхил бул, йәнем. Һин булмаһаң, яңғыҙым ул өс баланы ни хәл уҡытыр инем дә, нисек­тәр кеше итер инем?!
Ҡарсыҡтар шым булды. Мәр­хүмдең баш осона ултырып доға ҡылырға әҙерләнгән Мәҙинәнең ҡулындағы тиҫбеһе «тып» итеп иҙәнгә килеп төштө. Өй урта­һында баҫып торған Әйҙүнә, теҙ быуындары ҡалтырай баш­ла­ғанын һиҙеп, тиҙ генә мейес буйындағы креслоға сүгәләп өлгөрҙө. Яулыҡ ситенә күҙ йәш­тәрен һөртөп маташҡан Гөлнисә һаман үҙенекен тылҡыны:
– Әле бер аҙна элек кенә ҡыҙыу мунсала сабынып, йәшә­реп ҡайтып киткән инең…
Әйҙүнә лә һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды:
– Атаҡ, бер аҙна элек ике көнгә күрше ауылға һеңлеһенә ба­рып ҡайтты ул.
Гөлнисә был юлы ла яуапһыҙ ҡалманы:
– Солтан ул һеңлеһенә бик йыш йөрөнө, Әйҙүнә… Асыуланма, туған, әйтмәй ҡала алмайым инде. Кем белә, әллә тегендә барғас, эҙләп табыр ҙа, тү­шәк­тәребеҙҙе уртаҡ итер… Дәрте ташып тора ине бит уның. Тәҡ­дирҙән уҙып булмай ул, булма-а-й…

Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: