Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, һирәк ҡайта Рәхмәй тыуған ауылына. Һуңғы тапҡыр ҡасан юл төштө һуң әле? Ике йыл элек буғай. Хат яҙырға ла ваҡыт табалмай бит, исмаһам. Эш муйындан. Ҡала ығы-зығыһы, мәшәҡәт, бала-саға, ҡатын каприздары, тигәндәй.
Бына әле юлға әҙерләнергә бөтөнләй ваҡыты булманы, тиерлек. Әсәһенә күстәнәс алырға ла форсат таба алманы бит, исмаһам. Ҡарт кешегә әллә нәмә кәрәкмәй кәрәгеүен. Тәм-том, кәнфит-сушка кеүек ваҡ-төйәк күтәреп ҡайтһаң да ифрат һөйөнә торғайны уның әсәһе. Бер нәмә лә кәрәкмәй, һин үҙең миңә күстәнәс, ти торғайны...
Шулай итеп, Рәхмәй юлға күстәнәсһеҙ генә сығып китте. Хәйер, бының өсөн артыҡ борсолманы. Кәнфит – ҡайҙа ла кәнфит инде ул, район үҙәгендә кибеткә һуғылырмын әле, тип йыуатты үҙен-үҙе.
Әммә, хәйерсегә юл ҡаршы, тигәндәй, юлда машинаһы ватылыу сәбәпле, район үҙәгенә кибеттәр ябылыуға ғына барып етә алды Рәхмәй. Ә үҙенең ауылына иртән бик иртә сығып китергә кәрәк ине.
Кәнфит – ҡайҙа ла кәнфит инде, юл өҫтөндә берәй кибет осрар әле, тип уйланы был юлы ла Рәхмәй. Әммә, әмәлгә ҡалғандай, юл өҫтөндәге берҙән-бер кибеттең дә ябыҡ сағына тура килде ул.
«Ярай, үҙебеҙҙең ауылда ла шул уҡ кәнфит инде, – тип тынысланды Рәхмәй, – әсәйгә инешләй, ауыл кибетенән генә алырмын әле».
Иртә уңмаған – кис уңмай, кис уңмаған – һис уңмай, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Ауыл кибете һатыусыһы тауар алырға киткән булып сыҡты. Әллә ниҙә бер ҡайтып, әсәй алдына ҡоро ҡул менән килеп булмай бит инде. Ни эшләргә? Уйла, Рәхмәй, уйла! Әһә, тапты бит юлын!..
Рәхмәй, өйҙәренә инер алдынан, башта шым ғына соланға – әсәһенең ваҡ-төйәк әйберҙәре һаҡланған урынға һуғылды...
Көтмәгәндә-нитмәгәндә өйҙә Рәхмәй пәйҙә булғас, әсәһе шатлығынан нимә эшләргә лә белмәне. Бер миҙгел, ҡайҙа һуғылырға белмәй, сәбәләнде, бөтөрөлдө. Унан һуң самауырына барып тотондо.
Ҡайнаған самауыр өҫтәлгә менеп ҡунаҡлағас, Рәхмәй, үҙенең крокодил тиреһенән эшләнгән ыҫпай портфелен асып, бәләкәй генә ҡағыҙ төргәк тартып сығарҙы.
– Бына, әсәй, әҙ генә күстәнәс алып ҡайтҡайным. Энә лә бүләк, дөйә лә бүләк, тигәндәй, ғәйеп итмәҫһең.
– Ниндәй ғәйеп ти ул, балаҡайым. Бындай кәнфитте кисә үҙем дә алып ҡуйғайным кибеттән. Өйҙә бала-саға булмағас, тәм-том ашаусы ла юҡ. Юҡҡа мәшәҡәтләнгәнһең. Һин миңә үҙең күстәнәс, – тип өтәләнде әсәһе. – Әйҙә, әйҙә, етеш әле. Бына һиңә тип һаҡлаған һары майым. Балынан ауыҙ ит. Ике йыл тора инде. Бал боҙолмай бит ул. Үрел әле, үрел. Үҙеңдең ризығыңа яҙған икән... Иртәгә тауыҡ һуйырбыҙ бына...
Рәхмәй, йәштәштәрҙе күрәйем әле, тип сығып киткәс, әсәһе, улының күстәнәс кәнфиттәрен яулыҡҡа төйнәп, соланға сығарып ҡуйҙы. Ғүмер буйы запаслы торорға күнеккән ул. Ана унда ике йыл элек йыйған мәтрүшкә бәйләме эленеп тора, бынауы төйөнсөктә – кипкән ҡарағат, икенсеһендә – кипкән ҡурай еләге. Ә бына был ҙур төйөнсөктәрҙә тәм-том – кәнфит-шәкәр, өрөк, тигәндәй... Иғтибарлабыраҡ ҡараһа, кәнфит төйөнсөгөнөң яртылаш кәмеүен шәйләр ине ул шәйләүен. Әммә иҫкә алманы. Иҫкә алырлыҡмы ни? Һөйөнөсөнән ҡайҙа баҫҡанын да белмәй әсә. Рәхмәйе ҡайтҡан бит, Рәхмәтуллаһы! Әсәһенең хәлен белергә ҡайтҡан!.. Күстәнәс тейәп ҡайтҡан!..
Рәдиф ТИМЕРШИН.