ти. Бар, өйрән. Әгәр ысынлап та фәһем алырлыҡ булһа, башҡа төбәктәргә таратырбыҙ, радио-телевизорҙан һөйләрбеҙ, матбуғат менән файҙаланырбыҙ. Үҙебеҙҙең дә авторитет үҫер.
Вәхит кабинетта ултырыуҙан үҙе лә ялҡҡан ине, көн башланһа, тегеһенә белешмә, быныһына доклад, өсөнсөһөнә отчет яҙып арыны. Ысын эш кәрәк ине йәш кешегә. Үҙен башҡалар, бигерәк тә түрәләр алдында күрһәтә алырлыҡ хеҙмәт менән шөғөлләнәһе килә ине. Бына бит, форсаты ла килеп сыҡты.
Вәхит районға тиҙ арала килеп етте. Уға оҙатыусы кеше беркеткәс, Ленин кепкаһы ауылына йүнәлделәр. Ауылдар араһындағы юлдар шаҡтай иҙелгән, шулай ҙа көс-хәл менән булһа ла барып еттеләр. Юлсы барыһын аңлатып барҙы. Октябрь революцияһына тиклем был ауыл Сабаталы булған. Әммә, имеш, 1917 йылда был ауылдың бер кешеһе Петроградтағы сыуалыштар ваҡытында Ленинды күргән. Бөйөк юлбашсы ҡыҙып, ҡулын һуҙып һөйләгәндә кепкаһы төшөп киткән, ауылдаш алып биргән дә, бер ай ҡулын йыумаған, ти. Теге кеше өгөтләүе буйынса ауылдың исеме шулай үҙгәреп киткән.
Ауыл уртаһында ике ҡатлы берҙән-бер мөһәбәт бинаға – мәктәпкә килеп еттеләр.
– 200 балаға иҫәпләнгән ине, 20 бала уҡый, – тип аңлатты юлдаш. Былар килеп етеүгә, икенсе ҡаттың асыҡ тәҙрәһенән яман тауыштар ишетелде:
– Һинең какуй праваң бар миңә замечание яһарға!
– Малыңды ниңә ужымда йөрөтәһең, хайуан!
Вәхит был хәлгә аптырап һорау бирҙе:
– Һеҙ бында мәктәп тигән инегеҙ түгелме, ҡырағай тауыштар ишетеләсе?
– Оптималләштерҙек бит. Мәктәпкә ауыл хакимиәте урынлашҡан. Халыҡ бында төрлө йомош менән килә. Тауыш-ғауға сыға инде сығыуын, фәрештәләр генә йәшәмәй бит.
Мәктәп ишеген асып ингәс, өс-дүрт ҡарсыҡ илашып, һуҡырана-һуҡырана үтеп китте:
– Үлтерә бит, үлтерә, аһ билем!
– Һыҙланмаған төнөм юҡ, и алла!
Вәхиткә былар сәйер тойолдо.
– Оптималләштек бит, хәҙер мәктәбебеҙҙә медпункт эшләй.
Ыңғырашыуҙар, һыҙланыуҙар булыр инде. Һеҙ теш врачтары килгәндә булһағыҙ...
Вәхит менән юлдаш икенсе ҡатҡа күтәрелә башлағандар ине, шыбыр тиргә батҡан, фуражкаһы ситкә ауышҡан милиционер осраны. Үҙе генә түгел, бер сәрхүште һөйрәй. Тегенеһе ҡарыша, аты-юлы менән һүгенә, йырларға маташа.
– Быныһы ниндәй спектакль тағы? – тине Вәхит.
– Оптималләштек бит. Хәҙер милицияның төбәк пункты беҙҙә.
Профилактик әңгәмәләр үткәрәләр, ул иҫеректәрҙе ҡайҙа ҡуяһың?
Ниһайәт, мәктәп директорына килеп еттеләр. Өҫтөнә фуфайка, башына бүрек кейгән директор, бик ҡәнәғәт ултыра ине.
– Оптималләштек. Егерме бүлмәнән алтауһы мәктәпкә ҡалды.
Синыфтарҙы берләштерҙек. ике-өс синыф бергә уҡый. Мейескә утын яғабыҙ. Кемдер һыйыр тиҙәген киптереп яғырға кәңәш бирә, уныһы мәшәҡәтле эш шул. Осһоҙлоғон-осһоҙ инде. Хөкүмәттән хеҙмәт хаҡы ғына алабыҙ ҙа, лампочка өсөн түләйбеҙ.
– Оптималләштереү буйынса резервтар бармы һуң?
– Шуны уйлап ултырам әле, мейес яғыуҙы – уҡытыусыларға, иҙән йыуыуҙы уҡыусыларға тапшырһаҡ, техничка кәрәкмәҫ тә кеүек.
Уйларбыҙ, өҫтән ниндәй күрһәтмә килер. Юғарынан яҡшы күренә бит ул.
Ҡапҡаға тиклем оҙатып барғанда, директор былай тип һалды:
– Бына балалар бик тәүфиҡһыҙ һөйләшә. Былай тәрбиә эштәрен дә алып барабыҙ, файҙаһы һиҙелмәйсе. Ҡайҙан өйрәнгәндәрҙер инде...
– Уныһы ерунда, – тип уйланы Вәхит, – бына мин начальствоға был алдынғы тәжрибәне нисек аңлатырмын икән?
Рәзиф ЗИЯТДИНОВ.